05.06.2012 Рәсүл СӘҒИТОВ: «ҮҘ ТӨБӘГЕҢДЕКЕ МӨҺИМЕРӘК»
Журналист һәм яҙыусы, «Юлдаш» радиоһының ижтимағи-сәйәси һәм нәфис программалар бүлеге етәксеһе Рәсүл Сәғитов Мәскәүҙә ҙур еңеү яулап ҡайтты – «Мәғлүмәти партнерлыҡ: Власть – Киң мәғлүмәт саралары – Йәмғиәт» Бөтә Рәсәй конкурсында еңеп сыҡты. Гәзитебеҙҙең күптәнге дуҫына шылтыратып, был ваҡиға, сара тураһында һораштыҡ.
– Конкурс кемдәр араһында, нимә өсөн үткәрелде һәм уны кем ойошторҙо?
– Унда киң мәғлүмәт саралары, йәғни төрлө редакциялар, уларҙа эшләүсе айырым хәбәрселәр һәм шулай уҡ урындағы үҙидара органдары йәки уларҙың вәкилдәре (бер нисә төбәктән ҡала, район хакимиәттәре башлыҡтары бар ине) ҡатнашты. Шулай муниципаль хакимиәттәр вәкилдәре лә булды, сөнки бәйгенең исемендә лә был сағыла бит – власть тиелә. Ошо яуап эсендә нимә өсөн үткәрелеүгә ҡарата ла яуап ята: муниципалитеттарға – һәйбәт эш өсөн, хәбәрселәргә, редакцияларға ‒ ошо проблемаларҙы яҡтыртҡан өсөн, хәйер, был да – һәйбәт эш инде. Ике тармаҡҡа ла айырым номинациялар ҡаралғайны. Ә төп ойоштороусы Рәсәй Федераль Йыйылышының Федерация Советы булды, уның Ҙур Дмитровка урамындағы төп бинаһында эшләнек.
– Эшләнегеҙ?
– Бында асыҡлап үтергә кәрәк. Конкурсҡа йомғаҡ яһау, дипломдар тапшырыу бынан ҙурыраҡ икенсе бер сараның бер өлөшө булды. «Ҙурыраҡ сара» тигәнем – Бөтә Рәсәй баш мөхәррирҙәр конференцияһы. Ул өс көн дауамында Мәскәүҙә эшләне, шуның ике, юҡ, көн ярымы, әйтеүемсә, Федерация Советында уҙҙы.
– Конференцияла нимәләр ҡаралды?
– О-о-о, бик күп мәсьәлә – киң мәғлүмәт сараларының бөгөнгө хәле, һүҙ азатлығы, иҡтисади, юридик, әхлаҡи мөнәсәбәттәр һәм башҡалар. Конференция ошо йүнәлештәр буйынса белгестәрҙең беҙҙең алда сығышынан, дискуссияларҙан, үҙебеҙ эшләгән киң мәғлүмәт саралары менән таныштырыуыбыҙҙан ғибәрәт булды. Берәүҙәр быны шунда уҡ телдән башҡарҙы, икенселәр – яҙма рәүештә. Минең үҙемә баш ҡалаға китер алдынан ғына «Журналистика һәм медиабаҙар» журналына мәҡәлә яҙырға тәҡдим ителгәйне һәм шулай иттем дә. Рәсәй Журналистар союзы сығарған был баҫманың май һанында ул донъя күрҙе һәм конференцияла таратылды ла.
– Мәҡәләң нимә тураһында?
– Был конкурсҡа тәҡдим ителгән проектыма өҫтәмә булды. Ә проектым «Даирә» радиотапшырыуымдың урындағы үҙидара мәсьәләләренә арналған сығарылыштары ине. Конкурсҡа һайлап алынғандар араһында Башҡортостандан яңғыҙым ғына булыуымды иҫтә тотоп, унда был яҡлап тотош республиканы күҙ алдында баҫтырырға тырыштым. Юғиһә, мәҫәлән, Владимир өлкәһенең Гусь Хрустальный ҡалаһы вәкиленең беҙҙә бер ваҡытта ла булмауы, ә, тимәк, тормошобоҙҙо аңлап бөтмәүе лә ихтимал да баһа. Шуға күрә, әйтәйек, ҡала ерендәге муниципалитет менән ауылдағы үҙидара араһындағы айырмаларҙы асып һалыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙым. Күпселек иғтибарҙы ауылға бүлдем. Был турала журналдан уҡырға була, төп нөсхәһе баҫманың үҙенең, шулай уҡ ФРИП (Мәғлүмәти сәйәсәтте үҫтереү фонды) тигән ойошманың сайтында ла бар.
– Дәүләт хакимлығы яғынан киң мәғлүмәт сараларына ҡарата ниндәй фекерҙәр яңғыраны?
– «Район гәзиттәре ауыр, ләкин оҙаҡ йәшәйәсәк», – тигән (көлә). Юҡ, быныһын дәүләт вәкиле түгел, ә эксперттарҙың береһе белдерҙе. Уныһы ла дөрөҫ инде – кешенең бит әллә ҡайҙағы Мәскәүҙәге хәл-ваҡиғаларҙан бигерәк үҙе йәшәгән бәләкәй төбәктәге яңылыҡтарҙы белгеһе килә. Улар, гәзиттәр, йәнә лә ҡағыҙ килеш тә оҙаҡ ҡына донъя күрер, тигән уйҙамын. Сөнки олораҡ быуын һаман да, ҡыштырлатып, ҡағыҙ гәзитте уҡырға ярата. Яратмағаны ла мәжбүр – интернетҡа инеү бөтә ерҙә лә мөмкин түгел дәһә. Һәм гәзиттәр һаҡланһын да әле, тим. Үҙем дә хеҙмәт биографиямды район гәзитенән башлағайным. Ә бына ауырлыҡҡа килгәндә, еңеләйә төшһә, ҡана ла бит…
Дәүләт хакимлығы фекере тигәндән, уны ла ишеттек: Федерация Советы Рәйесе В. Матвиенко беҙҙең менән осрашыуҙа төбәк матбуғатына ихтыяжды юғары баһаланы.
– Еңеүең менән тағы бер тапҡыр ҡотлайбыҙ, яңы үрҙәр теләйбеҙ!
– Рәхмәт. Бергә булһын.
Мөнир ҡУНАФИН яҙып алды.