«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Ғүмер буйы йөрөтәсәк исемең күркәм булһын



08.06.2012 Ғүмер буйы йөрөтәсәк исемең күркәм булһын

Кешенең яҙмышына күп нәмә йоғонто яһай тиҙәр – уның тыуған ваҡыты, урыны, ата-әсәһе, һаулығы, холҡо. Быға тағы исемен дә өҫтәргә кәрәк. Исем – кешенең айырылғыһыҙ бер өлөшө. Халыҡта киң таралған “кейеменә ҡарап ҡаршылайҙар” тигән әйтем исемгә лә бер аҙ ҡағыла ул. Сөнки матур, яңғырашлы, мәғәнәле исем кеше хаҡында ыңғай фекер ҡалдырыуҙа ла роль уйнауы мөмкин.
Иң мөһиме – исем ҡолаҡҡа ятышлы бул­һын. Мәҫәлән, башҡа халыҡтыҡы, башҡа мәҙәниәттеке булған исем икенсе милләт кешеһенә “йәбешмәүе” лә бар. Мәҫәлән, ҡаланан башҡорт ауылына башҡорт кешеләренең Ричард йә Елизавета тигән балаһы ҡунаҡҡа ҡайта, ти. Уны тәүҙә байтаҡ ҡына ваҡыт үсекләп йөрөтөүҙәре лә мөмкин. Шул уҡ ваҡытта бөгөн ярайһы ғына модаға инеп барған үҙебеҙҙең боронғо тарихи исемдәрҙе (Сәлимә, Зөләйха, Мораҙым, Буранбай) йөрөтөүселәр осраһа, ҡалай матур исем ҡушҡандар, тип һоҡланабыҙ. Һәр ике осраҡ та бала күңеленә һеңеп ҡала.
Замана психологтары исемдең яҙмышҡа йоғонтоһон ныҡ ҡына өйрәнә. Хатта хәреф-өндәрен берәмләп тикшерә. Баҡһаң, исемдең яңғырашы аңдағы эске ритмдар менән гармонияла булһа, кеше бик бәхетле һәм уңышлы була икән. Әгәр инде кем дә кем исемен яратмай, үҙ-үҙенә кире тойғолар тыуҙырып тик тора, имеш. Шуға ла белгестәр оҡшамаған исемдән арынып, яңыһын, күңелгә ятышлыһын “алырға” тәҡдим итә.
Тарихи исемде йөрөтөүсе иһә шул бөйөк шәхестең ҡаҙаныштарына ынтыла, ти. Һәм үҙенең дә уңыштарға ирешеүенә ышаныс ҙур. Мәҫәлән, минең бер танышым улына Сыңғыҙхан исемен ҡушҡан. Әсәһе мәрйә булһа ла, мосолман иренә ҡаршы килмәгән, бөйөк яугирҙың исемен ҡушыу әллә ни насар булмаҫ, тигән. Ә малай үҫә килә Сыңғыҙхандың биографияһы менән ныҡлап таныша башлаған, тарихҡа ғашиҡ булған һәм әле үҫмер, монгол яуы башлығы Сыңғыҙхан кеүек илдәрҙе баҫып алыусы булмаһа ла, ҙур кеше, ғалим йә президент булырға хыяллана. Ошо хыялына маҡсатлы рәүештә бара – яҡшы уҡый, спорт секцияларына йөрөй, лидерлыҡ һәләте асылған, тиҫтерҙәре араһында әҙ генә маһайыңҡырап та ала.
Бала тыуғас, әлбиттә, иң тәүҙә уның малаймы, ҡыҙмы икәнен белешәләр, артабан – ниндәй исем ҡушыуҙарын. Был ҡыҙыҡһыныуҙан ғына түгелдер. Яҙыусы һәм психолог, 30 йыл буйы кеше исемдәрен өйрәнеүсе Борис Хигирҙан ҡайһы исемдең “бәхетһеҙ” булыуын һорашҡандар.
– Юҡ, ундай исемдәр булмай, тик яңғырашһыҙҙары ғына тирә-йүндәгеләргә насар тәьҫир итеүе бар. Йәмһеҙ исемде йөрөтөүсегә бынан яҡшы булып китмәй. Исем менән атаһының исеменең тура килеүе лә мөһим. Бынан тыш, “р” хәрефе булған исемле кешенең холҡо ла бик үҙенсәлекле булыуын асыҡланым, – тигән Хигир әфәнде.
Психолог әйтеүенсә, исеме әйтелгән һайын кешенең мейеһенә, һаулығына тәьҫир итә. Сәйер исемлеләр йыш ҡына сирле, мыжыҡ була икән.
Әгәр ҙә исемең үҙ халҡыңдыҡы булмаһа, тора-бара тамырҙарыңдан алыҫлашыу ҙа, туғанлыҡ ептәренең өҙөлөүе лә мөмкин, тигән һығымта яһай тикшеренеүселәр.
Аңлағанға – ишара.

А. АҡБУЛАТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға