25.05.2012 Эйе, “Йәшлек” тыңлай…
Һорауҙарығыҙҙы асыҡ һәм аңлайышлы бирегеҙ, исемегеҙҙе әйтеүҙән ҡурҡмағыҙ
Был аҙнала шылтыратыуҙар бер аҙ кәмене. Был халыҡтың миҙгелле эштәргә, йәғни баҡса, йорт-ҡура мәшәҡәтенә сумыуына бәйлелер, тигән һығымтаға килдек. Телефон һандарын йыйыр алдынан һорауҙы аныҡ билдәләһәгеҙ ине, тигән теләгебеҙ бар. Ул саҡта үҙегеҙҙең дә, беҙҙең дә ваҡытты экономиялаясаҡһығыҙ, яңылыш фекерҙән дә азат булырһығыҙ. “Дежур телефон”ыбыҙ ялыу телефонына әйләнмәһен ине. Юғиһә шылтыратыусы зарланған хәл-ваҡиғаны ентекләп тикшерә башлаһаң, уның уйҙырма булыуы асыҡлана. Бынан ары шундай йәмһеҙ осраҡтарға юлыҡмайыҡ.
Пенсия тураһында
Әбйәлил районынан Альбина:
– Тыумыштан инвалид булған 1948 йылғы ағайымды тәрбиәләйем. Миңә берәй төрлө пособие ҡаралғанмы?
Пенсия өлкәһенә ҡағылышлы һорауҙарға Башҡортостан Республикаһы Пенсия фонды идарасыһы Фоат ХАНТИМЕРОВ яуап бирҙе:
– Эшһеҙлек буйынса пособие йәки пенсия алмаған, беренсе төркөм инвалиды, 18 йәшкә тиклемге инвалид бала, даими тәрбиәләүгә мохтаж булған 80-дән уҙған оло кешене ҡараусы эшкә яраҡлы, әммә эшләмәгән граждандарға ай һайын 1380 һумлыҡ пособие түләнә.
Ф. ҡАСҡЫНБАЕВ, ҡырмыҫҡалы районы:
– Әрмеләге ваҡыт дөйөм хеҙмәт стажына инәме?
Эйе. Хеҙмәт пенсияһын билдәләгәндә хәрби хеҙмәт йылы ла иҫәпләнә.
Рәйфә СИТДИҡОВА: ‒
– Ете йыл хаҡлы ялдамын, 4688 һум 38 тин минималь пенсия ала инем. 21 йәшлек улым минең аҫрауҙа, ул студент. Бының өсөн 908 һум пособие түләнеләр. Ғинуарҙа барыһының да пенсияһы артты, тик минеке элекке кеүек үк ҡалды, ә бына февралдә 5988 һум 12 тин алдым. Ә улым өсөн 1050 һум түләй башланылар. Пенсия фондының райондағы бүлексәһендә, йәшәү минимумынан күберәк пенсия алаһығыҙ, тинеләр. Зинһар, аңлатығыҙ әле, социаль түләүҙәр кемгә ҡаралған?
Быйыл республикала хаҡлы ялдағылар өсөн йәшәү минимумы 5220 һум күләмендә билдәләнде (былтыр 4571 һум ине). Ошоға бәйле, ағымдағы йылдың 1 ғинуарынан 2011 йылда федераль социаль түләү алыусы пенсионерҙарға ҡайтанан иҫәпләү булды.
Әлеге өҫтәмә түләү пенсияһы йәшәү минимумына етмәгән пенсионерҙарға ҡаралғайны. Һорауығыҙҙан күренеүенсә, һеҙҙең пенсияғыҙ йәшәү минимумынан күберәк. Шул уҡ ваҡытта РФ Хөкүмәте ҡарары менән 1 февралдән хеҙмәт пенсиялары артты, шуға күрә һеҙҙең пенсияғыҙ ҙа өҫтәлде.
Гүзәл, Көйөргәҙе районы:
– “Әсәлек капиталы”н мотлаҡ билдәле бер ваҡытҡа тиклем ҡулланырға кәрәкме?
Уны теләгән ваҡытта файҙаланырға була. “Әсәлек капиталы”н инфляция йотмаһын өсөн ул йыл һайын арттырыла. Мәҫәлән, биш йыл элек ул 250 мең һум булһа, бөгөн – 387 мең һум.
Руслан С., Архангел районы:
– Милләтем әзербайжан, Башҡортостанда утыҙ йыл йәшәйем. Мине бик үк эшкә алырға тырышмайҙар, ә һигеҙ йылдан хаҡлы ялға сығасаҡмын. Рәсми хеҙмәт урыным булмағас, пенсияны нисек “эшләргә”?
Хеҙмәт пенсияһын алыр өсөн кәмендә биш йыл стаж булырға тейеш. Шул уҡ ваҡытта эш биреүсенең Пенсия фондына страховкалау иғәнәһен индереүе мотлаҡ. Был аҡсаны үҙегеҙ ҙә күсереп бара алаһығыҙ. Уның өсөн һеҙгә пенсияны финанслау буйынса дәүләт программаһына инеү өсөн ғариза яҙырға кәрәк. Быны ошо көндәрҙә атҡарып ҡуйыу хәйерле булыр. Сөнки ғаризалар 2013 йылға тиклем ҡабул ителә.
Айһылыу МУСИНА, Нефтекама ҡалаһы:
– Әлеге мәлдә пенсиямдың тупланма өлөшө дәүләт ҡарамағында булмаған пенсия фондында ята. Мин уны дәүләттекенә күсерергә теләйем…
Һеҙгә үҙ ҡалағыҙҙағы Пенсия фонды идаралығына барырға кәрәк. Үҙегеҙ менән паспортығыҙҙы һәм страховкалау таныҡлығын алырға онотмағыҙ. Аҡсаны кире күсереү тураһындағы ғаризаны 31 декабргә тиклем бирергә мөмкин.
«Рәхмәттәрем яуһын!»
Фәүзиә ИҡСАНОВА, Хәйбулла районы, Татырүҙәк ҡасабаһы:
– 20 апрелдән 1 майға тиклем “Сибай” санаторий-профилакторийында һаулығымды нығытып ҡайттым. Беҙҙе дауалап ҡына ҡалманылар, Сибай филармонияһына концертҡа алып барҙылар, төрлө кисәләр ойошторҙолар. Яратҡан гәзитем аша учреждение директоры Радик Хоҙайғоловҡа, медицина хеҙмәткәрҙәре Венера ҡужәхмәтова, Йәмилә Мәмбәтҡолова, Зилиә Һаҡмарова, Сәйҙә Йыһангироваларға рәхмәтемде белдерәм.
Баймаҡ районының Яңғаҙы ауылынан Фәрзәнә Ильясованың да йылы һүҙҙәре күңелгә ҡанат ҡуйҙы.
Ул гәзитебеҙҙе яратып алдырыуын белдереп, эшебеҙҙә уңыштар теләне. “Матур ғаиләләр, алдынғы йәштәр хаҡында ҡыуанып уҡыйбыҙ. Мөһим темаларҙы даими яҡтыртып бараһығыҙ. “Йәшлек” ҡыйыу, тура һүҙле булыуы менән беҙгә яҡын. Билдәле булыуынса, ауылдарҙа тол ҡатын-ҡыҙҙар байтаҡ, яңғыҙ аталар ҙа бар. Күптәре тормош ауырлығына бирешмәй, балаларын үҙ аллы аяҡҡа баҫтыра, кеше алдында бер ҙә кәм-хур булмай. Гәзит биттәрендә ана шулар тураһында мәҡәләләр күрге килә”, – тигән теләген еткерҙе. Киләсәктә был турала мотлаҡ яҙырбыҙ. Бәлки, гәзит уҡыусылар үҙҙәре лә тормош тәжрибәһе менән уртаҡлашыр?
Гүзәл БИКМӘТОВА тыңланы.