«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Өфө районында һабантуй үтте



05.06.2012 Өфө районында һабантуй үтте

Өфө районында һабантуй үтте
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Николаевка ауылында үткән Өфө районы һабантуйында ҡатнашты.
Республика башлығы ауыл эшсәндәрен баҫыу эштәре тамамланыу менән ҡотланы, Өфө районының төбәктәге иң ҙур райондарҙың береһе булыуын билдәләп, түбәндәгеләрҙе һөйләне:
– Район миллионлы халҡы булған ҡаланы ҡулса кеүек уратып алған, Өфөнө экологик яҡтан таҙа аҙыҡ-түлек менән тәьмин итә. Һуңғы арала район йылдам үҫешә: ауыл хужалығы тармағы яңы үҫеш темпы алды, инвестиция проекттары тормош­ҡа ашырыла – былар барыһы ла беҙҙең уртаҡ эште күләмле итә. Ауыл халҡының тормошон еңеләйтер өсөн республика Хөкүмәте бөтәһен дә эшләргә тырыша – ауыл хужалығы техникаһы һатып алыуҙы субсидиялай, сәсеү һәм ураҡ эштәрендә ярҙам күрһәтә. Өфө районының тағы бер бурысы бар – ул үҙ биләмәһенә сәнәғәт предприятиеларын йәлеп итергә тейеш. Әлеге мәлдә ошо мәсьәләне хәл итеү буйынса эш алып барыла.
Ошонда уҡ һабантуйҙың төп сәхнәһендә Президент райондың айырыуса ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшкән хеҙмәткәрҙәрен бүләкләне.
«Алексе­евcкий» совхозы» дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятие­һының машина менән һыйыр һауыу операторы Резида Хәсәнова Башҡортостан Республика­һының Маҡтау грамотаһына лайыҡ булды. «Николаевка» агрофирмаһы тракторсыһы Рафаил Сәйетов «БР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре» исемен алды.
Район етәкселеге белдереүенсә, ауыл эшсәндәре 35 мең гектарҙан ашыу майҙанда – иген һәм 1000 гектар­ҙан ашыу ерҙә картуф сәскән.
Президент 119-сы йылҡы заводының, «ҡармасан» совхозының, «Өфө» ҡошсолоҡ фабрикаһының, райондағы башҡа предприятиеларҙың тирмәләрен ҡараны, Өфө районы «Йәйғор» балалар ижад йорто тәрбиәләнеүселәре әҙерләгән күргәҙмә менән танышты.
Әлбиттә, байрамды таланттар конкурсы, көрәш, гер спорты, волейбол, мини-футбол, ат сабыштары, халыҡ уйындары биҙәне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға