02.10.2010 Торлаҡ өсөн аҡса йәл түгел
БР Хөкүмәте ултырышындағы сығышында БР-ҙың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Хәлит Мәхмүтов, авария фондынан халыҡты күсереү өсөн 10 – 15 миллиард һум аҡса кәрәк, тип белдерҙе. Проблеманы хәл итеү өсөн йыл һайын республика бюджетынан ғына бер миллиард ярым һум аҡса йүнәлтеү талап ителә.
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, программаны ҡеүәтләп, торлаҡ өсөн аҡса йәл түгел, тип билдәләне. Уның фекеренсә, ХХI быуатта кешеләрҙең ергә һеңеп бөткән, санитария шарттары булмаған, коммуналь хеҙмәтләндереүҙәрһеҙ йорттарҙа йәшәүенә юл ҡуйырға ярамай. Иҫке торлаҡты һүтеү буйынса республика программаһы кәрәк. Ул «Торлаҡ» программаһының бер өлөшө булып торорға тейеш. Эш, хеҙмәт хаҡы, торлаҡ эшмәкәрлектең өҫтөнлөклө йүнәлештәре булырға тейеш. Был йүнәлештә эште әүҙемләштерергә кәрәк, тине республика башлығы.
Рәзилә Насирова, Салауат педагогия колледжы уҡытыусыһы:
– Ата-әсәйем, оҙаҡ йылдар авария хәлендәге йортта ғүмер кисереп, донъя ҡуйҙы. Шуға күрә иҫке йортта йәшәгән кешеләрҙең хәлен бер һүҙһеҙ аңлайым. Ысынлап та, иҫке йорттар һүтелһә, урынына яңылары тәҡдим ителһә, ҡайһылай ҙа яҡшы булыр ине. Барактарҙы хәтерләткән ярым емерек йорттарҙа ололар ғына йәшәмәй бит. Бында үҫкән балаларҙың кәмһенеү тойғоһо көслө була, тип иҫәпләйем. Яңыраҡ ҡына бер оло танышым да, кит, бында йәшәйем, тип әйтеү түгел, алдында баҫып тороуы оят бит, тигәйне. Бына шулай. Бер яҡтан, халыҡтың торлаҡ мәсьәләһе хәл ителһә, икенсенән, ҡала-райондар ҙа төҙөкләнер, матурайыр ине.
Рафаэль ИСҡУЖИН, БДМУ студенты:
– Ысынлап та, торлаҡ өсөн аҡса йәлләргә кәрәкмәй. Миңә ҡалһа, эшләгән, иленә, халҡына файҙа килтергән һәр кемдең йәшәр урыны булырға тейеш. Авария хәлендәге йорттарҙы һүтеп, яңыларын төҙөһөндәрме, аҙ ҡатлы йорттарҙан ҙур ҡасабалар ҡалҡып сыҡһынмы – халыҡта хуплау ғына табасаҡ. Өфө эргәһендә төҙөлә башлаған аҙ ҡатлы йорттарҙы күреүе генә лә ниндәй ҡыуаныс! Был бигерәк тә беҙҙең – йәштәрҙең күңелендә киләсәккә ышаныс уята. Ошондай йорттар төҙөлә ҡалһа, киләсәктә кеше тупһаһын тапамаясаҡбыҙ. Иң мөһиме – торлағың булһа, ҡалғаны кешенең үҙенән тора. Мин шулай уйлайым.
Илсур БИКМӘТОВ, эшҡыуар, Баймаҡ районы:
– Эшләр эшең, ҡулыңа йоҡҡандай хеҙмәт хаҡың, йәшәр урының булыуы донъя көтәм тип тырышҡан һау-сәләмәт, айыҡ аҡыллы кеше өсөн ҙур уңыш тип түгел, ә ҡәҙимге күренеш тип ҡабул ителһен ине. Юғиһә Рәсәй кешеһенең бер нәмәһе булһа, икенсеһе – юҡ. Кем белә, бәлки, беҙ ҙә, ошо өсмөйөш донъяны булдырып, үҫешкән илдәрҙе ҡыуып етербеҙ.
Халыҡ мәнфәғәтен хәстәрләүгә йүнәлтелгән программалар гел ыңғай тойғолар уята. Донъя көтөүгә дәрт, сәм уяна. Күп тә үтмәй, таныштарҙың теге йәки был программа буйынса йә эш асыуына, йә торлаҡлы булыуына һөйөнәһең... Ғөмүмән, республикабыҙҙа халыҡ мәнфәғәтен яҡлаған эштәр күп булды, уларҙың киләсәктә лә дауам ителеренә шик юҡ.
Иршат РАМАҘАНОВ, тимер юл хеҙмәткәре, Өфө ҡалаһы:
– Үҙ торлағым юҡ. Дүрт кешенән торған ғаиләм менән ата-әсәйҙең фатирында йәшәйбеҙ. ҡасандыр фатир һатып алырмын, тигән өмөт тә юҡ. Сөнки... торлаҡ мәсьәләһен хәл итеүҙә дәүләт ярҙамыһыҙ булмай. Уртаса хеҙмәт хаҡы алып эшләгән кешегә тапҡан аҡсаһына ғына фатирлы, йә өйлө булыу мөмкин түгел. Ошо йәһәттән республикала матур башланғыс алған «Үҙ йортом» аҙ ҡатлы торлаҡ төҙөү проекты ҙур ярҙамсы булыр, тигән фекерҙәмен. Тәүге иғәнәлек аҡса туплап, ошо программа буйынса йорт алып булмаҫмы икән, тип ҡыҙыҡһына ла башлағайным. Тик нишләптер һуңғы ваҡытта проект тураһында бер хәбәр ҙә ишетелмәй. Шуға күрә киләсәктә баш ҡала эргәһендә ҡасабалар төҙөлөшө үҫешәсәкме, юҡмы – был турала хәбәрҙар түгелмен. Республика етәкселеге баш ҡала халҡының торлаҡ мәсьәләһен хәл итеүҙе аҙ ҡатлы йорттар төҙөү йүнәлешендә күрһә, идеяны яҡлаһа, отошло булыр ине.