«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Физиканан көрәшсе уҡытһа, ни була?



29.05.2012 Физиканан көрәшсе уҡытһа, ни була?

Физиканан көрәшсе уҡытһа, ни була?
Рәмил Әхмәтйәнов 2002 йылда республикабыҙҙың иң яҡшы физик культура һәм спорт хеҙмәткәре тип танылғайны. Ун йыл үткәс, быйыл уға «Башҡортостан Республикаһы­ның атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре» исеме бирелде.
Рәмил Ғәли улы 1956 йылғы, төп сығышы менән урман төпкөлөнә боҫҡан, байтаҡ райондашыбыҙ хәҙер ишетеп тә белмәгән Көҙөй ауылынан. Рәмил ағайҙың баһадир кәүҙәһенә, ғорур һәм тура холҡона ҡарап, көҙөйҙәр батша карателдәренән ҡасырға мәжбүр ителгән Салауат Юлаев нәҫеленән, тигән тарихи версияға ышанырлыҡ!
Атаһы, Ғәли ағай, һуғыш ветераны ине. Үҙе көрәш менән мауыҡмаһа ла, был шөғөлдө яратҡан. Заманында хатта малайҙарҙы көрәштереп, еңеүселәргә үҙенең фронтта алған ике хәрби миҙалын бүләк итә. 1964 йылда Әхмәтйә­новтар ғаиләһе Иманғолға күсә. Рәмил Ғәли улы тиңдәштәре менән бергә саңғыла йөрөй, футбол уйнай, йүгереү менән шөғөлләнә. 16 йәшендә тәүге тапҡыр колхоз һабантуйында көрәш майҙанына сығырға тәүәккәлләй, унда 2-се урынды алып шатлана. Әммә был спорт төрөнә ул саҡта ылығып китмәй әле. 1972 йылда урта мәктәпте тамамлай, бер йыл колхозда эшләй, педагогия институтының физика-математика факультетына уҡырға инә. Аң-зиһене иң ҡатмарлы фәнгә төшөнөргә ирек бирә. Берәйһе «спортсылар аҡылға самалыраҡ була» тигән стереотипты әйтеп ҡараһын! Студент йылдарында егет, башлыса, ауыр атлетика һәм саңғы менән мауыға.
Диплом алып, физика дәрестәре уҡыта башлағас та (хәҙер стажы 30 йыл!) физик культураны онотмай. 1981 йылдан йәмәғәт башланғысында Иманғол егеттәренә милли көрәш буйынса күнекмәләр бирә башлай, әле лә был эште дауам итә. ҡаланың балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры булып та эшләп ала. 2007 йылдан бөгөнгә тиклем – район спорт комитеты тренеры. Йәғни төбәгебеҙҙә милли көрәш буйынса баш белгес. Әле ҡалала өс тиҫтәләп спортсыға күнекмәләр үткәрә, шулай уҡ йөрөп, Рәсүл мәктәбе уҡыусыларын да көрәш серҙәренә төшөндөрә.
Яҡшы тренер булыр өсөн уның үҙенең данлыҡлы чемпион булыуы шарт түгел (күп осраҡта киреһенсә лә килеп сыға), әммә Рәмил ағай нисә тиҫтә йыл инде көрәшеүҙән туҡтамай – республика кимәлендә 2-се, 3-сө урындарҙы яулағаны булды, әле лә район һабантуйында ветерандар ярыштарында уңышлы сығыш яһай. «Һаулыҡ булһа, ярыштарҙа ҡатнашасаҡмын. Үҙеңде яҡшы формала тотоу өсөн бик тә яҡшы!» – ти ул. Әммә шәхси ҡаҙаныштары – икенсе-өсөнсө сиратта. Бар булмышы – йәш көрәшселәр әҙерләү, еңеүҙәренә шатланып, еңелгәндәрендә дәртләндереп, яңы үрҙәргә этәреү.
Яҡынса ғына иҫәпләгәндә лә кәмендә 300-ләп егеткә көрәш серҙәрен асҡан!
– Миҙалдарҙы маҡсат итеп ҡуймайым, – ти ул, – иң мөһиме – йәштәр сәләмәт һәм көслө булып үҫһен. Кеше көслөрәк булған һайын холҡо ла ыңғай яҡҡа үҙгәрә бит, миһырбанлыраҡҡа әйләнә. Шулай ҙа ун өйрәнсегемдең береһе тәбиғи талант һәм эшһөйәрлеге менән юғары ҡаҙаныштарға ирешһә, минең өсөн шунан да ҙур ҡыуаныс юҡ. Ә ихлас күңелдән тотонһаң, һәр ерҙә лә һәләтле егет-малайҙар етерлек. Бер Иманғол ауылынан ғына 12 спорт мастерына кандидат әҙерләнде, Азат Ибраһимов – Рәсәй чемпионы, Шамил Әхмәтйәнов ‒ Рәсәйҙең бронза призеры дәрәжәһенә етте. Дөйөм ал­ғанда, һуңғы аралағы иң ҙур уңыштар исемлегенә Руслан Йосоповтың донъя чемпионы булыуын (2010 йыл), Алмас Әсәҙул­линдың Рә­сәй­ҙә икенсе урынға сығыуын (2010 йыл) һәм Дим Хәйрул­линдың шулай уҡ Рәсәй кимәлендә көмөш миҙал алыуын индерергә була.
Әлбиттә, «көрәш аҡһаҡалы» дәрәжәһенә (йәшенә түгел) еткән кеше менән һөйләшкәндә, милли спорт төрөн үҫтереү перспективаларын да урап үтмәнек. Рәмил Ғәли улының фекере буйынса, төп шарт тренерҙар штатын нисек тә булһа арттырыу (һәр ауылда шөғөлләнергә теләүсе балалар бихисап). Юҡһа йәштәр йә икенсе спорт төрөнә әүрәй, йә бөтөнләй сәләмәт йәшәү рәүешенән ситләшә. Икенсе төп проблема аҡсаға килеп терәлә. Үҙ ҡаҙаныңда ғына ҡайнап, ярыштарға һирәк йөрөһәң, спортсы артабан камиллаша алмай, шөғөлләнергә дәрте лә һүрелә. Ситкә сығыу ҡиммәт, был йөктө спортсылар үҙҙәре йә ата-әсәләре генә һөйрәй алмай. Ярыш була ҡалһа, Рәмил Ғәли улының теңкәһенә иң ныҡ тейгәне – төрлө предприятие-учреждениелар буйлап йөрөп, матди ярҙам һорарға тура килеүе. «Башҡалар бындай мөмкинлекте тапмай икән, ахыр сиктә «Энергоремонт» йәмғиәтенә (директоры Әхтәм Абдрахманов), Башҡорт алтын табыу компанияһына (Ирек Ғиззәтуллин) йә эске эштәр бүлегенә (начальнигы Рим Аспапов) мөрәжәғәт итәбеҙ, улар буш ҡалдырғаны юҡ», – тип йылмайҙы тренер.
Нисек кенә булмаһын, Рәмил Әхмәтйәнов кеүек кешеләр эшләгәндә, төбәгебеҙ көрәшселәренең даны һүрелмәйәсәк, тип өмөтләнергә урын бар. Һәр хәлдә, Әхмәтйәновтарҙың көрәш тренер­ҙары династияһы дауам итә: Рәмил ағайҙың улы Рушан – ике тап­ҡыр республика чемпионы дәрәжәһенә еткән спортсы, хәҙер Иманғол ауылында йәштәр өсөн күнекмәләр үткәрә башлаған, кескәй ейәне Рәмилдең дә, ололарҙың көрәшкәнен күрһә, күҙҙәрендә осҡон балҡый. Ул да оҙаҡламай көрәш балаҫына баҫырға хыяллана.
Мәҡәләнең аҙағында, был юл­дар­ҙың авторы Рәмил Ғәли улында физиканан белем алыуынәйтеп үтеү урынлы булыр. Бер һүҙһеҙ, ул – үҙ фәнен бик яҡшы белгән һәм уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындыра алған, ябай ғына тел менән ҡатмарлы ғилемде төшөндөрөү һәләтенә эйә мөғәллим. Башҡаһынан тыш, ғәйрәтле кәүҙәһе һәм һәр кемгә кешелекле булыуы үҙенә ҡарата ихтирам уята. Һөҙөмтәлә дәрестәре лә мейегә ныҡ һеңгән. Мәктәпте тамамлауыма теүәл 30 йыл үтте, ә Рәмил ағай төшөндөргән Ньютондың өс законы йә «ябыҡ системала импульстар суммаһының һаҡланышы» төшөнсәһе әле лә хәтерҙә, төндә уятһалар ҙа, яттан һөйләп бирә алам... Хәлдән килһә, «Атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре» исеменә өҫтәп, атҡаҙан­ған уҡытыусы дәрәжәһен дә бирер инем!
Ғөмүмән, физика уҡытыусыһының физик культура өлкәһендә танылыуы бер ҙә сәйер булып күренмәй. Тегеһе лә, быныһы ла тәбиғәткә яҡын бит. Бәлки, шуғалыр, Рәмил ағайҙың үҙендә семтем дә яһалмалылыҡ, ике йөҙлөлөк юҡ! Ихлас уҡыта, ихлас күнекмәләр үткәрә, ихлас йәшәй.

Илфат ЯНБАЕВ.
Учалы ҡалаһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға