«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » «Юридик ярҙам күрһәтергә әҙербеҙ»



08.06.2012 «Юридик ярҙам күрһәтергә әҙербеҙ»

«Юридик ярҙам күрһәтергә әҙербеҙ»
Ошо көндәрҙә республикабыҙҙың Адвокаттар коллегияһы үҙенең 90 йыллығын билдәләй. Юбилейҙар үткәндәргә йомғаҡ яһау, бөгөнгөһөн барлау, киләсәккә ҡараш ташлау мөмкинлеге ул. Башҡортостан Республика­һының Адвокаттар коллегияһы адвокаты Гүзәл Фуат ҡыҙы Харрасова менән һөнәре, ошо өлкәнең үҙенсәлектәре хаҡында һөйләштек.

– Гүзәл Фуатовна, ни өсөн ошо һөнәрҙе һайланығыҙ?
– Мин тыуып үҫкән ғаиләлә, шулай уҡ туғандарым араһында бер ҡасан да юристар булманы. Шулай ҙа үҫмер саҡтан уҡ ошо өлкә мине ҡыҙыҡһындырҙы. Уҡытыусыларым һәм яҡындарым мине ижади һөнәр һайлар тип уйлай ине. Оҫта һүрәт төшөрҙөм, бер нисә музыка ҡоралында уйнай инем. Әммә был шөғөлдәр бары хобби булып ҡалды, яҡындарым да тыуған көнөмә гармун бүләк иткәс, тынысланды.
Буласаҡ һөнәремде аңлы рәүештә һайланым. Белорет педагогия училищеһын тамамлағас, тиҫтерҙәрем кеүек педагогия вузына йәки мәктәптә уҡытыр­ға барманым. Үҙенә күрә ҡыйыу аҙым яһаным – бәлиғ булмағандар менән эшләү бүлеге инспекторы булып милицияға эшкә урынлаштым. Шул уҡ ваҡытта Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетына ситтән тороп уҡырға индем. Ике йылдан мине тәфтишсе итеп күсерҙеләр. Милицияла 20 йыл эшләгәс, отставкаға сыҡтым. Шунан һуң прокуратураға эшкә алдылар. Унда ун йылға яҡын тир түккәс, адвокат һөнәрен үҙләштерҙем.
– Тәүге уңыштарығыҙҙы иҫкә төшөрөгөҙ әле…
– Карьерамдың башы тип ике мөһим ваҡиғаны билдәләйем. Тәүгеһе – БДУ-ға уҡырға инеү. Ул саҡта республикала берҙән-бер юридик белем биргән факультет­ҡа конкурс бик ҙур ине һәм, башлыса, егеттәргә өҫтөнлөк бирелде. Икенсеһе – комсомол путевкаһы менән Эске эштәр министрлығы органына эшкә ебәрелеүем. Прокуратурала эшләү дәүерендә лә бик ҙур тәжрибә тупланым.
– Юрист-профессионал ниндәй талаптарға яуап бирергә тейеш?
– Тәү сиратта, үҙ эшенең оҫтаһы булыу шарт. Юриспруденцияның тик бер йүнәлеше буйынса ғына (мәҫәлән, хеҙмәт дәғүәһе, енәйәт йәки арбитраж эштәре һ.б.) эшләгән ҡайһы бер хеҙмәттәштәрем менән килешмәйем. Адвокат ошо киң өлкәнең бөтә йүнәлештәрен дә яҡшы белергә тейеш. Сөнки юриспруденцияла төрлө йүнәлештәр бер-береһе менән тығыҙ бәйләнгән. Шул уҡ ваҡытта теге йәки был проблеманы хәл иткәндә, уны төрлө яҡтан үлсәп, клиент өсөн уңайлы булған юҫыҡтан сығып эшләү талап ителә. Шуға күрә һәр аҙымды алдан уҡ күҙаллай белеү, ваҡиғалар ағышын анализлау кәрәк.
Профессионализмдан тыш, был һөнәр тырышлыҡты, белемең өҫтөндә туҡтауһыҙ эшләүҙе, әүҙем тормош позицияһында булыуҙы, кешеләр менән аралаша белеүҙе, яуаплылыҡты талап итә. Ғөмүмән, ыңғай сифаттары ни тиклем күберәк булһа, белгес шул тиклем ҡиммәтлерәк була. Был һәр өлкәгә лә хас.
– Адвокат менән клиент араһында ниндәй мотлаҡ принциптар булырға тейеш?
– Әлбиттә, ике яҡтың да бер-береһен хөрмәт итеүе кәрәк. Адвокат клиенттың проблемаһын ентекләп өйрәнергә, хәл-ваҡиға барышын белергә тейеш. Шул уҡ ваҡытта уны ялған вәғәҙәләр менән йыуатырға ярамай. Ә клиент адвокаттың эш һәм ял сәғәттәре тураһында аңлаһын ине. Юғиһә төнгө сәғәт 2-лә шылтыратып, проблемаһы менән уртаҡлашыусылар ҙа осрай.
Эшебеҙҙең төп принцибы – закон рөхсәт иткән бөтә юлдар менән клиенттың хоҡуғын яҡлау. күрәләтә үҙ мәнфәғәтенә ҡаршы күрһәтеү бирһә, адвокаттың был позицияны хупламауға хоҡуғы бар.
Клиентҡа килгәндә, ул үҙенең яҡлаусыһына ышанырға һәм проблеманы хәл итеүҙең законлы булмаған ысулдарын тәҡдим итергә тейеш түгел.
– Гүзәл Фуатовна, ғәйепләнеүсе менән төрмәлә осрашҡанда ниндәй хистәр кисерәһегеҙ?
– Ундағы кеше беҙҙән бер ере менән дә айырылмай, тик ул яҙа аҙымға барған, шул хаҡта онотор­ға ярамай. Һаҡ аҫтына алыу, йәмғиәттән айырыу, иректән мәхрүм итеү – яңылышҡан гражданды ҡайтанан тәрбиәләү, төҙәлергә мөмкинлек биреү ул. Шуға ла судҡа тиклемге тикшереү барышында енәйәтсе ғәйебен таныһа, тәүбәгә килһә һәм тәфтишселәргә ярҙам итһә, уға ҡарата йомшағыраҡ хөкөм ҡарары сығарыла.
Енәйәтсе менән төрмәлә ос­раш­ҡас, иң алда уны тыңлайым. Шунан уға ниндәй ярҙам күрһәтеп булыуын аңлатам. Клиенттың позицияһы ниндәй генә булмаһын, мин, адвокат, уны хөрмәт итергә тейешмен. Йыш ҡына улар психологик ярҙамға мохтаж була, шул ваҡытта рухын күтәрергә, дәртләндерергә тырышам.
– Әгәр ҙә Рәсәйҙең Генераль прокуроры йәки РФ Юғары Суды Рәйесе булһағыҙ, иң тәүҙә нимә эшләр инегеҙ?
– Минең фекеремсә, һуңғы йылдарҙа прокуратура төп бурысы буйынса эшләмәй. Улар төрлө йүнәлештәр буйынса күрһәткестәр әҙерләүгә өҫтөнлөк бирә. Бына шул система мине заманында прокуратуранан отставкаға китергә мәжбүр иткәйне.
Суд ҡарарын кассацион кире ҡағыуҙың эффектлығы тигән күрһәткес бар. Уның асылына баштан уҡ ыңғай мәғәнә һалын­ғайны. прокурор юғары торған суд инстанцияһына суд тарафынан сығарыл­ған законһыҙ ҡарарға протест индерергә тейеш. Был күрһәткес иң яҡшы осраҡта 100 процент булырға тейеш, йәғни прокурорҙың судтың законһыҙ ҡарар­ҙарын һәр саҡ иғтибар үҙәгендә тотоуы һәм ялыу биреүе мотлаҡ. Әммә прокурор күрһәтмәһе буйынса түгел, ә суд процесында ҡатнашыусының дәғүәһе буйынса суд ҡарары (хөкөмө) ғәмәлгә ашырылмаһа йәки кисектереп торолһа, был прокурорҙың күрһәткестәрендә кире сағылыш таба. Һөҙөмтәлә прокурорға судта ҡатнашыусының дәғүәһе буйынса һәр суд ҡарарына ялыу бирергә тура килә. Бына шулай итеп, уға төп бурысы – кешенең һәм граждандың иркен һәм хоҡуғын күҙәтеү, йәмғиәттең һәм дәүләттең мәнфәғәтен яҡлау урынына ошондай ваҡ мәшәҡәттәр менән шөғөлләнергә тура килә.
Суд системаһында ла байтаҡ проблема йыйылып китте. Эштәрҙең ҡаралыу ваҡыты боҙолоуы арҡаһында ҡаралған эштәр буйынса суд ҡарарын алып булмауы йыш күҙәтелә.
– Хеҙмәттәштәрегеҙ хаҡында һөйләһәгеҙ ине?
– Уларҙы ла тик йылы хистәр менән иҫкә алам. Юлымда һәр саҡ яҡшы кешеләр осраны. Милиция офицеры ғына түгел, шәхес булып үҫешеүем өсөн тәүҙә Белорет эске эштәр бүлеге начальнигы, шунан Белорет ҡала суды рәйесе булып эшләгән Йәмил Сабир улы Юнысовҡа (йәне йәннәттә булһын) рәхмәтлемен. Ә Илдар Хәмитов тәфтишсе булыу серҙәрен төшөндөрҙө, Шамил Исмәғилев прокуратураға үҙ ҡанаты аҫтына алғайны.
Бөгөнгө эшмәкәрлегемә килгәндә, адвокаттар палатаһының 19 коллегияһы, 8 бюроһы, 109 филиалы, 250-нән ашыу адвокаттар кабинеты бар. Унда яҡынса 1600 адвокат эшләй. Республика адвокатураһы берҙәмлеге һәм бөтә йүнәлештәрҙә лә уңышҡа эйә булыуы менән айырылып тора. Бында, әлбиттә, Булат Йомадиловтың ҡаҙанышы ҙур. Булат Ғүмәр улы 2003 йылда Башҡортостан Адвокаттар коллегияһы президиумы рәйесе итеп тәғәйенләнде, ә 2009 йылда БР Адвокаттар палатаһы президенты итеп һайланғайны.
Уның эшләү дәүерендә беҙ Федераль палата сиктәрендә тәүге позицияларҙы биләнек. Рәсәйҙең киң билдәле юристарының беҙҙең конференция-форумдарҙа йыш ҡатнашыуы ла шуны дәлилләй. Күп хеҙмәткәрҙәребеҙ “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған адвокаты”, “Баш­ҡортос­тан Республикаһының маҡтаулы адвокаты”, шулай уҡ юғары награда – Ф. Плевако исемендәге миҙал лауреаттары бар.
Киләсәктә лә халыҡҡа квалификациялы юридик ярҙам күрһәтеүебеҙҙе дауам итәсәкбеҙ.

Гүзәл БИКМӘТОВА әңгәмәләште.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға