«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Телеңде йоторлоҡ



01.06.2012 Телеңде йоторлоҡ

Йогурт менән тауыҡ
Телеңде йоторлоҡТауыҡтың түш ите, 300 грамм шыйыҡ ҡаймаҡ йәки йогурт, һарымһаҡ, 150 грамм сыр, тоҙ, борос һәм башҡа тәмләткестәр алына.
Йогуртҡа тоҙ, борос, иҙелгән һарымһаҡ һәм башҡа тәмләткестәрҙе ҡушып бутарға. Итте аҙыҡ әҙерләнәсәк формаға һалып, өҫтөнә йогурт ҡойорға. Сырҙы эре ҡырғыс аша үткәрергә. Иң һуңынан ит сыр менән ҡаплана һәм 45 – 50 ми­нут­ҡа уртаса ҡыҙыулыҡтағы мейескә ҡуйыла.

Бананлы
эремсек

Ике-өс ҡалаҡ шыйыҡ ҡаймаҡ, өс ҡалаҡ шәкәр, 3 йомортҡа, ярты стакан он, 500 грамм эремсек, 2 банан, ҙур ғына киҫәк аҡ май.
Шәкәр, йомортҡа һәм ҡаймаҡты ҡушып туҡырға ла, ошо массаға эремсек менән ондо ла ҡушырға. Бананды дүртмөйөшләп ҡырҡып, ҡамырға өҫтәргә.
Аҙыҡ әҙерләнәсәк һауыт аҡ май менән майлана, уға ҡамырҙы һалып, 40 минут тирәһе артыҡ ҡыҙыу булмаған мейестә бешерергә кәрәк.

Үләнле икмәк

ҡалас йәки батон, аҡ май, бер ҡалаҡ зәйтүн майы, петрушка, базилик, йәшел һуған, ҡырғыстан үткәрелгән сыр, тоҙ.
Мейесте ныҡ ҡына ҡыҙ­ҙырырға. Һауытҡа аҡ һәм зәйтүн майын, иҙелгән һарымһаҡ, сыр, ваҡланған үләндәрҙе һалып бутарға. Батонды телергә һәм һәр телемгә алдан әҙер­ләнгән массаны һы­лап сығырға. Шунан ба­гет­ты фольгаға урарға һәм 15 – 20 минутҡа мейескә ҡуйыр­ға. Был икмәкте эҫе килеш ашау тәмле.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға