«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » 6200 кеше хәрби бурысын үтәйәсәк



22.05.2012 6200 кеше хәрби бурысын үтәйәсәк

6200 кеше хәрби бурысын үтәйәсәк
Республикала хәрби хеҙмәткә саҡырыу кампанияһы башланғандан алып 300-ҙән ашыу егет хеҙмәт урындарына оҙатылған.
Улар Брянск, Тоцк, Сыбаркүл, Һамар, Рязань ҡалаларында урынлашҡан хәрби частарҙа хеҙмәт итәсәк. 29 мең егет хәрби-медицина комиссияһы үтәсәк, шуларҙың 6200-ө хәрби частарға оҙатыласаҡ. БР хәрби комиссары Анатолий Балтинский һүҙҙәренсә, призыв ресурсы етерлек. Төп бурыс − частарҙы талаптарға яуап биргән хәрбиҙәр менән тулыландырыу. Сөнки райондарҙан һау-сәләмәт, хеҙмәткә яраҡлы тип ебәрелгән егеттәрҙең байтағы Республика хәрби хеҙмәткә саҡырыу пунктынан медицина комиссияһы үтә алмай кире ҡайтарыла. Башҡортостан егет­тәренең күпселеген Үҙәк хәрби округҡа ебәреү күҙ уңында тотола. ҡоро ер ғәс­кәр­ҙәренә − 3500, Эске эштәр министрлығының эске ғәскәр­ҙәренә − 500, Хәрби һауа көстәре һәм Хәрби диңгеҙ флотына − 600, Һауа-десант ғәскәр­ҙәренә − 100, РВСН-ға − 400, космик ғәскәрҙәргә 200 кешене ебәреү күҙаллана.
Хәрби хеҙмәт ваҡыты бер йылға ҡалдырылһа ла, йыл ярымға иҫәпләнгән альтернатив хеҙмәт төрөн һайлаусылар ҙа бар. Быйыл ебәрелгән ике кеше Силәбе, Түбәнге Новгород дауаханаларында эшләйәсәк. Ошо көндәрҙә оҙатыласаҡ альтернатив хеҙмәтте һайлаусылар Һамар­ҙағы ветерандар госпиталендә, Пермдәге психоневрологик диспансерҙа санитарҙар булып эшләйәсәк.
Киләсәктә контракт буйынса хәрби хеҙмәткә барыусы­лар­ҙың һанын арттырыу көтөлә. Биш йылдан хәрби хеҙмәткә саҡырылған егеттәрҙең һаны 15 процент ҡына тәшкил итәсәк. Армия профессионалдарға өҫтөнлөк бирә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға