«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Бәхил бул, шағирә…



19.06.2012 Бәхил бул, шағирә…

Бәхил бул, шағирә…
92-се йәшендә халҡыбыҙҙың билдәле шағирәһе, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге БР дәүләт премияһы лауреаты, “Почет билдәһе” ордены кавалеры Кәтибә Кәрим ҡыҙы Кинйәбулатова яҡты донъянан китеп барҙы.
Кәтибә Кинйәбулатова 1920 йылдың 15 сентябрендә Силәбе өлкәһенең Арғаяш районында тыуған. Ул 1953 йылда Өфөгә килә һәм әлеге “Ағиҙел” журналында эшләй башлап, үҙенең ғүмерен тулыһынса журналистика менән әҙәбиәткә арнай. “Башҡортостан ҡыҙы” журналын да тап Кәтибә Кинйәбулатова ойоштора. Һуңынан ул 1968 йылдан 1975 йылға тиклем ошо журналдың баш мөхәррире булып эшләй.
Талантлы шағирәнең әүҙем ижади эшмәкәрлеге һуғыштан һуңғы йылдарҙа башлана. Уның тәүге китабы 1954 йылда баҫылып сыға. Шул йылдарҙа Кәтибә Кинйәбулатованың балалар өсөн шиғырҙар һәм әкиәттәр йыйынтыҡтары ла (“Алтын тояҡ аҡ кәзә”, “Әнисә”, “Бөркөт”, “Йондоҙҙар бейей”, “Айгүзәлдең алтын асҡысы”) донъя күрә. Бынан тыш, талантлы ҡәләм эйәһенең повес­тары һәм башҡа әҫәрҙәре лә бик күп. Кәтибә Кинйәбулатова Пушкин, Адам Мицкевич кеүек билдәле шағирҙарҙың әҫәрҙәрен башҡорт теленә тәржемә итеүе менән дә әҙәбиәткә ҙур өлөш индерҙе. Шағирәнең 90 йыллыҡ юбилейы айҡанлы 2010 йылда “Вете­рандар” тигән китап нәшер ителде.
Халҡыбыҙҙың йөҙөк ҡашы, талантлы шәхес менән баш ҡалабыҙҙа кисә хушлаштылар.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға