08.06.2012 Күккә осҡанда ла, ерҙән ҡеүәт алып ҡалҡына
– Гүзәл апай, һүҙҙе шунан башлағым килә. Ғүмер үтә, алтмыш йәш улай уҡ әҙ ҙә түгел кеүек, тик эшмәкәрлегегеҙгә ҡарағанда, мин һеҙҙе берсә йәш дәртле ҡыҙҙар кеүек заман менән бергә атлаған, һәр яңылыҡты үҙендә яңыртып, үҙ тауышын белдерергә ашыҡҡан замандашым, берсә аҡ сәсле, аҡ аҡыллы инәйҙәр кеүек аҡ һүҙегеҙҙе әйтергә ҡабаланған, шул уҡ ваҡытта үлсәп, тирә-яҡты байҡап, хәл-торошто баһалап фекерен белдергән остаз кеүек тә күрәм. Тыныс ҡына ситтән күҙәтеүсе йә битараф итеп күҙ алдына килтереүе ауыр.
– Тыумыштан да, булмыштан да, тормоштан да килә кешегә йәшәү рәүеше. Атайым романтик бер кеше ине – район үҙәгенә яҡын ғына йәшәп ятҡан еренән, беҙҙе – өс бәләкәс кенә ҡыҙын эйәртеп, юлһыҙ, утһыҙ, элемтәһеҙ ер аяғы-ер башы төпкөл ауылға күсһен дә барһынсы әле! Ауыл матур, әммә дүрт яҡтан да тауҙар менән ҡамалып, ҡаҙан эсендә ятҡан кеүек, шунан ары тормош та юҡ кеүек… Мәктәп балаларына китап-дәфтәр, дәреслек алыр урын юҡ, үҙе Белореттан Инйәргә тар колеялы тимер юлдан алып килә лә, артабан һал менән алып ҡайта. ҡыш булһа, ат менән ташый. Мәктәп бүлмәләре һыуыҡ, кәрәсин дә иҫәпле, партабыҙға май шәм ҡуйып ултыра инек дәрестәрҙә. Яҙыу ҡараһы туңа, ҡулдарыбыҙ һыуыҡтан күгәреп ҡата…
Мин һабаҡҡа төшкәндә мәктәп 7 йыллыҡ ине, шунан 8 йыллыҡҡа әүерелде. Уны тамамлағас, үҫмерҙәр йә Асыға, йә Инйәргә йөрөп уҡыны. Атайым урта мәктәп юллап йөрөй башланы. Биналарығыҙ, уҡытыусыларығыҙ юҡ, тип рөхсәт бирмәйҙәр. Шунда тәүәккәллеген әйт әле, мәктәп ремонтларға биргән аҡсаға ағас яҙҙырып, өмә эшләтеп, бина һалдыртты ла ҡуйҙы! Ауыл халҡы ла дәррәү – балаларын ситкә иртә сығарып ебәрмәҫ өсөн ихлас ярҙам итте. Әлбиттә, финанс тәртибен боҙған өсөн атайыма шелтә сәпәп, фельетон яҙып сыҡтылар, әммә был нимә инде, ауыл урта мәктәпле булғас!
Атайым махсус өйрәтеп ултырманы, йәмғиәт өсөн эшләү бик тәбиғи бер бурыс кеүек шул рәүешле күңелгә инеп ултырған да ҡуйған.
Әле һиңә яуап биргәндә кинәт сағыштырыу тыуҙы – кадрҙар ҙа еткелекһеҙ, эш тәжрибәһе лә булмаған килеш Белоретта саф башҡортса гәзит асырға тәүәккәллегем етеүе атайымдан бирелгән бер ҡөҙрәттер ул.
Талғын ғына, бер үҙгәрешһеҙ мөхиттә миңә һауа етмәй. Бар нәмә яңырып, хәрәкәттә торорға тейеш. Һис юғы өй эсендә ҡаралтыны булһа ла урынынан күсерә башлайым, оҙаҡ үҙгәрештәр булмай торһа.
Алты йәшемдә миңә атайым китапхананан беренсе китап алып ҡайтып биргәйне. Зәйнәб Биишеваның “Йәнле хәрефтәр”е булған ул. Шул ваҡыттан нимәлер уҡымаған көнөм бик әҙ булғандыр. Китап уҡығанда бит шуның эсендә йәшәйһең, геройҙары менән бер ғүмер йәшәп сығаһың! Ә һөнәрем, эшем буйынса күпме яҙмыштар күңелем аша үтте. Шуға бик күп ғүмер йәшәгән кеүек тоям ҡайһы ваҡыт үҙемде.
“Диңгеҙ” тигән шиғырымда:
“Мең йәш миңә һәм ун һигеҙ,
Сихырсыһың, ахыры, диңгеҙ”, – тип яҙғайным. Мин, ысынлап та, үҙемде шулай тоям…
Милләт, тыуған ер, Ватан тойғоһо йөрәктә һулҡылдап ҡына тора. Пафос өсөн әйтмәйем быны, ул ысынлап шулай. Үҙемде бәхетле тойор өсөн тәү сиратта миңә үҙемде уратҡан донъяның имен һәм төҙөк булыуы кәрәк.
Ана шунан килә ул республика үҙаллылығы өсөн хәрәкәттәге әүҙемлек тә, нимәнелер үҙгәртергә тырышыу ҙа, йәмғиәттәге хәл-ваҡиғаларҙың эсендә ҡайнау ҙа. Мин сәйәсәткә үҙ статусымды ҡайғыртып түгел, республикам статусын күтәреү маҡсаты менән килеп индем, ҡулымдан килгәнен эшләргә тырыштым.
– Шулай ҙа бер көн килеп Һеҙ тоттоғоҙ ҙа төрлө йәмәғәт эштәренән баш тарттығыҙ, һәр хәлдә, бик әҙ ҡатнаша башланығыҙ. Тик был күренеп йөрөгән мөхиттә генә булған икән – икһеҙ-сикһеҙ интернет океанында хәҙер элеккенән дә әүҙемерәк эштәр алып бараһығыҙ.
– Эйе, ҡышын бер нисә милләтһөйәр егет менән компьютер төшөнсәләрен тәржемә итеүгә тотондоҡ. Был эшебеҙҙе гәзитегеҙҙә баҫтырып та сығарҙыҡ. Әлбиттә, кемдер эшләгәнде көтөп ятырға ла була, әммә бер бик аҡыллы ҡатын әйткәнсә, “ҡараңғы тип зарланғансы, мин шәм ҡабыҙам”.
Хәҙер тиҙлектәр заманы, мәғлүмәти ташҡындар дәүере. Улар беҙҙең йәш быуынды ла әүрәтеп, өйрөлтөп алып инеп китә. Балаларҙы бынан тыйып булмай, бары уларға рухи ныҡлыҡ һалыу зарур – интернет донъяһында уларҙың сифатлы рухи аҙыҡ алыуы мөһим. Ә быны кем эшләргә тейеш һуң? Байтаҡ нәмә ана шул милләтһөйәр йәмәғәтселәр тарафынан эшләнә. Әммә был ғына аҙ. Зыялыларыбыҙҙың ошо тарафтан әүҙем тотоноуы талап ителә, сөнки бөгөн шәхесте урам да түгел, китап-телевидение ла түгел, интернет “әүәләй”.
Шуның өсөн, үҙ блогтарымдан тыш, “Бәйләнештә” (“Вконтакте”) селтәрендә махсус рәүештә өс төркөм алып барам – “Балалар өсөн башҡортса әҫәрҙәр”, “Башҡорт ҡатын-ҡыҙы” һәм “ҡотлауҙар, һөйөнсөләр, теләктәр”. Бында ҡуйылған материалдарҙың саф рухи шишмә булыуына өлгәшергә тырышабыҙ. Был эштә миңә ғалимә, яҙыусы-тәржемәсе Гүзәл Хамматова, танылған актриса Рәмилә Сәлимгәрәева, уҡытыусы Миләүшә Ғәйфуллина шулай уҡ йәмәғәт башланғысында ярҙам итә. Интернетта күренгән йәш зыялыларыбыҙ ҙа техник ярҙам күрһәтеүҙән баш тартмай, уларға рәхмәт.
Әле килеп башкөллө Википедия диңгеҙенә сумдым. Унда инеп китергә Ырымбур егете Вячеслав Чернев ярҙам итте, ул саҡырҙы. Башҡортса Википедияла ғына түгел, коми-зырян телендәге ресурста ла администратор ул. Тиҫтәгә яҡын телдә эшләй. Ә үҙенә бары 17 генә йәш, сит телдәр факультетында уҡып йөрөй. Башҡортса ла уҡымаған бит әле, туған телебеҙ буйынса ғилми хеҙмәт башлаған. Эсперанто, поляк телендә башҡорттар, башҡорт теле тураһында баҫылған мәҡәләләрҙә хаталар тапҡас, башта минең ҡарап сығыуымды һораны. Үҙ фекеремде әйтеп, шул ресурстарға протест белдереп яҙҙым. Вячеслав был мәғлүмәттәрҙе төҙәтте, тулыландырҙы. ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер нисә сайтта һәм блогта ошо йәһәттән ярҙам һорап яҙғас, белгестәребеҙҙән бер кем дә яуап бирмәне.
Википедияла һүҙлек эшләргә тотондом. Башҡортса викиһүҙлек яралғы кимәлдә генә ине әле. Хәҙер инде монголса-башҡортса һүҙлеккә 600-ҙән ашыу мәҡәлә индерҙем, төрөксә-башҡортса һүҙлекте башлап ебәрҙем. Викикитапханаға ла байтаҡ әҫәр урынлаштырҙым. Бынан тыш, элек баҫылған мәҡәләләрҙе тикшерәм, хаталарын төҙәтәм, тулыландырам. Әле башҡортса википедия әүҙемселәре етәксеһе Рөстәм Нуриев “Балаларға ҡыуаныс бүләк ит” тигән бәйге иғлан итте. Викикитапханаға тәүге булып балалар өсөн 1001 әҙәби әҫәр һәм әкиәт урынлаштырған кешегә батырҙар бүләге – бер һарыҡ вәғәҙә итте ул. Икенсе-өсөнсө урындар өсөн дә бүләктәр буласаҡ. Еңеүсе урындарға сыға алмағандарға мин үҙемдең шәхси күстәнәстәремде тапшырасаҡмын.
– Белорет тауҙары бөгөн (Өфөнән ҡарағанда) бейегерәк һәм ҡәҙерлерәкме, әллә бала, йәш саҡтарҙа күккә олғашҡан инеме?
– Дөрөҫөн әйткәндә, мин бөгөнгө һәм киләсәк менән йәшәй торған кеше. Уҙған эшкә салауат. Яҙмышҡа ышанам. Сөнки тормошомдағы күп нәмә хатта хыялыма ла инеп сыҡҡаны юҡ ине. ҡайҙандыр, тап бына шуны эшләргә тейешмен, тигән уй килә лә уны бойомға ашырыуға көс һала башлайым. ҡыҫҡа ғына арауыҡҡа ҡуйылған ниәт була ул, бик ҙур юлдарға алып килеп сығыр, тип уйламайһың да. Ә һөҙөмтәһе уйлағандан күпкә артығыраҡ булып та сыға, мөғжизәүи рәүештә. Тик хәрәкәтһеҙ тормаҫҡа! Көләмәс бар бит әле: бер әҙәм көн дә иртән уяна ла, эй Раббым, лотереяла миллион һум отһам ине, ти ҙә һорай икән. Ота алмай теге донъяға киткән был. Аллаһы Тәғәлә ҡаршыһына килеп баҫҡас, Раббым, һинән шул тиклем отош һораным, теләгемде үтәмәнең, ти икән. “Һуң, исмаһам, бер тапҡыр ҙа лотерея билеты һатып алманың бит”, – тигән яуап ишеткән, ти, был. Бына шулай, нимәгәлер өлгәшер өсөн иң башта “билет”ын алырға кәрәк бит.
– Һүҙ һәм ҡәләм ҡөҙрәтен белгән әҙип-журналист, ил, милләт мәнфәғәтен яҡлаған депутат, дингә мөкиббән бирелгән хажиә, заман технологияларын башҡорт иленә ныҡыш әйҙәүсе... Был өлкәләрҙә уртаҡлыҡ бармы ул?
– Һәммәһендә лә уртаҡлыҡ ул – иман. Кеше ҡайҙа эшләмәһен, йәшәмәһен, ни менән шөғөлләнмәһен, төп нигеҙе шул булырға тейеш. Бер хата ла, бер гонаһ та эшләмәй йәшәй алмай кеше. Беҙ бит фәрештә түгел. Әммә Аллаһы Тәғәләгә ихластан ышанаһың икән, Уның алдына баҫҡас, ҡылғаным өсөн нимә тип яуап бирермен, тип уйлайһың. Интернетта үткәргән ваҡытың файҙалы ғилемгә әйҙәй, милләтеңде, иманды ҡеүәтләндереүгә, йәш быуынды кәрәкле йүнәлештә тәрбиәләүгә хеҙмәт итә икән, Алланың ризалығы өсөн тип эшләнелә икән – бының яҙығы юҡтыр.
– Бөгөн башҡорт халҡына, ғүмере тағы ла оҙонораҡ, хатта мәңгелек булһын тиһәк, нимәгә нығыраҡ һәм күберәк иғтибар бирергә кәрәк?
– Төшөнкөлөккә бирелмәҫкә! Заманы шул тип, иманһыҙлыҡҡа, йыртҡыслыҡҡа төшмәҫкә! Бер-беребеҙҙе ҡыҫтап эсереп ағыуламаҫҡа! Хәләл юл менән юҡтан бар итергә тырышырға! Бөгөнгө ауырлыҡтар – ваҡытлы һынау. Уны күтәрә белергә, сабыр итергә кәрәк.
Күренекле ғалим, Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының тәүге мөфтөйө Риза Фәхретдин хәҙрәттәре: “Беҙ бөтә торған ҡәүем түгел, бәлки донъяла мәңге торор үә башҡа милләттәр менән берлектә ер йөҙөнән файҙаланыр өсөн килгән милләтбеҙ”, – тип яҙған. Мәңге торор өсөн килгәнбеҙ икән, үҙ еребеҙҙе, ата-бабалар мираҫы булып ҡалған Уралыбыҙҙы һаҡларға кәрәк. Нисек һаҡларға, был минән торамы ни, тиһегеҙме? Ошо ерҙә йәбешеп ятып йәшәүебеҙ, ишәйеүебеҙ менән! Донъя киң тип таралма, таралған тарыны тауыҡ сүпләй, тигән боронғолар. Еребеҙ бар икән – беҙ ҙә бар, йортобоҙ бар, яҡлар диуарыбыҙ бар. “Мираҫ” тигән шиғырымда былай тинем мин:
“Ергенәһе ҡәҙерле бит,
Баһалы бит халҡыма –
Күккә осҡанда ла, ерҙән
ҡеүәт алып ҡалҡына.
Ни кисерһәк – еребеҙҙә,
Халҡым һүҙенән беләм:
Ул – йығылып ятып илай,
Тәгәрәп ятып көлә.
Бәхете лә – ошо ерҙә,
Ләхете лә – ошонда,
ҡанбаба ҡаны һуғарған
Урал тигән йортонда.
ҡайғылары еңелерәк,
Шатлыҡтары татлыраҡ,
ҡараңғы төн – яҡлаусыһы,
Ә ҡояшы – яҡтыраҡ.
Беҙ бахыр тимәгеҙ аслан –
Был һүҙҙәр төптө ялған.
Ерҙән дә ҙур мираҫ бармы
Олатайҙарҙан ҡалған?!
Кендек бауым күмелгән ер!
Күмелеп беркетелгән.
Һиңә йығылып илайым,
Һиндә тәгәрәп көләм!”
Шөкөр, донъяны байтаҡ күреп йөрөнөм, ҡайҙа барһам да, ятһырамайым – кешелектең дөйөм ҡиммәттәре бер үк тиерлек бит ул. Тәртип, ҡануниәт үтәлеше менән, етеш тормошо менән оҡшаған илдәр бар. Бәлки, унда мин үҙебеҙҙәгегә ҡарағанда яйлыраҡ йәшәй ҙә алыр инем. Әммә бер илдең дә тупрағына йығылып ятып илай алмам, тәгәрәп ятып көлә алмам – иманым камил. Башҡортостаным тупрағы – ҡанбабалар ҡаны, ҡанбабалар тире, ҡанбабалар күҙ йәше менән һуғарылған тупраҡ, мине яралтҡан, әҙәм иткән тупраҡ. Ул – минең тупрағым, шул тупраҡҡа тупраҡ булып ятырға яҙһын.
Мөнир ҡУНАФИН әңгәмәләште.
Гүзәл СИТДИҡОВА
Был шәлкемде мин “Ғүмәр Хәйәмгә эйәреп” тип атаным. Сөнки яҙғандарым – туранан-тура тәржемә түгел, ә бары уның ижадына үҙемсә ҡараш, үҙемсә байҡау. Мин Хәйәмде шулай күрәм.
* * *
Меҫкен йәнем әрнегәндә
Еңеләйт хәлдәремде.
Йәшер, Раббым, яуыз күҙҙән
Гонаһлы мәлдәремде.
Сәғәҙәтле булайымсы
Бөгөн – бер аҙға ғына.
Иртәгә миһырбан һорап
Баҫырмын алдарыңа.
* * *
Ташланған туп әйтә алмай
“Ярай” ҙа, “юҡ” та тиеп,
Уйнаусы ҡайҙа ташлаһа,
Тик шунда барып тейер.
Беҙҙе лә, һорап тормайса,
Ташлайҙар был донъяға,
Тәҡдиренән ысҡындырмай,
Көн артынан көн аға.
* * *
Кем сәскән һөйөү гөлдәрен
йөрәге яраһына,
Үтмәгән бындай сабырҙың
ғүмере зая ғына!
Зая түгел – Аллаһыны йөрәге
менән тойған,
Һәм фанилыҡ шәрбәтен дә
кәсәгә тулы ҡойған.
* * *
Бәхәсләшә күрмә, зинһар, яуыз
хакимдар менән,
Улар үҙен бәндәләрҙән юғары
күрә гелән.
Ишәк түгеллегең һиҙһә, эсер
улар ҡаныңды,
Иманһыҙ, кафыр, тип, илгә
таратырҙар даныңды.
* * *
Һәр саҡ ғилемгә тартылдым,
бик күпте белдем һымаҡ,
Донъяның серханаһына асылып
торҙо йоҙаҡ.
Етмеш ике йыл буйына көн-төн
уйлап төшөндөм,
Шыр наҙанмын икән дәһә,
донъя ул – сикһеҙ йомаҡ.
* * *
Аллаһыҙ тиһеңме мине?
Әйтәһең көфөр хәбәр,
Топ-тоғро минең иманым һуңғы
сәғәткә ҡәҙәр.
Мине лә иманһыҙ тиһәң,
шундай һөҙөмтә көт һин –
Бар донъяны урап сығып,
тапмаҫһың бүтән мөьмин.
* * *
Хәйәм донъя ҡыуыусыны
аңламай, тиҙәр,
Өҙлөкһөҙ китап уҡыуҙан
айнымай, тиҙәр,
Кем нимәгә өлгәшә һуң –
аңла нығыраҡ,
Бер Аллаһ ҡына беләлер –
кем айнығыраҡ.
Ғилемленең тишек
тиндәй юҡтыр ҡәҙере,
Наҙандарҙан йырағыраҡ торһон
ҡәберең.
Шуға донъяны онотоп, уҡыйым
китап,
ҡалдырам килер быуынға бер
көйлө хитап.
Сереп байып бөтһәң дә һин –
шуны онотма,
Ғүмерең ахыры оҙонаймаҫ
хатта минутҡа.
Китап (ҡөрьән) һүҙен
аңламайса йәшәүең етер,
Бәлки, йәнең иртәгә үк баҡыйға
китер.
* * *
Бер ҡулға беҙ шарап тотоп
һыйланабыҙ,
Икенсегә ҡөрьән тотоп
ҡыйланабыҙ,
Бер Аллаға, бер иблискә
сәждә ҡылып,
Нәфсебеҙҙе тыя белмәҫ
диуанабыҙ.