«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Йәштәр һайлау темаһын фәнни яҡтан өйрәнә



01.06.2012 Йәштәр һайлау темаһын фәнни яҡтан өйрәнә

Йәштәр һайлау темаһын фәнни яҡтан өйрәнә
Башҡортостандың үҙәк һайлау комиссияһы йәштәр менән әүҙем эшләй. Сәйәси сара алдынан йәш электорат йә буласаҡ һайлаусылар менән осрашыуҙар үткәрһенме, төрлө конкурстар ойошторһонмо – барыһы ла һайлауға йәлеп итеү, ошо өлкәлә егет һәм ҡыҙҙарҙы ниндәй ҙә булһа мәғлүмәтле итеү өсөн. Был бик яуаплы һәм әһәмиәтле эш. Республиканың юғары уҡыу йорттары студенттары һәм аспиранттары өсөн иғлан ителгән һайлау хоҡуғы, процесы мәсьәләләре буйынса конкурс та ошо иҫәптә.
Конкурс булғас, әлбиттә, мәле етеп, уға йомғаҡ та яһала. Был юлы еңеүселәр БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай йортона саҡырылғайны. Уларҙы йылы ҡаршылап, Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев, ҙур эш башҡарыуҙары, уны лайыҡлы атҡарып сығыуҙары менән ҡотланы, һайлау ҡануниәтендәге яңылыҡтар менән таныштырҙы.
Быйыл конкурста Башҡортос­тандың туғыҙ вузы студенттары һынау тотҡан. Улар араһында Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институты, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, БДУ-ның Нефте­кама, Стәрлетамаҡ (педагогия академияһы) филиалдары студенттары бар.
− Беренсе урынды яулаусы Дамир Ишембаев – бөгөндән үк һайлау комиссияһы составында эшләй алырлыҡ егет, − тине Хәйҙәр Арыҫлан улы йәштәр менән осрашыуҙың бүләкләү өлөшөнә күскәндә.
Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институты студенты Дамир Ишембаев “Һайлау ҡануниәтен яңыртыу: проблемалар һәм перспективалар” (етәксеһе – М. Коршунова) тигән темаға ҙур фәнни эш яҙған.
Салауат ҡалаһының 25-се башҡорт гимназияһын тамамлап, әле икенсе курста уҡыған егет мәктәп йылдарында уҡ төрлө олимпиадаларҙа, һайлау темаһына бәйле конкурстарҙа ҡатнашҡан, еңеүҙәр яулаған.
− Һайлау беҙҙең йәмғиәттә әһәмиәтле урын алып тора, − тип етди итеп һүҙ башланы Дамир әңгәмәләшкәндә. – Уның демократик, закондарға ярашлы үтеүе мөһим. Дәүләт үҫешә. Закондар ҙа уға яраҡлашырға тейеш. Шуға ла тема һайлағанда, аҙаҡтан эшемде яҙғанда ошоларҙы күҙ уңында тоттом, яңырыштар, үҙгәрештәр юлын күрһәтергә тырыштым. Тема бик көнүҙәк тойолдо. Декабрь, март һайлауҙары алдынан Президент, Премьер-министр тарафынан һайлау ҡануниәтенә ҡағылышлы күп кенә инициатива булды. Ошо үҙгәрештәрҙе күҙәтеп барҙым. Әле иһә ул башланғыстар бойомға ашырыла.
Егет уҡыу йылы барышындағы практикаһын Үҙәк һайлау комиссияһында үтергә теләге барлығын да белдерҙе. Был өлкә уны бик ҡыҙыҡһындыра икән. Тимәк, үҙ белемен һынап ҡарап, комиссия рәйесе үрҙә телгә алыуынса, эшләй алырлығын дәлилләү мөмкинлеге буласаҡ.
Шулай итеп, Дамир Ишембаев I дәрәжә диплом һәм ете мең һум премия ла алды.
Икенсе урында – Радмир Аҡсулпанов (Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы студенты), Фирүзә Ғәлиева (Хоҡуҡ институты), Сулпан Йосопова (БДУ-ның Нефтекама филиалы). Йәштәрҙең эш темаларына күҙ һалғанда, шундай ҙа етди нәмәләр хаҡында яҙып, еңеү ҙә яулауына һоҡланмаҫ ерҙән һоҡланырлыҡ.
Тантанаға килеүселәр араһында мөләйем бер ҡыҙ бик таныш күренгәйне. Баҡһаң, Дилбәр Дәүләтова 2007 йылда беҙҙең баҫманың ”Йәшлек” гүзәле” конкурсында гран-приға лайыҡ булған, “Һылыуҡай − 2007” республика матурлыҡ бәйгеһендә лә беренсе урын алған икән.
− Әлбиттә, был конкурс матурлыҡ бәйгеһенән айырыла. Шулай ҙа бик теләп ҡатнаштым. Былтыр-быйыл һайлауҙар үткәнгә күрә гәзиттәрҙә был турала байтаҡ яҙылды, фәнни эшемдә шуларҙы ҡулландым, интернеттан эҙләнем, уҡытыусым (етәксеһе – И. Исхаҡов) ярҙам итте. Үҙем юридик йүнәлештә уҡығас, бик ҡыҙыҡ тема булды. Призлы урын яулауыма шатмын, уны киләсәккә лә дәртләндереү һымаҡ ҡабул иттем, − ти Дилбәр.
Өсөнсө урында тағы ла алты студент. Улар − Анастасия Евдакова (Көнсығыш иҡтисад-юридик гуманитар академияһы), Илдус Закиров, Юлия Кузнецова (икеһе лә − М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-нан), Сергей Ислекаев менән Александр Пеймурзин (Нефтекама нефть колледжы), һәм Гүзәл Хамматова (БДУ-ның Нефтекама филиалы).
Бынан тыш, Үҙәк һайлау комиссияһы дәртләндереү приздары ла тапшырҙы. Еңеүселәрҙең фәнни етәкселәре лә Рәхмәт хаты алып ҡыуанды. Егеттәр һәм ҡыҙҙар БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай йортона гелән килә алмай, шуға ла уларға ошо бина буйлап сәйәхәт ойошторолдо. Кем белә, был талантлы йәштәр киләсәктә, бәлки, тап ошонда эшләр ҙә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға