«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Тәүәккәлләгән – Мәскәүҙе яулаған



22.06.2012 Тәүәккәлләгән – Мәскәүҙе яулаған

Тәүәккәлләгән – Мәскәүҙе яулаған
Илебеҙ баш ҡалаһында уҡып ҡайтҡан белгестәр бер ҡасан да юғалып ҡалмаясаҡ, ти Баймаҡ егете Илсун Назаров
Баймаҡ районының Йомаш ауылы егете Илсун Назаров менән Мәскәүҙә танышырға насип итте. Тәү ҡарамаҡҡа яй, һүлпән генә күренгән Илсун нисек итеп юғары тиҙлектә йәшәгән мәскәүҙәр араһында юғалып ҡалмай икән, тип аптырағайным. Әммә дуҫтары әйтеүенсә, Илсун хәтәр шәп, өлгөр, булдыҡлы егет икән: Мәскәү элемтә һәм информатика техник университетының өлгөлө магистранты, уҡыуҙан тыш, йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнашырға, ниндәйҙер фирмала эшләргә лә өлгөрә. Тимәк, артыҡ сәбәләнмәй, ваҡытын дөрөҫ бүлә, иң мөһим эште ваҡ-төйәктән айыра белә. Тап ошо сифаттар уға һәр саҡ алда барырға ла, тормоштоң бөтә матурлығын күрергә лә ярҙам итә. Һәр кем менән тиҙ генә уртаҡ тел тапҡан сабыр холоҡло, аҡыллы башҡорт егете метрола ла, кафела ла кеҫә телефонынан айырыла алмағас, әллә берәй мауыҡтырғыс уйын уйнаймы икән, тип ҡыҙыҡһынғайным. Баҡтиһәң, Илсун иҫе китеп «Популяр механика» сайтындағы мәҡәләләрҙе уҡый икән. Фән һәм техника яңылыҡтары, ҡорал, технологиялар, гаджеттар – Илсунды механикаға ҡағылышлы бар нәмә лә берҙәй үк ылыҡтыра. Ул башлан­ғыс синыфтарҙан алып бөтә фәндәр­ҙән дә яҡшы өлгәшкән (иң яратҡан дәрестәре математика, физика булған) һәм мәктәпте көмөш миҙалға тамамлаған. Шуға ла үҙе теләгән факультетҡа һис бер ауырлыҡһыҙ уҡырға ингән. Ғөмүмән, киләсәген фән менән бәйләргә йыйынған Илсун үҙе тураһында һөйләргә яратмай, һәр саҡ һүҙҙе ипләп кенә икенсе юҫыҡҡа бороп ебәрә, һәм тәү сиратта, әлбиттә, Мәскәү һәм Санкт-Петербургтың юғары уҡыу йорттарында белем алған Башҡортостан Республикаһы студенттары ассоциацияһы хаҡында һөйләй. Алдынғы ҡарашлы, төплө белемле белгестәргә һорау һәр саҡ ҙур, шуға ла республикабыҙ ҡыҙҙарын һәм егеттәрен баш ҡалабыҙҙың юғары уҡыу йорттарына уҡырға инергә өгөтләргә кәрәк, ти ассоциацияның координаторы:
− Азат Бадранов етәкләгән ойошма 2010 йылда барлыҡҡа килде. Уның төп маҡсаты − мегаполистар­ҙа уҡыған яҡташтарыбыҙҙы берләштереү, уларға ярҙам итеү, республика мәктәптәрендә белем алған юғары синыф уҡыусылары араһында һөнәр һайлау буйынса аңлатыу эштәре алып барыу. Ассоциацияла 1 500 студент һәм аспирант иҫәпләнә. Әлбиттә, Башҡортостанда ла яҡшы белем алырға мөмкин, ләкин Мәскәүҙә фәндәр барыбер тәрәнерәк, төплөрәк өйрәнелә. Тәү сиратта ауыл мәктәптәрен тамамлаған уҡыусыларҙы Мәскәүгә, Санкт-Петербургҡа уҡырға саҡырабыҙ. Бер ҙә ҡурҡып тормаһындар, һәләттәре бар икән, батырсылыҡ итеп, бында уҡырға килһендәр, аҙаҡ бер ҡасан да үкенмәҫтәр.
Ассоциация ағзалары сығарылыш уҡыу­сылары араһында аңлатыу эштәрен алып барыу менән генә сикләнмәй, баш ҡалаға уҡырға килгән балаларҙы вокзалда ҡаршы алып, ятаҡтарға урынлаштырыу мәсьәләһен дә үҙ өҫтөнә ала. Мәскәү − бик ҙур ҡала, унда йәшәргә яраҡлашыу еңелдән түгел, уның ҡарауы, юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеүе анһатыраҡ. Шулай уҡ унда юғары уҡыу йорттары ла бихисап, һайлау мөмкинлеге бар. Юғиһә күптәр Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетын, Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университетын, Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтын һәм финанс академияһын ғына ишетеп белә, унда уҡырға теләүселәр минән башҡа ла күп, тип документтарын тапшырырға йөрьәт итмәй.
− Беҙ юғары уҡыу йорттары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәбеҙ, һәр береһе тураһында тиерлек мәғлүмәт туплағанбыҙ: ниндәй факультеттар бар, нисек уҡырға инергә, ниндәй документтар талап ителә, − тип аңлата Илсун. − Һуңғы йылдар­ҙа Мәскәүгә Башҡортостандан күп кеше уҡырға килә, бында беҙҙең дә өлөшөбөҙ бар, тип шатланабыҙ. Беҙҙең менән «Бәйләнештә» сайтында танышырға мөмкин – Bashkortostan students Group http://vkontakte.ru/club22916619 (Мәскәү һәм Санкт-Петербургтың юғары уҡыу йорттарында белем алған Башҡортостан Республикаһы студенттары ассоциацияһы). Йәштәребеҙ ҡурҡып тормаһын, ҡыйыуыраҡ булһын. Атай-әсәйҙәр ҙә ул-ҡыҙҙарының ниәтенә ҡаршы килмәһен, бейегерәк үрҙәр яулауына ярҙам итһен. Минеңсә, сифатлы, төплө белем алған йәш белгестәрҙе ҡайҙа ла ҡолас йәйеп ҡаршы аласаҡтар. Һәр хәлдә, Мәскәүҙә тормош һабағы ла алған тырыш, әүҙем кеше бер ҡасан да юғалып ҡалмаясаҡ, барыбер камиллыҡҡа ынтыласаҡ, матур, етеш йәшәүгә бар көсөн һаласаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға