«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Китап донъяһында «иң-иң»дәр



29.05.2012 Китап донъяһында «иң-иң»дәр

27 майҙа Бөтә Рәсәй китапханалар көнө билдәләнде. Был дата 1795 йылда барлыҡ кешеләр өсөн дә асыҡ булған беренсе Рәсәй дәүләт китапханаһы асылыу менән бәйле.
Бөгөн китапханалар – иркен рәүештә бөтә донъя мәғлүмәт ресурстары менән ҡулланыр­ға мөмкинлек биргән мәғлүмәт, мәғариф, ял ваҡытын уҙғарыу үҙәктәре. Был, тәүге сиратта, уларҙың эшенә заман технологияларын индереү, яңы интеллектуаль ял итеү үҙәктәре булдырыу менән бәйле. Әле Башҡортостанда 1743 китапхана эшләй: 1620-һе –‒ райондарҙа, ә 123-ө ҡала­лар­ҙа урынлашҡан. Респуб­ли­кабыҙ Рәсәй кимәлендә китапхана, дөйөм фонд күләме һәм ҡулланыусылар һаны буйынса беренсе урында тора.
Байрам алдынан республикабыҙҙың Мәҙәниәт министрлығы һәм З. Вәлиди исемендәге Милли китапхана «Иң яҡшы китапхана сайты», «Консуль­тант «Плюс» – мәғлүмәт навигаторы», «Һайлаусы­ларҙың хоҡуҡи мәҙәниәтен күтәреү буйынса ойошторолған иң яҡшы эш» конкурстарын уҙғарҙы һәм яңыраҡ М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында «иң-иң»­дәрҙе билдәләү тантанаһы үтте.
Шулай итеп, «Иң яҡшы китапхана сайты» конкурсында Баҡалы, Күгәрсен райондарының үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы, Яңауыл районының Ямаҙы ауылы китапханаһы еңде. Шулай уҡ Бәләбәй ҡалаһының үҙәк китапханаһына «Иң яҡшы интернет-проект» номинацияһы бирелде.
«Һайлаусыларҙың хоҡуҡи мәҙәниәтен күтәреү буйынса ойошторолған иң яҡшы эш» конкурсында еңеүселәр – Баҡалы үҙәкләштерелгән ки­тапханалар системаһы, Бәлә­бәй ҡалаһының, Саҡмағош райо­нының үҙәк китапханалары.
«Консультант «Плюс» – мәғлүмәт навигаторы» конкурсында гран-приҙы Бәләбәй ҡалаһының үҙәк китапханаһы алһа, абсолют еңеүсе тип Туймазы районының үҙәк китапханаһы табылды һәм беренсе урын Дәүләкән райо­нының үҙәкләштерелгән китапханалар системаһына бирелде. Еңеүселәр ҡиммәтле бүләктәр алып та һөйөндө.

Баймаҡ ауыл-ара үҙәк китапхана директоры Луиза Дәүләтшина:
– Беҙ заман талабына яраҡлашырға тырышабыҙ, ни өсөн тигәндә, бөтә булған мәғлүмәтте уҡыусыларыбыҙға китап аша ғына еткереп булмай, шуға күрә үҙебеҙҙең сайтты ла булдырҙыҡ. Сайтта үткәрелгән саралар, китапхана тураһында мәғлүмәт, төрлө байрамдарға әҙер сценарий, яңы килгән китаптар исемлектәре, библиографик күрһәткестәр табырға була. «Консультант «Плюс» программаһы ла эшләй, ул кешеләргә үҙ хоҡуҡтарын белергә ярҙам итә. Сайтты Америка, Франция, Себер яҡтарында йәшәгән яҡташтарыбыҙ ҙа инеп ҡарай.
Ләкин, технология яғынан алға киттек, тип маҡтана алмайым, компьютерҙарыбыҙ ҙа әҙерәк, улар өсөн айырым зал да юҡ. Баймаҡ ҡалаһының 75 йыллығына арнап, хөкүмәт китапхананы реконструкцияларға беҙгә дүрт миллион һум аҡса бүлде. Интернет үткәрергә, айырым компьютер залы эшләргә уйлайбыҙ. Китапхана фонды ла арта, былтыр егерме мең яңы китап ҡайтарылды.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға