«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Иң кәрәкле конкурс



01.06.2012 Иң кәрәкле конкурс

«Хәүефһеҙ тәгәрмәс» балаларҙы юл хәрәкәте хәүефһеҙлегенә өйрәтәсәк
Көн һайын юлдарҙа тиҫтәләгән кешенең ғүмере өҙөлә. Иң аяныслыһы әле йәшәй ҙә башламаған балалар, бөтә киләсәге алда булған йәштәр һәләк була. Әле йыл башынан алып ҡына республикала биш бала юл фажиғәһендә һәләк булған. Әлбиттә, бында балаларының ғүмерен һаҡлап алыу хәстәрен күрмәгән ата-әсәләр ҙә, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен тотмаған водителдәр ҙә, шулай уҡ ярамаған ерҙән юл аша йүгереп сыҡҡан балалар үҙҙәре лә ғәйепле. Йыл һайын Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы менән Мәғариф министрлығы тарафынан ойошторолған «Хәүефһеҙ тәгәрмәс» конкурсының төп маҡсаты – балалар ҡатнашлығындағы юл-транспорт фажиғәләрен кәметеү, ғәзиз балаларыбыҙҙың юл-транспорт фажиғәһе ҡорбаны булыуына юл ҡуймау, балаларҙы юлда хәүефһеҙ хәрәкәт итергә өйрәтеү.
Был конкурстың тарихы бик ҙур. Ул республикабыҙҙа 1973 йылдан үткәрелә. Быйыл уны үткәреү өсөн Благовещен райо­нындағы «Зарница» балалар-һауыҡтырыу лагеры һайланған. Ярышта барлығы 63 команда ҡатнаша. Улар – республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән килгән 250-нән ашыу йәш инспекторҙар хәрәкәте ағзаһы. Уҡыусылар конкурста юл хәрәкәте хәүеф­һеҙлеге ҡағиҙәләре, тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү, тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре буйынса белемдәрен һынап ҡараясаҡ, «Автоҡаласыҡ»та – шәхси беренселеккә, велосипедта йөрөүҙә, «Бергәләп – юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге өсөн!» ижади конкурсында көс һынашасаҡ.
Конкурсты асыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының Юл хәрәкәте хәүеф­һеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы начальнигы, полиция полковнигы Динар Ғилметдинов, Благовещен районы хакимиәте башлығы Фәрит Фазылов, БР Мәғариф министрлығы эксперты Роза Зәйнәшева ҡатнашты. Динар Заһит улы, йәш инспекторҙарҙы тәбрикләп, конкурс­тың балалар ҡатнашлығында юл фажиғәләрен кисектереүҙәге әһәмиәтен билдәләне. Статистика күрһәтеүенсә, юл-транспорт фажиғәһендә һәләк булыусы балалар һаны кәмеүгә табан бара. Былтыр, мәҫәлән, юлда 21 баланың ғүмере өҙөлгән, ә ҡасандыр был һан 37-гә тиң булған. Динар Ғилметдиновтың үҙенең дә алыҫ 1984 йылда ошондай уҡ конкурста ҡатнашыуы йәш инспекторҙарҙа ҡыҙыҡһыныу уятмай ҡалмағандыр.
2008 йылда конкурстың күсмә кубогы булдырыла. Иң тәүгеләрҙән булып уға Нефтекама ҡалаһы командаһы лайыҡ була. Ике йыл рәттән кубокты Өфө командаһы яулай. Республика конкурсында еңеүсе команда ярыштың Рәсәй этабында ҡатнашыу хоҡуғын да ала.

С. ЛОТФУЛЛИНА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға