«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » САБЫУҘЫ ҺУҢЛАТҺАҢ – ҺАУЫМДЫ ЮҒАЛТЫРҺЫҢ



22.06.2012 САБЫУҘЫ ҺУҢЛАТҺАҢ – ҺАУЫМДЫ ЮҒАЛТЫРҺЫҢ

САБЫУҘЫ ҺУҢЛАТҺАҢ – ҺАУЫМДЫ ЮҒАЛТЫРҺЫҢ
Ауыл хужалығы эшсәндәре яҙғы баҫыу эштәренән тын алып, һабантуйҙарҙа рәхәтләнеп ял итеп тә өлгөрмәне, ҡыҙыу мәл – мал аҙығы әҙерләү осоро башланды. Әле республикабыҙҙың бөтә райондарында ла бесән әҙерләү эштәре ҡайнай. Бесәндән тыш, хужалыҡтарыбыҙ мал-тыуарҙы ҡышҡылыҡҡа сенаж, силос менән тәьмин итеү эшен дә дәррәү алып бара.
Башҡортостан Республика­һының Ауыл хужалығы министрлығынан алынған мәғлүмәттәр буйынса, быйыл мал аҙығының уңышы уртаса. Бөтә райондарҙы дөйөм алғанда, 2 миллион 356 мең тонна сенаж һәм 1 миллион 600 мең тонна силос әҙерләргә тейешбеҙ. Әле билдәләнгән уңыш кимәле планды үтәргә нигеҙ бирә − көндәр генә аяҙ торһон.
Мал аҙығын әҙерләү буйынса ҡырмыҫҡалы, Саҡмағош, Мәлә­үез, Нуриман, Благовещен, Борай райондары хужалыҡтары алдынғылыҡта бара. Хәйбулла менән Әлшәй райондары хужалыҡтары мал аҙығын күп күләмдә әҙерләүе менән айырылып тора. Әлбиттә, был эштең һөҙөмтәлелеге халыҡтың уңғанлығына, техниканың торошона ғына түгел, тәбиғәт шарт­тарына ла туранан-тура бәйле.
План буйынса Башҡортостан хужалыҡтары кәмендә 750 мең тонна бесән әҙерләргә тейеш.

“Шайморатов”тар, афарин!

САБЫУҘЫ ҺУҢЛАТҺАҢ – ҺАУЫМДЫ ЮҒАЛТЫРҺЫҢ
ҡырмыҫҡалы районында быйыл 14 мең тонна бесән, 65 мең тонна сенаж әҙерләргә тигән план ҡуйылған. Был үткән йылдағынан күберәк. Әлбиттә, мал аҙығын былтыр за етерлек кенә түгел, артығыраҡ итеп әҙерләгәйнеләр, ә быйыл мал һаны арттырылыуы сәбәпле, аҙыҡ тағы ла күберәк талап ителә. Халҡыбыҙ юҡҡа ғына, сабыуҙа һуңлаһаң, һауымды юғалтырһың, тип әйтмәгән. ҡырмыҫҡалыла бесән әҙерләү бик ҡулай ваҡытта старт алды – белгестәр билдәләүенсә, тап әле үләндәрҙең иң һутлы, иң матур сағы. Районда мал аҙығын әҙерләү буйынса иң алда “Надежда”, Шайморатов исемендәге, “Алатау” хужалыҡтары бара. Башҡалар ҙа тимерҙе ҡыҙыуында һуғып ҡалырға тырыша.
Данлыҡлы шәхесебеҙ генерал Шаймо­ратов исемен йөрөткән хужалыҡта мал аҙығын әҙерләү кампанияһы май аҙағында уҡ башланған. Хужалыҡтың башҡарма директоры Илгиз Йосопов әйтеүенсә, әлеге көнгә 1600 тонна сенаж еренә еткереп әҙерләнгән. Был планлаштырылған эштең 40 проценттан ашыуы тамамланған тигән һүҙ. ҡураларға 200 тонна бесән инеп ятҡан. Шулай ҙа салғылар тынмай әле − сабаһы бесән бар әле. Бынан тыш, Шайморатов исемендәге хужалыҡ 800 гектар майҙанда арыш, козлятник, люцерна һәм күстерә сапҡан.
Билдәле булыуынса, үткән йылда республика хужалыҡтарына мал аҙығын йыл ярымға етерлек итеп әҙерләргә ҡушылғайны. Был 2010 йылғы ҡоролоҡ эҙемтәләрен барлағандан һуң эшләнгән аҙым ине. Илгиз Йосопов билдәләүенсә, ул етәкләгән хужалыҡта ла былтырҙан малды ярты йыл буйы туйҙырырлыҡ аҙыҡ ҡалған.
Баҫыуҙарыбыҙ, ялан-ҡырҙарыбыҙ батыр­ҙары, уңғандары менән данлы. Шайморатов исемендәге ауыл хужалығы ойошмаһында ла тырыштар һәм үҙ эшенең тәмен, бәҫен белгәндәр генә эшләй. Хужалыҡта ситтән – Молдованан килеп эшләүсе белгестәр ҙә бар. Шулай ҙа төп эште тәжрибәле, уңған егеттәребеҙ – мал аҙығы ташыусылар Р. Сә­лимйәнов, Р. Хисамов, Н. Ғәлиуллин, И. Әминев, сапҡыста эшләүселәр Ф. Әйүпов, Т. Кәримов, үлән тейәүсе Р. Моратшин башҡарыуын билдәләп үтке килә.
− Үлән һәйбәт, һутлы үҫкән. Уртаса уңыш – гектарынан 24 – 25 центнер, − ти мал аҙығы әҙерләүселәр.
Бына шундай уңған һәм тырыш халыҡ йәшәй ҡырмыҫҡалыла. Ә тырышлыҡ һәм өлгөрлөк, ысынлап та, бөгөн бик кәрәк – Рәсәйҙең ҡайһы бер төбәктәрендәге кеүек беҙгә лә ҡоро көндәр килеүе ихтимал. Башҡортостан Республи­каһының Ауыл хужалығы министрлығынан алынған мәғлүмәттәр буйынса, быйыл ҡоролоҡ беҙҙәге 128 мең гектар майҙандағы уңышты юҡҡа сығарыуы бар. Бигерәк тә ярауай бойҙайға ауырға төшәсәк. Етмәһә, саранча менән болон күбәләге лә тынғы бирмәй – 250 мең гектар майҙанды баҫып алған. Шуға ла үләндәр кибә башлаған­ға тиклем мал аҙығын мөмкин тиклем күберәк әҙерләп ҡалыу – бөгөн һәр бер аҡыллы хужаның төп бурысы.

Элнара АБАКАЧЕВА,
Лилиә СИРАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға