«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Ял итергә барыр инегеҙме?



22.06.2012 Ял итергә барыр инегеҙме?

Былтыр республикабыҙҙа эшләй башлаған яңы программа халыҡтың социаль яҡланмаған ҡатламына шәп ял бүләк итте. Улар республика шифаханаларында сәләмәтлеген нығытты, Рәсәй ҡалалары буйлап һәм хатта сит илгә мауыҡтырғыс сәйәхәткә барып ҡайтты. Ял итеүселәр һәм быйыл ял итергә йыйыныусылар был хаҡта үҙҙәре нимә уйлай икән?

Хәмдиә БИКТИМЕРОВА, хаҡлы ялдағы уҡытыусы, Йылайыр районы:

– Башҡортостан, Рәсәй буйлап сәйәхәттәр ойошторолоуы хаҡында район гәзитенән уҡып белдем һәм үҙемдең бәхетемде һынап ҡарарға булдым. Санкт-Петербург ҡалаһын күптән күрергә хыяллана инем, шуға күрә ошо ҡаланы һайланым. Бәхетемә, миңә путевка эләкте. Беҙҙең райондан икенсе булып мин Санкт-Петербургҡа барып ҡайттым. Сәйәхәт бик оҡшаны. «Азимут» ҡунаҡханаһында йәшәнек, шунда уҡ ресторанда ашаттылар. Һәр көндөң маршруты алдан билдәләнгән, ҡаланың тарихи урындарына һоҡланып йөрөп ҡайттыҡ. Бик матур ойошторолған, шәп ял булды. Беҙгә ул ни бары булыр-булмаҫ 5000 һумға ғына төштө. Минән һуң да беҙҙең райондан бер нисә кеше барып ҡайтты, барыһы ла бик ҡәнәғәт. Хаҡлы ялдағыларға ошондай ял итеү мөмкинлеге биргәндәре өсөн ҙур рәхмәт. Үҙемдең таныштарымды, элекке хеҙмәттәштәремде – кемде күрәм, барып ял итегеҙ, тип өгөтләп йөрөйөм.

Рәмилә САЛАУАТОВА, Бөрйән ра­йоны:

– Беҙ былтыр «Йоматау» шифаханаһында ял итеп ҡайттыҡ. Ун көнлөк бик матур ял булды. Иң беренсе сиратта шифахана хеҙмәткәрҙәренең ололарға мөнәсәбәте оҡшаны, шул тиклем иғтибарлылар. Музейҙарға экскурсияларға алып йөрөнөләр, көн һайын матур-матур байрамдар ойошторҙолар. Бигерәк тә Һабантуй байрамы бик оҡшаны. Ауыл халҡына ошондай мөмкинлек биргәне өсөн республика етәкселегенә ҙур рәхмәт. Был программа артабан да дауам итеп, һәр пенсионер шифахананың нимә икәнен күреп ҡайтһын ине, сөнки ауыл кешеһенең 18 – 20 мең һумға путевка алырға мөмкинлеге юҡ. Льготалы хаҡҡа путевка хаҡында райондың халыҡты социаль яҡлау бүлеге аша белдем. Район гәзитендә лә был хаҡта мәғлүмәттәр күп булды.

Минзилә САФИНА, Баймаҡ районы:

– Күптән инде ғариза яҙып, документтар тапшырып ҡуйғайным, белмәйем, нисек булыр, путевка эләгерме икән. Әлбиттә, берәй ергә барып, ял итеп ҡайтҡанда һәйбәт булыр ине. Былай ҙа бер ҡайҙа сыҡмайбыҙ бит инде. Йәй етһә, ауыл кешеһенең эше күбәйә лә китә. Баҡса, еләк-емеш, бесән тип, йәйҙең үткәне һиҙелмәй ҙә ҡала. Бына әле ҡаҙ бәпкәләре алдым, улар­ҙы әҙерәк ҙурайтмайынса тағы сығып китеп булмай инде. Сит илгә путевка эләгеүе икеле, Рәсәйҙең берәй ҡалаһына барып, йә булмаһа, үҙебеҙҙең шифаханаларҙың береһендә ял итеп ҡайтырға өмөтләнәм.

С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға