«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Ҡыҫҡарыу ваҡыты “мигалка”ларға ла етте!



22.06.2012 Ҡыҫҡарыу ваҡыты “мигалка”ларға ла етте!

Владимир Путин әле марттағы һайлауҙар алдынан уҡ, “мигалка”лы автомобилдәр һанын бер ниндәй ҡыйынлыҡһыҙ ҡыҫҡартып була, тип белдергәйне. Бына ил башлығы вәғәҙәһен үтәй ҙә башланы – ошо хаҡтағы Указға ҡул ҡуйҙы.
Транспорттарына махсус сигналдар ҡуйырға рөхсәт ителгән ведомстволар исемлеге раҫланды. 1 июлдән “мигалка”лы автомобилдәр һаны теп-теүәл 41 процентҡа әҙәйәсәк. Әлбиттә, беҙ көткәнсә, “һыҙғыртҡыс”тарынан депутаттар менән чиновниктар ҡолаҡ ҡағасаҡ.
Рәсәй хөкүмәтендә 28 махсус сигналлы автомобиль ҡаласаҡ, быға тиклем хөкүмәт аппаратында ғына ла 40 “мигалка”лы автомобиль рөхсәт ителгән, хәҙер улар бөтөнләй булмаясаҡ. Шулай уҡ закондар сығарыу органдары рәйестәре лә “тауышһыҙ автомобилгә” күсәсәк. Төбәк башлыҡтары иһә үҙ төбәгендә генә “мигалка”ла йөрөй аласаҡ.
Яңы Указ Президент хакимиәтенә лә ҡағыла. Унда 50 автомобиль махсус ҡорамал менән йөрөһә, хәҙер 20-һендә генә ҡала. Федерация Советында – биш, Дәүләт Думаһында һигеҙ “мигалка” буласаҡ.
Эске эштәр министрлығында улар 28 процентҡа әҙәйә, ә бына иң күп “мигалка” Именлек хеҙмәтенә рөхсәт ителә.
Һуңғы тапҡыр “мигалка”лар 2006 йылда ярайһы ғына ҡыҫҡартылған – 7000-дән 968 ҡалдырылған.
Шул уҡ ваҡытта автомобиленә бер ниндәй рөхсәтһеҙ махсус сигнал ҡуйып йөрөүселәр ҙә бар. Бигерәк тә был Мәскәү тирәһендә йыш осрай. Хәҙер уларға ҡарата ла яза ҡәтғиләнәсәк. ҡайһы берәүҙәр тәҡдим итеүенсә, хатта автомобилде конфискациялауҙары ла ихтимал. Билдәле булыуынса, “мигалка” ябай машинаға ҡуйылмай.
Башҡортостанда “һыҙғыртҡыс”тарҙы әллә ни күп ишетмәйбеҙ-ишетеүен, шулай ҙа тотош илдә уларҙың кәмеүе һәйбәт – юҡһа чиновниктар­ҙың күбәйеүе менән “мигалка”лар ҙа арта башламаҫ тимә. ҡолаҡ тонор, йә юл биреп хәлдән тайыр инек.

Айсын АҡБУЛАТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға