«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Ғәфү ителмәй ул хыянат



18.05.2012 Ғәфү ителмәй ул хыянат

Ғәфү ителмәй ул хыянат
… Улар осраҡлы ғына танышты. Әлмира әхирәтенең танышының тыуған көнөнә барғайны. Көҙ. Ямғыр. ҡыҙҙар уттары былҡ-былҡ балҡып торған кафеға күшегә биреберәк килеп етте. Бер ҡырҡлап кеше йыйылған өҫтәл артында урыны таҙа ғына кәүҙәле бик һөйләшеп бармаған утыҙ йәштәр самаһындағы егет янына тура килде. Үҙен һауалыраҡ тота, тип ҡыҙҙар үҙ-ара бышылдашып алды. ҡыҙҙар тигәнем Әлмира ла әхирәте Наилә инде. Былтыр ҡулдарына диплом алдылар ҙа, яҡшы ғына эш табып, эшләп йөрөйҙәр. Алсаҡ, холоҡтары ла, ғәҙәттәре лә боҙолмаған ауыл ҡыҙҙары. Кейәү табырға ла хыялланмай түгелдәр. Һәр икеһенең йөрәгендә өмөт яна. Шуға ҡунаҡҡа яңғыҙ килгән егеткә иғтибар иттеләр.
Табындан тәнәфескә сыҡҡан арала егеттең (исеме Камил булып сыҡты), оҙон буйлы икәнен дә, ҡулындағы ҡиммәтле сәғәтен дә тиҙ күреп ҡалдылар. Ай-һай, был бик “текә”, ахыры, буй етмәҫлек, тип көлөштөләр. Күңелле барған мәжлес аҙағына яҡынлашты, килеүселәр ҡайтыу тураһында һөйләшә башланы, кем кемгә ултырып ҡайта, йәнәһе. Камил ҡапыл ғына Әлмираға әйләнеп, ҡайҙа ҡайтыуын һораны. ҡыҙ туҡталышын әйткәс, юлдары бер яҡҡа булыуы асыҡланды.
Их, тип үкенәсәк Әлмира киләсәктә, ниңә шуға ултырып ҡайтҡандыр, ниңә аңын-тоңон уйламай Камилдың һәр әйткәненә, эйе, тип торғандыр?
Уларҙың өйләнешергә һүҙ ҡуйышыуын ишеткән Наилә саҡ ултыра төшмәне. Бары өс аҙна самаһы элек кенә танышҡайнылар ҙа баһа! Һәр аҙымын уйлап баҫҡан Әлмираны шул йомоҡ Камил нимәһе менән ымһындырҙы икән?
Юҡ, егет һүҙгә лә әүәҫ булып сыҡты, комплименттарын да йәлләмәне. ҡыҫҡаһы, бер күреүҙән ғашиҡ булдым, тип уйлаған Әлмира шулай ҡапыл ғына ир ҡатыны булды ла китте. Йәш ғаилә Камилдың фатирында йәшәй башланы.
Ике ай бик бәхетле үткәндәй ине. Яңы йыл етәрәк Камил үҙгәреңкерәне, йәшерен шылтыратыуҙары йышланы, эштән һуң ҡайта башланы, үҙенә йомолдо, телевизор ҡарағанда ла уйы менән әллә ҡайҙа йөрөүе һиҙелде.
Ирен ниҙер борсоуын күргән Әлмира бер көн һүҙ ҡуҙғатты. “Барыһы ла яҡшы”, – булды яуап. Яҡшы түгеллеген белгән ҡатын төпсөшә башланы. “Бәйләнмә миңә! Башҡа эшең юҡмы әллә? Ялҡыттың!” – тип ҡысҡырҙы Камил.
Әҙ генә ваҡыт иркә ҡатын ролендә йәшәп алған Әлмира ла ҡыҙып китте: ”Ах, ялҡыттыммы, бәлки, миңә сығып китергәлер?” – тип әйтеүгә ире уны елтерәтеп ишек төбөнә килтерҙе. Бындай боролош алған ғауғанан юғалып ҡалған ҡыҙ хатта аяҡ кейемен дә эләктереп өлгөрмәне – ул аңына килгәндә ишектең теге яғында тора ине.
Сәғәт киске ун. Декабрь. Бейек йорттоң етенсе ҡатындағы коридорҙа ялан аяҡ, еңел кейемдә генә йәш ҡатын стенаға һөйәлеп тора… Үҙенең ошо ваҡытта нимә кисергәнен бөгөн иҫләп, дошманым да бындай мөғәмәләне күрмәһен, ти Әлмира. Ярай әле дүрт фатирға бер коридор булып, әҙерәк йылыраҡ та ине. Күршеләренең шундағы йәшник һымаҡ бер нәмәһенә ултырып йоҡланы ул. Көҙгө бер көндә ҡапыл ялмап алған һөйөүе ошо мәлдә юҡҡа сыҡты. Иртән ире ишекте асты, хәйер, ул ишек төнгөлөккә бикләнмәгәйне лә. Әлмира быны белһә лә, инмәне – ул үҙенең артабанғы яҙмышын хәл итеп ҡуйғайны инде. Өндәшмәй генә кейенештеләр ҙә, бер ни ҙә булмаған кеүек һәр икеһе эшкә китте. Тик кисен ҡатын өйгә ҡайтманы. Камилы ла уны эҙләмәне. Уның башы икенсе бер бәлә менән буталғайны шул.
Камил мәктәптә уҡығанда уҡ үҙенән ике йәшкә генә кесе шуҡ ҡына Ләләне яратты. Универ­ситетта ла бер корпуста, тик төрлө факультеттарҙа уҡынылар. Бары­һы ла был ике ғашиҡтың өйләнешеүен көттө. Ул көн етмәне лә етмәне. Күп ваҡыт былай ҙа төндәрен дә бергә үткәргән йәштәр ниңәлер никахлашырға ашыҡманы. Камил бер көн һүҙ башлағайны, Ләлә, тәүҙә бер аҙ эшләйек, тигәс, башҡа өндәшмәне. Көндәрҙән бер көндө ҡыҙыҡай, ниндәйҙер бер әҙәмгә эйәреп, Мәскәүгә сыҡты ла китте. Бөтөнләй икенсе милләт, икенсе дин кешеһенең аҡсаһы Камилдыҡынан күп булып сыҡҡан, имеш. Йыл самаһы шаңҡыған һымаҡ йөрөнө егет. ҡыҙҙарға дошманы кеүек ҡарай башланы. Әсәһе хатта таныш психологтарына ла күрһәтергә маташып ҡараны.
Ана шул мәл Әлмира менән танышып, әллә ниңә өйләнергә булды Камил. Үҙенсә Ләләһен оноттом тип уйланымылыр. Уға кәләше менән рәхәт ине. Тик…
Тик бер көн Әлмира өйҙә юҡта Ләлә килеп, ишек ҡыңғырауына баҫмаһынмы! Күҙ йәштәре менән ғәфү үтенде, Камилды ғына яратыуын, яңылышыуын әйтте. Әле һаман һүнмәй йөрәк төбөндә һаҡланған мөхәббәт уты йәш ирҙә ҡабаттан дөрләне лә китте. Шуға ул уйға сума, ике ҡатын араһында нишләргә белмәй баш вата ине. Әлмира тап шул саҡта маҙаһына тейҙе бит…
Яңы йылды Ләлә менән ҡаршыланы Камил. Бик бәхетле тойолдо Ләләһе. Өс аҙналап шул көйҙә йәшәнеләр. Тәүҙә яңы кәләшенең өйҙө йыйыштырмауын да, тәмәке тартыуын, телефондан шыбыр-шыбыр һөйләшеүен, ҡиммәтле кейемдәр алыуын шым ғына күҙәтеп йөрөнө ир. Яратҡанда был нимә ул!
Бер көн ҡайтһа, Ләлә өйҙә юҡ, бүлмәләр нисектер буш та һымаҡ. Нисек килеп сыҡһа, шулай кире үҙ һөйәренә юлланды Ләлә.
Был саҡта барыһын да аңлаған Камил Әлми­раһын өҙөлөп юҡһына ине. ҡатыным менән һөйләш әле, тип Наиләне аптыратып бөттө. Ә Әлмира, ҡайһы берҙә ирен һағынһа ла, хатта күңеленән уны ғәфү итһә лә, әйберҙәрен барып алғандан һуң уның тураһында ишетергә лә теләмәне.
Камил һуңғы көндәрҙә инде нисәнсегә ҡатыны йәшәгән йорт тапҡырына килә, тапанып тора ла кире китә, килә лә кире китә. Быны тәҙрәнән Әлмира күреп тора. Асыуы бына-бына бөтөр төҫлө. Тик иренең хыянаты иҫенә төшһә, барыһы бер төйөргә туплана ла күҙ йәше булып тышҡа бәреп сыға. Ике кешене тоташтырып торған ниндәйҙер бер ҡылмы, епме инде өҙөлөр хәлдә. Икеһенең дә йөрәктәрен һыҙлатып, көсһөҙ генә ут быҫҡый.
Секундтар менән генә иҫәпләнгән хата аҙым эҙе бер бөтөндө бүлеп, ғаилә тип аталған изге нәмә өҫтөнән арҡыры-торҡоро үтеп бара…

Әлиә ШАМИЛЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға