«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Айыуға ялан ҡул йөрөгән кешеләр бит ул



29.05.2012 Айыуға ялан ҡул йөрөгән кешеләр бит ул

Айыуға ялан ҡул йөрөгән кешеләр бит ул
Асҡарҙа үткән «Президент ярыштары» республика спорт-һауыҡтырыу фестиваленең төбәк этабында Бөрйән спортсылары иң көслөһө тип табылды
– Туҡһан, йөҙ, йөҙ ҙә ун, йөҙ ҙә ҡырҡ... – Ишһылыу Вәлиева ҡулдарында күнекмә эшләгәндә (отжимание), көйәрмәндәр уның тирәләй йыйылды. Берәүҙәр Бөрйән районы командаһының шәп ҡыҙыҡайына, етер инде, иртәгә ҡулһыҙ булаһың бит, барыбер хәҙер һине бер кем дә ҡыуып етә алмаясаҡ, тиһә, икенселәр, берәй нисек йөҙ иллегә тултыр, тип дәртләндер­ҙе. Әммә Ишһылыу бер кемгә лә иғтибар итмәй, артабан эшләүен дауам итте – йөҙ ҙә илле, йөҙ ҙә алтмыш, йөҙ ҙә етмеш, йөҙ ҙә һикһән...
– Ул унда мәңгегә йәбештеме әллә?! – бер ҡыҙ көнләшеүҙән шулай тип мыңғырлап ҡуйҙы. Эсе бошһа ла бошҡандыр, сөнки уларға иғтибар ҙа итеүсе юҡ, бар халыҡтың күҙе ошо ҡаҡса кәүҙәле ярышсыға төбәлгәйне. Ниһайәт, Ишһылыу йөҙ ҙә туҡһанды ашып китеп, ике йөҙгә лә етте. Шунан һуң ғына хәлдән тайып йығылды. Иптәштәре, ҡыуана-ҡыуана, уның беләктәрен ыуғыслай башланы: «Ай, афарин!».
– Ауылда йөҙ ҙә алтмышты эшләй торғайным, бөгөн ике йөҙгә тултырырға ниәтләнем, – тине фото төшөргә ҡырҡа баш тартҡан Ишһылыу. – Былтыр ошо уҡ ярыштарҙа йөҙ ҙә утыҙҙы эшләп еңгәйнем. Күнекмәләрҙән тыш, ҡулды нығытыр өсөн һыйыр һауам, һыу ташыйым.
– Егеттәрең ары торһон! – тип көйәрмәндәр тел шартлатҡанда, Учалы командаһынан Кристина Кәримова ҡойолоп уҡ төштө: «Мин Учалыла туҡһанды эшләп, абсолют еңеүсе булғайным, бында бер иллене эшләй алһам ярар ине». ҡурсаҡтай ғына ҡыҙға сират килеп еткәс, ул үҙен ҡулға алып, күнекмәне йылдам ғына башлап ебәрҙе. Алтмышты үткәс, Кристина башын күтәрмәй генә: «Нисәү?» – тип һораны. Яуапты ишетеп, күнекмәне эшләүен дауам итте. Ул да, рух ныҡлығы күрһәтеп, һуңғы секундтарҙа ихтыяр көсө менән генә үҙенең һөҙөмтәһен йөҙ ҙә икегә ҡәҙәр яҡшырта алды. Бына һиңә ҡаҡса ҡыҙҙар! Әлбиттә, Кристина өлөшөнә лә алҡыштар, маҡтау һүҙҙәре эләкте. Ә тейешле һөҙөмтә күрһәтә алмаған ҡыҙҙар, әсенеп, күҙ йәшен түкте... ҡулда күнекмә эшләүҙә (отжимание) Ишһылыу – беренсе дәрәжә, Кристина – икенсе, Нурзилә Тулыбаева (Бөрйән) өсөнсө дәрәжә дипломға лайыҡ булды.
Айыуға ялан ҡул йөрөгән кешеләр бит ул
– О-о, бигерәк оҙаҡ ҡыймылдай­һығыҙ, – тип һөйләнде көйәрмән­дәр­ҙең береһе, турникта күтәрелеүселәр янына килеп.
– Күп эшләйҙәр бит, – тип йылмай­ҙы судья Руслан Илһамов. – Бишәр-алтышар ғына күтәрелһәләр, күптән бөтөр инек, ә был балалар «ыһ» та итмәй ун биш-егерме тапҡыр күтәрелә лә ҡуя. Бөрйәндән Илнар Сәйфетдинов егерме алты тапҡыр күтәрелде! Айыуға ялан ҡул йөрөгән кешеләр бит улар.
Был төр ярыштар­ҙа Илнар еңеүсе булып, икенсе урынға – Илдар Сәйфетдинов (Бөрйән), өсөнсөгә Тимур Ғәбиҙуллин (Учалы) сыҡты.
Оҙонлоҡҡа һикереүҙә лә хис-тойғолар ташты инде. Оҙон ботло ҡала ҡыҙҙары, елле генә һелтәнеп һикергән булһа ла, әллә ни алыҫҡа китә алманы. Ә бына Бөрйәндән Алина Боҫҡонова барыһының да танауына сиртте – урындан оҙонлоҡҡа һикереүҙә уға етеүсе булманы. Рита Ғәлләмова (Әбйәлил) икенсе урынды яуланы, ә Әлиә Динисламова (Межгорье) – өсөнсө. Егеттәр араһында иһә учалылар Тимур Ғәбиҙуллин (уның һөҙөмтәһе 2 м 70 см!), Эркин Нурмөхәмәтов, Илтуған Дәүләткирәев бөтә призлы урындарҙы алып шатланды. Алтмыш метр араға йүгереүҙә лә Илтуған менән Эркин беренсе һәм өсөнсө урынды яуланы, ә Әбйәлил егете Ғәзиз Сәғәҙәтов икенсе дәрәжә диплом менән бүләкләнде. Ошо уҡ араға йүгергән ҡыҙҙар араһында еңеүселәр исемлегенә Йондоҙ Мирасова, Лилиә Килова (Учалы), Татьяна Пряхина (Сибай) инде. Бер мең метр араға йүгереүҙә Рифат Әғзәмов (Әбйәлил), Тимур Ғәбиҙуллин, Денис Икрамов (Учалы), Йондоҙ Мирасова (Учалы), Рита Сафина, Гөлнәзирә Ильясова (Әбйәлил) призлы урындарға сыҡты. Иң йүгерек ҡыҙ Йондоҙ, иртәле-кисле йүгерәм, тип еңеү серен асты: «Йүгереү шундай ныҡ оҡшай, тындар иркенәйеп китә!» Ә Илтуған еңел атлетикаға ҡарағанда гер күтәреүҙе үҙ итә икән: «Махсус рәүештә шөғөлләнмәйем, мал баҫтырғанда ғына йүгерәм инде».
Абсолют еңеүсе исемен иң күп мәрәй йыйған Алина Боҫҡонова, Рита Ғәлләмова, Гөлнәзирә Ильясова, Рифат Әғзәмов, Илнар Сәйфетдинов, Дмитрий Кургаев яуланы. Командалар араһында Зиннур Боҫҡоновтың тәрбиәләнеүселәре (Бөрйән районы) иң көслөһө тип табылды. Әбйәлилдәр менән учалылар – ярыштың көмөш һәм бронза призерҙары.
Ун команда ҡатнашҡан ярыш тамамланһа ла, йәш спортсылар­ҙың кисерештәре оҙаҡ тынманы – һәр команда киләһе йылға өмөттәр бағлап таралышты. Ә киләһе йыл иң көслөләр, иң етеҙҙәр, иң шәптәр кем булыр – ваҡыт күрһәтер.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға