«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Рәсәй почтаһын акционерҙар үҫтерәсәк



22.05.2012 Рәсәй почтаһын акционерҙар үҫтерәсәк

Рәсәй Киң коммуникациялар һәм элемтә министрлығында уҙған коллегияла «Рәсәй почтаһы» федераль предприятие­һы 2008 – 2011 йылдарҙа үҙендә булған үҙгәрештәр хаҡында отчет бирҙе. Әлеге сараға предприятиеның илдәге иң ҙур филиалы – Башҡортостан почта идаралығы директоры Ирек Ғәлимов та барҙы.
Һуңғы йылдарҙа почта тирәләй күҙәтелгән хәл маҡтанырлыҡ түгел-түгеллеккә, шулай ҙа уның киләсәге өмөтлө. Тармаҡ хеҙмәткәрҙәре тырышып-тырмашып кире тенденциялар менән көрәшә. Хеҙмәт күрһәтеү сифаты әкренләп күтәрелә.
Шулай ҙа «Рәсәй почтаһы»на ошоғаса миллиардлаған һум менән иҫәпләнгән зыянды ҡапларға тура килә. Сөнки билдәләнгән хеҙмәт күрһәтеү тарифтары үҙҡиммәтенән түбәнерәк. Дәүләт субсидиялары ла етмәй.
Почта элемтәһе сифатын юғары күтәреү өсөн Рәсәйҙә автоматлаштырылған 35 үҙәк булдырыу талап ителә.
Башҡортостан почтаһына килгәндә, беҙҙә лә яңыртыу проекттары бойомға ашырыла, заманса ҡорамалдар, йыһаз алына. Быға автопарктың 60 проценттан ашыуы ГЛОНАСС системаһы менән йыһазландырылыуын да өҫтәргә кәрәктер.
Мәскәүҙәге коллегияла, «Рәсәй почтаһы»ның инновация үҫеше программаһынан тыш, 2012 – 2016 йылдарға үҫеш стратегияһын эшләү, предприятиены асыҡ акционерҙар йәмғиәте итеп үҙгәртеү концепцияһы ла ҡаралды.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға