05.06.2012 Хеҙмәтен һөйгәндәр баһаланды
Башҡортостан Республикаһы Президенты Указына ярашлы, республикабыҙҙың бер төркөм талантлы шәхесе юғары исемдәргә лайыҡ булды.
Атап әйткәндә, Башҡорт дәүләт медицина университетының кафедра мөдире Тимербулатов Вил Мамил улына – Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн ордены; Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәре Сөләймәнов Риф Сафа улына – Салауат Юлаев ордены; Башҡорт дәүләт университеты доценты Әлибаев Зәки Арыҫлан улына – “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре”; Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры директоры Ишмуллин Ринат Исҡужа улына, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың бүлек мөдире Кирәев Илдар Салауат улына, Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы мөдире Йәнтүрина Рәзифә Әнүәр ҡыҙына “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” исемдәре бирелде.
Юғары баһа алыуығыҙ менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ! Эшегеҙҙә артабан да уңыштар юлдаш булһын!