«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Көтмәгәндә шундай ҡыҙҙар осрай…



25.05.2012 Көтмәгәндә шундай ҡыҙҙар осрай…

Көтмәгәндә шундай ҡыҙҙар осрай…
йәки Өс игеҙәк менән танышыу
Эш көнө тамамланып, Матбуғат йортонан сыҡҡас, танышым менән Якутов исемендәге паркҡа юл тоттоҡ. Көн бик матур, халыҡ рәхәтләнеп ял итә, коляска эткән әсәйҙәр менән атай­ҙар ары-бире үтә, балалар йүгерешә. Эскәмйәгә ҡунаҡлап, ирәйеп китеп ҡояшҡа наҙланабыҙ, тын ғына тирә-яҡты күҙәтәбеҙ. ҡапыл алда бер-береһенә тамсы һыу кеүек оҡшаған өс ҡыҙ пәйҙә булды.
– Илну-у-ур, бөгөн ныҡ арығанмын кеүек. Кешеләр икәү-өсәү булып күренә башланысы… – юлдашыма хафаланып өндәштем. Ул рәхәтләнеп көлдө лә:
– Игеҙәк бит улар!
ҡыҙҙар менән таныша һалдыҡ. Улар бындай иғтибарға күнегеп бөткән, ахыры, матур ғына йылмайып, исемдәрен әйтте:
– Мин – Гөлсирен.
– Гөлйемеш.
– Ә мин Гөлсәсәк булам.
Нәзәкәтле, мөләйем ҡыҙҙарҙың хатта тауыштары ла бер иш. Игеҙәктәр Күгәрсен районының Буҫтыбай ауылында Ғәлиә һәм Хәйҙәр Ибраһимовтарҙың ғаиләһендә донъяға килгән. Тағы ла Гөлфиә һәм Азат исемле өлкән туғандары бар. Баҡтиһәң, бынан өс йыл элек “Йәшлек” гәзитендә был ҡыҙҙар хаҡында мәҡәлә донъя күргәйне. Игеҙәктәрҙең әлеге көнитмеше беҙҙә ҡыҙыҡһыныу уятты.
Улар тәүҙә ауыл мәктәбендә башланғыс белем алған, артабан Мораҡтағы башҡорт гимназия­һында уҡыған. ҡыҙҙар йәмәғәт эштәрендә әүҙем була, мәктәптә үткән сараларҙың уртаһында ҡайнай. ҡулдарына урта белем тураһындағы аттестат алыу менән игеҙәктәр Өфө ҡалаһына юллана. Гөлсәсәк – БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетына, Гөлсирен – ошо уҡ уҡыу йортоноң математика факультетына, ә өсөнсө туғандары БДПУ-ның художество-графика факультетына уҡырға инә. Бөгөн улар – 2-cе курс студенттары.
– Кескәй саҡтан уҡ атай-әсәй белемебеҙҙе камиллаштырыу, һәләтебеҙҙе үҫтереү өсөн күп мөмкинлек булдырҙы. Төрлө түңәрәктәргә йөрөнөк, һүрәт төшөрөү, йыр-бейеү яратҡан шөғөлөбөҙ булды, – тине ҡыҙҙар­ҙың берәүһе (кеме һөйләгәндер, тамам буталдым – авт.).

– Нәҫелегеҙҙә тағы ла игеҙәктәр бармы?
– Ике яҡтан да игеҙ сабыйҙар бар. Бөтәһе ете пар донъяға килгән. Ә бер юлы өс игеҙәк тыуыуы – тәүге тапҡыр.

– Арағыҙҙа кем апай?
– Гөлсирен алдараҡ тыуған, шуға күрәлер кескәй саҡтан уҡ үҙен яуап­лы һанай. Атай-әсәй ҙә мөһим эштәрҙе уға ышанып тапшыра. Ә Гөлсәсәк – төпсөгөбөҙ, – тине йылмайып Гөлйемеш.
Көтмәгәндә шундай ҡыҙҙар осрай…

– Ә һеҙҙе нисек айыралар? Бутап та бөтәләрҙер инде...
– Эйе, – тип һүҙ башланы Гөлсирен (әгәр яңылышмаһам, ул булды – авт.). – Өфө ҡалаһына килгәс, һәр беребеҙҙең айырым дуҫтары барлыҡҡа килде. Күптәре беҙҙең өс игеҙәк икәнлеген белмәй ине. Урам буйлап китеп барһаң, берәйһе һаулыҡ һораша ла хәбәрен теҙә башлай. Ә һин уны белмәгәс, аптырап ҡалаһың. Шунан ул: “ҡалай был эреләнеп киткән”, – тип үпкәләй. Хәҙер дуҫтарыбыҙ күнегеп бара инде. Осрашҡас та: “Исемең нисек?” – тип һорайҙар. Университетта уҡытыусылар коридорҙа тап итеп һүҙ ҡушһа, ҡапылғара уларға аңлатып та булмай, туғаның булып, әңгәмәне дауам итергә тура килә.
Оҙаҡ аралашҡан кешеләр беҙҙе еңел айыра. Ә телефон аша хатта атай менән әсәй ҙә бутай.

– Совет балалары яратып ҡараған “Электроник мажаралары” (“Приключения Электроника”) фильмының төп геройы Юра Сыроежкинға көнләшеүселәр күп булғандыр. Һәр бала, моғайын, шундай игеҙәге булыуын теләгәндер. Тәбиғәт һеҙгә шәп мөмкинлек биргән. Юра Сыроежкин һәм Электроник кеүек үк хәйләле юлға баҫҡанығыҙ бармы?
– Була ҡайһы саҡ… Мәҫәлән, ашығыс эш килеп сығып, беребеҙ дәрескә бара алмаһа, уның урынына икенсебеҙ бара. Гимназияла уҡыған саҡта бер-беребеҙ өсөн имтихан биргән осраҡтар ҙа булды.
Бала саҡта аҙым һайын ҡыҙыҡ хәлдәргә юлығып торҙоҡ. Берәүһен һөйләйек әле. Гимназия ашханаһына инеп, тәүҙә ‒ беребеҙ, шунан икенсебеҙ, артабан өсөнсөбөҙ үҙ өлөшөн ала. Ашнаҡсы ҡатын, был хәлде күреп: “Үәт, бынау ҡыҙ ашамһаҡ. Бер юлы өс порция ашай ҙа ҡуя”, – ти икән.
Хәҙер халыҡ иғтибарын йәлеп итмәҫ өсөн бер иштән кейенмәйбеҙ, сәстәрҙе икенсе төрлөрәк йөрөтәбеҙ.
– Ғалимдар раҫлауынса, игеҙәктәр араһында көслө энергетик бәйләнеш бар.
– Ысынлап та, шулай. Беребеҙ генә сирләп китһә, мотлаҡ өсәүләп ауырыйбыҙ. Йыш ҡына күҙҙәргә ҡарап уйҙарҙы уҡыйбыҙ. Өсәүләшеп һөйләшкәндә ситтән күҙәтеп тороусы кешенең беҙҙе бөтөнләй аңламауы мөмкин. Сөнки үҙ телебеҙ бар, ни әйтергә теләгәнебеҙҙе ярты һүҙҙән аңлайбыҙ.
Беребеҙҙең кәйефе булмаһа, күңелдә ҡапыл ауыр булып китә. Өсөбөҙгә лә бер иш әйберҙәр, бер үк типтағы кешеләр, фильмдар оҡшай. Бер ҡасан да оҙаҡҡа айырылғаныбыҙ юҡ. Өс-дүрт көнгә берәй ергә барырға тура килһә, һағынышып бөтәбеҙ. Кейәүгә сыҡһаҡ, нимә генә эшләрбеҙ икән?..

– Кейәү тигәндән, өсәүләшеп егеттәрҙең башын әйләндерәһегеҙҙер, моғайын…
– (ҡыҙҙар оялсан ғына йылмайып ебәрҙе). Юҡ, ундай насар күренешкә бармайбыҙ. Мөхәб­бәттә алдаҡ, хәйлә булырға тейеш түгел, тип уйлайбыҙ.

– Ә ниндәй айырым сифаттарығыҙ бар?
– ҡыҙыҡһыныуҙарыбыҙ айырыла, яратҡан ризыҡтарыбыҙ ҙа төрлө. Гөлсәсәгебеҙ баҙнат­һыҙыраҡ, ул һәр эште оҙағыраҡ уйлап башҡара. Бик хисле ул, теле матур. Ябай ғына күренешкә иҫе китеп, оҙаҡ һоҡланып тора ала. Гөлйемеш тәрән аҡыллы, бер ҡасан да ашыҡмай, һәр эште урын-еренә еткереп башҡара, – тине Гөлсирен.
– Ә Гөлсиренебеҙ, – тип һүҙгә ҡушылды Гөлсәсәк, – кескәй саҡтан уҡ атай янында йөрөнө. Уға ир-егеттәр эше еңел бирелә. Һыбай ҙа йөрөй, машина менән бик оҫта идара итә, гитарала уйнай. Ул бик етеҙ, һәр саҡ ҡайҙалыр ашыға.

– Киләсәккә ниндәй уй-маҡсаттарығыҙ бар?
– “Һылыуҡай” конкурсында ҡатнашҡы килә, әммә буй үлсәме ундағы талапҡа етмәү сәбәпле, был бары хыял ғына булып ҡала. Шулай ҙа “Һылыуҡай” студияһына йөрөйбөҙ, матурлыҡ серҙәренә төшөнәбеҙ.
Гөлсирен тиҙҙән автомобиль йөрөтөр өсөн “право” алырға уйлай. Үҙ һөнәре буйынса эш табыр­ға хыяллана. Гөлсәсәк үҙен тележурналистика өлкәһендә һынап ҡарарға ниәтләй. Ә минең аэрография (йәғни автомобилдәргә һүрәт төшөрөү) менән шөғөлләнгем килә, – тине Гөлйемеш.
Был өс мөләйем милләттәшебеҙ беҙҙе әсир итте. Башҡорт ҡыҙҙарына ғына хас булған бар матур сифаттарҙы үҙҙәренә алған һылыу­ҡайҙар эскерһеҙ ҙә, тыйнаҡ та, сая ла ине. Уларға күркәм тәрбиә биргән кешеләргә ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерге килә.
Әйткәндәй, ошо көндәрҙә ҡыҙҙар 20 йәшлек юбилейҙарын билдәләйәсәк. Өс йондоҙсоҡҡа тормоштарында гел яҡшы кешеләр осрауын, бәхеттәре мөлдөрәмә тулы булыуын, һәр саҡ шатланып-йылмайып йәшәүҙәрен теләйбеҙ.

Гүзәл БИКМӘТОВА.
Илнур ЙОСОПОВ фотолары.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға