18.05.2012 «Классик университет республикабыҙҙың йөҙө булырға, балҡып торорға тейеш»
«Атай-әсәйем ябай ҙа, бер үк ваҡытта бөйөк тә кешеләр булған»
– Роберт Әсғәт улы, юбилейығыҙ уңайынан, һөйләшеүҙе һеҙгә ғүмер бүләк иткән кешеләрҙән башлайыҡ. Яҡташтарығыҙ атайығыҙҙы абруйлы, һәләтле етәксе булараҡ хәтерләй…
– Мин Ейәнсура районының Үтәғол ауылында тыуғанмын. Ул ваҡытта бала табыу йорттары булмаған, ауылдағы кендек әбейе ярҙамы менән донъяға килгәнмен. Әнейем әйтеүенсә, мин күлдәктә тыуғанмын. Ошо бөркәнсектә тыуыуым тормошта гел генә мине һаҡлағандыр, тигән һығымта яһап ҡуям. Сөнки үткән тормошома күҙ һалам да, төрлө ауыр саҡтарҙа, хәл иткес мәлдәрҙә бар мәсьәләләр ҙә ыңғай хәл ителгән кеүек тойола.
Атайым Әсғәт Солтан улы менән әсәйем Гөлйыһан Ғәли ҡыҙы – ябай ауыл кешеләре. Сығышы менән икәүһе лә Ейәнсура районынан. Атайым бәләкәйҙән генә етем ҡала. Уға – 9, ҡустыһына 4 кенә йәш булғанда атайҙары сәйәси золом ҡорбаны була. Кулак тиһәләр ҙә, ҡартатайым кулак та булмаған, үҙен-үҙе ҡарарлыҡ, тормошон күрерлек урта хәлле ауыл кешеһе булған. Үҙ һүҙле, артыҡ буйһоноп та бармаған холоҡло булған, күрәһең. Сөнки Өфөгә лә алып барып еткермәй, юлда уҡ атып китәләр. Әсәйһеҙ ҡалған береһенән-береһе бәләкәй ике бала шулай атайҙарын да юғалта. Ярай туғандары ситкә типмәй, аҫрауға алып тәрбиәләп үҫтергән. Әммә уҡыу мәсьәләһе менән ауырғараҡ тура килә. Ул мәлдә интернатта йәшәү өсөн күпмелер он тапшырырға тейеш булғандар. Шунлыҡтан атайым бер йыл уҡыһа, икенсе йылына уҡымай, 10-сы синыфты 20 йәшендә генә тамамлай алған. Мәктәпте бөтөүгә һуғыш башлана, һәм Алкин ҡасабаһында йәш һалдат курсын үтеп, фронтҡа китә. Сталинград фронтында танк десантында хеҙмәт итә. Уларҙың төп бурысы – танкының броняһына ултырып, атакаға барыу, оборонаны үтеп, немецтарҙың тылына йырып инеү. Әлбиттә, немецтарҙың артиллеристары өсөн улар бик шәп сәп булып торған, бик күптәр шулай ҡырылған. Атайым да 1943 йылда Сталинград янында ҡаты яралана һәм госпиталгә эләгә. Бер йылға яҡын дауаланғандан һуң ауылға ҡайтып төшә. Уны Абзан мәктәбенә уҡытыусы итеп эшкә алалар. Шулай итеп, мәктәптә генә алған белеме менән тарих һәм химия фәндәренән уҡыта башлай. Тимәк, ул ваҡытта мәктәптә балалар уҡыта алырлыҡ кимәлдә төплө белем биргәндәр. Ысынлап та, районда бер нисә генә урта мәктәп булып, шулар араһында Абзан мәктәбе иң көслөләрҙең береһе һанала. Бында Ленинградтан эвакуацияланып килгән көслө, юғары квалификациялы уҡытыусылар уҡытҡан.
Мәктәптә эшләп йөрөгәндә атайым ситтән тороп Ырымбур уҡытыусылар институтының тарих факультетын тамамлай һәм уны Үтәғол мәктәбенә директор итеп ҡуялар, бер үк ваҡытта колхоздың партком секретары эшен йөкмәтәләр. Атайым бик актив кеше булған, күп тә үтмәй, колхозды күтәрергә кәрәк тип, уны колхоз рәйесе итеп ҡуялар һәм ошо Салауат исемендәге колхозды ул 25 йылға яҡын етәкләй. Хужалыҡты бик ныҡ күтәреп, алдынғылар сафына сығарып, колхоз-миллионер итеп, 70-се йылдар аҙағында хаҡлы ялға китә. Ә әсәйем һуғыш ваҡытында Байыш ауыл советында секретарь булып эшләй, атайым һуғыштан ҡайтҡас, өйләнешәләр һәм Абзан ауылында йәшәй башлайҙар.
Атай-әсәйем тураһында әйткәндә, беренсенән, улар бик ябай кешеләр, шул уҡ ваҡытта бөйөк тә булғандар, тип уйлайым. Сөнки һуғыш йылдарында донъя ҡороп, алты бала тәрбиәләп үҫтереп, барыһына ла юғары белем бирә алғандар. ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡустым студент сағында фажиғәле вафат булып ҡалды. Беҙҙең ғаиләлә тәрбиә мәсьәләһе бик ябай ине. Атайым көнө-төнө эштә, балаларҙы үҫтереү, тәрбиәләү күберәк әсәйем иңендә булды. Ул һәр ваҡыт беҙгә атайымды миҫал итеп ҡуя ине. Ул нимә тип әйтер, ул нисек эшләр һ.б. Атайҙың исеме авторитет булып, үҙенең иһә беҙҙе тәрбиәләүгә туранан-тура ҡатнашлығы ла булмағандыр. Сөнки ул таңғы сәғәт 6-нан эшкә сығып китә лә, төнгө 2-ләрҙә генә ҡайтып инә ине. Ул сығып китә – беҙ йоҡлап ҡалабыҙ, ул ҡайта – беҙ йәнә йоҡлаған булабыҙ. Ул ҡасан йоҡлаған, нисек ял иткән – беребеҙ ҙә күрмәй ҙә, белмәй ҙә торғайны.
Атайым ауыл хужалығында эшләгәндә мәктәптәргә, белем биреү системаһына ҙур иғтибар бирҙе. Колхоз иҫәбенә ауылдарҙа мәктәптәр төҙөттө. Хетеремдә, матур, таш мәктәптәр ине. Был хеҙмәтен күреп, уға «Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы» тигән маҡтаулы исем бирҙеләр.
Атайым менән әсәйем, ауыр тормош менән йәшәһәләр ҙә, бәхетле булды, балалар үҫтерҙеләр, һуңғы көнгә тиклем балаларын көтөп алып, ейән-ейәнсәрҙәрен ҡарашып, уларға өгөт-нәсихәт биреп, тормоштоң йәмен табып йәшәнеләр. Уларҙың тормошто яратыуы, белемгә ынтылышы, атайымдың кешеләр менән эшләй, етәкселек итә белеүе беҙгә мәңгелек өлгө булып тора.
Дөрөҫ юлды һайлау киләсәк уңыштарҙы яҡынайта
– Мәктәп йылдары, тормошҡа юл күрһәткән уҡытыусыларығыҙ тураһында ниндәй хәтирәләр һаҡлайһығыҙ?
– Беҙҙең ауыл Ырымбур өлкәһе менән сиктәш. 5-се синыфтан Ырымбур өлкәһенең Сабатар ауылында рус мәктәбендә уҡыным. Ҙур урта мәктәп ине ул. Төп үҙенсәлеге шунда: мәктәптә күпселеген Ырымбур педагогия институтын тамамлаған йәш уҡытыусылар уҡыта ине. Көстәре ташып торған, үҙҙәренең эшенә мөкиббән бирелгән уҡытыусылар. Уларҙың ауыл халҡы араһында ла абруйы юғары була торғайны. Ғөмүмән, ауыл халҡынан бер баҫҡысҡа юғары тороп, һәр кем улар менән иҫәпләшә, хөрмәт итә. Беҙҙең өсөн уларҙан да аҡыллы, уларҙан да күберәк белгән кеше юҡ ине. Хәҙер уҡытыусыларға ҡарата мөнәсәбәт бөтөнләй икенсе, улар башҡа ауыл кешеһенән айырылмай ҙа кеүек. Мәктәптә уҡытҡан уҡытыусыларым минән күп булһа ун йәшкә ололор, әммә әле булһа мин уларға «ағай» тип өндәшәм. Мәктәп йылдарында күберәк теүәл фәндәр менән ҡыҙыҡһындым һәм шул йүнәлеш буйынса уҡырға инеремде белә инем, әммә физикамы, математикамы, химиямы – аныҡ ҡына хәл итмәгәйнем. Оҙаҡ ҡына уйлағандан һуң, физика өҫтөнлөк алып, документтарымды Башҡорт дәүләт университетының физика-математика факультетына тапшырҙым.
– Тимәк, ул ваҡытта физика факультетын һайлап, дөрөҫ эшләгәнһегеҙ…
– Дөрөҫ һайлау бик ҙур әһәмиәткә эйә. Юлды дөрөҫ һайлаһаң, ул киләсәк уңыштарҙы яҡынайта. Химия буйынса китһәм дә, яңылышмаҫ инем, тип уйлайым. Сөнки физика менән химия күңелемә яҡын ине, улар минең булмышымдыр, тип иҫәпләйем. Әлбиттә, бер мәл философия менән ныҡ ҡыҙыҡһына башланым, төрлө түңәрәктәргә йөрөнөм. Урал дәүләт университетында бик көслө философтар мәктәбе эшләй ине. Шулай ҙа тарих та, философия ла минеке түгелдер, тип иҫәпләйем. Ундағы һәр осорҙа ҡараштарҙың үҙгәреп тороуы фәнгә тура килмәй кеүек. Фән булғас, фән булырға тейеш, дәлил менән иҫбат ителгән икән, ул 100 йылдан һуң да үҙгәрешһеҙ ҡалырға тейеш, тигән фекрҙәмен. Физика аныҡ фән булған кеүек, мин үҙем дә аныҡ, теүәл кеше.
– Студент йылдары күптәрҙең күңелендә иң матур, яҡты йылдар булып һаҡлана. Һеҙҙең студент мәлегеҙ нимәһе менән иҫтәлекле?
– Беҙ университетта уҡый башлаған йылдар физика, математика факультеттарының яңы ғына аяҡҡа баҫып килгән сағы ине. Ниндәй йүнәлеш буйынса физиканан белгестәр әҙерләү тураһында мәсьәләне хәл итеү маҡсатында 3 – 4-се курстан һуң студенттарҙы ҙур ҡалаларға төрлө перспектив йүнәлештәр буйынса уҡырға ебәрә торғайнылар. Мине һәм тағы бер егетте Свердловскиҙағы Урал дәүләт университетына ебәрҙеләр. Ул заманында бик көслө университет ине, әле иһә федераль институттар исемлегенә инде. Унда мин ҡаты матдәләр физикаһы йүнәлеше буйынса уҡыным. 1974 йылда университетты тамамлағас, шунда уҡ аспирантураға ҡалдырҙылар. 1978 йылда аспирантураны тамамлап, кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлап, үҙебеҙҙең университетҡа эшкә ҡайттым. Ул ваҡытта Советтар Союзының көслө сағы, аҡса күп, аппаратура, ҡорамалдар алырға мөмкинлектәр бар. Шунан файҙаланып, факультеттың матди-техник базаһын байытып ҡалдыҡ, бик күп уникаль ҡорамал, лаборатория алдыҡ һәм йәш уҡытыусыларҙан коллектив туплап, ең һыҙғанып эшләй башланыҡ. Ассистент булып башланым, шунан өлкән уҡытыусы, доцент, фән докторы, профессор, физика факультеты деканы – минең барлыҡ хеҙмәт юлым. Ғөмүмән, университет тормошомда бик ҙур роль уйнаны, уйнай һәм уйнаясаҡ, тип ышанам.
– Һеҙ БР Фән, юғары һәм урта профессиональ белем биреү буйынса дәүләт комитетын етәкләгәйнегеҙ…
– 1992 – 1993 йылдарҙа донъялар бутала башланы, Союз тарҡалды, суверенитеттар парады китте. Ул ваҡытта иртән йоҡонан тороуға нимә булырын күҙаллауы ҡыйын ине. Бер ваҡыт Мәскәү беҙҙең юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарын финанслауҙы туҡтатты. Нисек тә был хәлдән сығыу юлын табыу маҡсатында Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов, БР Фән, юғары һәм урта профессиональ белем биреү буйынса дәүләт комитеты асырға кәрәк, тигән идеяны тормошҡа ашырҙы. Яңы комитетҡа фән учреждениеларын, профессиональ белем биреү йорттарын финанслау бурысы йөкмәтелде. Миңә ошо комитетты биш йыл етәкләргә тура килде. Әле уйлайым да, ваҡытында ҡабул ителгән бик дөрөҫ ҡарар булған, тигән фекергә киләм. Сөнки ул беҙгә бөтә урта һәм юғары профессиональ уҡыу йорттарын, фән учреждениеларын һаҡлап алып ҡалырға ярҙам итте. «Фән һәм технологик үҫеш» фонды ярҙамында беҙ уларҙы өҫтәмә финанслауға өлгәштек. Был фонд та Мортаза Ғөбәйҙулла улының хәстәрлеге менән булдырылғайны. Унда нефть тармаҡтарынан алынған килемдең 1,5 проценты тупланып барҙы һәм беҙ уны уҡыу йорттарын финанслауға, фәнде үҫтереүгә, төрлө программаларҙы тормошҡа ашырыуға йүнәлттек. Башҡа өлкәләрҙә ундай фонд булманы һәм беҙҙең тәжрибә уларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уята ине. Шулай итеп, үҙ заманында БР Фән, юғары һәм урта профессиональ белем биреү буйынса дәүләт комитеты бик ҙур ыңғай роль уйнаны, быны бер кем дә инҡар итә алмай.
Юғары белем биреү системаһы үҙгәреш юлында
– 2010 – 2011 уҡыу йылында физика факультеты БДУ-ның Физика-техник институты итеп үҙгәртелде. Ниндәй күҙлектән сығып эшләнде ул һәм әле, бер йыл үткәс, ниндәй һығымталар яһарға мөмкин?
– Әлеге ваҡытта юғары белем биреү системаһында үҙгәрештәр бара. Рәсәй Хөкүмәте алып барған сәйәсәт буйынса, илебеҙҙә юғары кимәлдәге юғары белем биреү системаһын булдырыу өсөн юғары белем биреү учреждениеларының һаны әҙ булырға тейеш. Әле иһә РФ Фән һәм мәғариф министрлығы ҡарамағында ғына 700-гә яҡын юғары уҡыу йорто иҫәпләнә, бынан тыш, тармаҡ вуздары бар. Әйтәйек, шул уҡ аграр университет, медицина университеты һ.б. Дөйөм алғанда, академиялар, институттар һәм университеттар һаны бик күп килеп сыға. Кимәлен күтәреү өсөн уларҙың һаны бик әҙ булырға тейеш. Ошонан сығып, Рәсәйҙә дәүләт ҡарамағында булған көслө 100 университет булырға тейеш, тигән фекергә килгәндәр. 1 млрд 400 миллиондан ашыу кешеһе булған ҡытайҙа 100 генә университет бар. Шуның кеүек, беҙҙә лә иң көслө 100 университет буласаҡ. Тимәк, һәр вуз ошо исемлеккә инеү өсөн тырышырға, ынтылырға тейеш. Рәсәйҙә ете федераль округ, һәр округта бер федераль университет булдырылды. Һуңғыһы – Урал федераль университеты Екатеринбургта асылды. ҡаҙанда, өс вузды берләштереп, Волга буйы федераль университеты барлыҡҡа килде. Шулай итеп, ете федераль университеттың яҙмышы билдәле. Бынан тыш, көслө университеттар күп. 30-лап вузға ғилми-тикшеренеү университеты тигән исем биреп, улар ҙа дәүләт ҡарамағындағы юғары уҡыу йорто булып ҡаласаҡ. Бынан тыш, Мәскәү, Санкт-Петербург кеүек ҙур ҡалаларҙа урынлашҡан алдынғы вуздар 100 юғары уҡыу йорто иҫәбенә инәсәк. Башҡортостанда хәл ҡатмарлыраҡ. Сөнки Өфө дәүләт нефть техник университеты ла көслө, Өфө авиация техник университеты ла, классик вуздарҙан Башҡорт дәүләт университеты бар. Әммә һәр субъектта ике-өс вуз ҡалдырыу мөмкин түгел, сөнки Рәсәйҙә 80-дән ашыу субъект иҫәпләнә. Тимәк, беҙгә ҡалған урындарға эләгеү өсөн тырышырға кәрәк. Бының өсөн составында көслө институттар булған ғилми-тикшеренеү университеттары иҫәбенә инеү кәрәк. Һүҙ мотлаҡ тәбиғи фәндәр өлкәһендәге институттар – математика, физика, химия, биология һ.б. тураһында бара. Ошо маҡсаттан сығып, Башҡорт дәүләт университеты ҡарамағында Физика-техник институт асылды ла инде.
Әлбиттә, институт дәрәжәһенә күтәрелеү өсөн күрһәткестәр кәрәк. Иң беренсе сиратта, юғары квалификациялы, ғилми дәрәжәле кадрҙар булырға тейеш. Беҙҙең институтта әлеге көндә 25 фән докторы, профессор, 40-тан ашыу фән кандидаты эшләй. Икенсенән, производство мәнфәғәтендә ғилми эштәр эшләнергә тейеш. Был күрһәткес буйынса ла беҙ айырым институт күрһәткесенә торошлобоҙ. Өсөнсөнән, һәр яҡлап юғары рейтинг булыуы мотлаҡ: көслө фәнни мәктәптәр, ғилми эштәре менән тотош илгә танылыу яулаған профессорҙар һ.б. Ошо бар күрһәткестәр буйынса ла беҙ институт дәрәжәһенә барып еттек.
Университет – йәмғиәттең үҫеш күрһәткесе
– Университетта белем алған белгестәр араһында олпат-олпат ғалимдар ҙа, республикабыҙҙа билдәле шәхестәр ҙә, абруйлы етәкселәр ҙә бар. Тик уҡыу йорто үҙе бер ҙә үҙгәрмәй кеүек…
– Әлеге ваҡытта күҙ асып йомған арала сауҙа йорттары, ял итеү үҙәктәре ҡалҡып сыға. Ә юғары уҡыу йорттарын күтәреү, үҫтереү, киңәйтеү тураһында бик әҙ уйлайбыҙ. Классик университет республикабыҙҙың йөҙө булырға, ялтырап торорға тейеш. Иң күп аҡса тап ошондай уҡыу йорттарына һалынырға, йәштәргә белем алыу, фән менән шөғөлләнеү өсөн бөтә шарттар булдырылырға тейеш. Үкенескә күрә, бөгөн ул юҡ. Киреһенсә, беҙҙең университетты ғына төрлө ял һәм сауҙа үҙәктәре уратып алып бара. Был дөрөҫ түгел. Уҡырға килгән йәштәр һайлау алдында тороп ҡала. Һәм, әлбиттә, улар араһында уҡыуға ҡарағанда, янда ғына урынлашҡан ял үҙәгенә барып, кәйеф күтәреп ҡайтыуға, күңелле итеп ял итеүгә өҫтөнлөк биреүселәр табыла. Юҡҡа ғына сит илдәрҙә университеттар ҡаланан ситтә, айырым бер ҡаласыҡ итеп төҙөлмәй бит. Күптән түгел Астанала булып ҡайтҡайныҡ. Ялан уртаһында бер нисә тиҫтә гектар майҙанды биләп алғандар ҙа университет төҙөйҙәр, университет ҡына түгел ул, ә тотош ҡаласыҡ һәм «Назарбаев исемендәге университет» тип яҙып ҡуйылған. Ул беҙҙәге заманса сауҙа йорттары кеүек эшләнгән, күҙҙең яуын алып балҡып тора, шул тиклем матур. Дөйөм ятаҡтары ла шунда. Ошонан сығып, ҡаҙағстан Президенты үҙенә мәңгелек һәйкәл ҡуйған, тип әйтеп була. Беҙгә әле ул кимәлгә етергә алыҫ. Әле һаман үҙебеҙҙең йәшәү кимәлен алдынғы совхоздың юғары уңышы менән баһалайбыҙ. Ә килгән ҡунаҡтарҙы иң беренсе сиратта республикабыҙҙың визит карточкаһы булған классик вузға алып килеп күрһәтеү дөрөҫөрәк булыр ине. Бөгөн университетҡа, интеллектуаль киләсәккә, йәштәрҙе уҡытыуға һәм тәрбиәләүгә инвестициялар һалырға кәрәк. Рух көслө булһа, ниндәй генә сәйәси хәл килеп тыуһа ла, эш урынында етәкселәрҙең һәр ваҡыт абруйы юғары буласаҡ. Шуны аңлап етмәү мине борсоуға һала. Юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү беҙҙең милли идеяға әйләнергә тейеш. Шул юл менән генә донъя цивилизацияһына сыға алабыҙ.
– Башҡорт дәүләт университетының республикабыҙ тормошонда биләгән урынын, әһәмиәтен нисек баһалайһығыҙ?
– Университеттың барлыҡҡа килеүе йәмғиәт өсөн бер кимәлде күрһәтә. Европа илдәрендә университеттар XV быуатта уҡ булған. Рәсәйҙә тәүге юғары уҡыу йорто – Мәскәү дәүләт университеты 1755 йылда асылған. Тимәк, Рәсәй Европанан 250 йылға артта ҡалған. Шуға күрә мәҙәниәт менән демократияның үҫеше буйынса ла илебеҙ уртаса 300 йылға артта бара. Ни өсөн һайлауҙар Рәсәйҙә шулай үтә лә, сит илдә бөтөнләй икенсе төрлө, тип аптырайбыҙ. Сөнки беҙ ул кимәлгә барып етмәгәнбеҙ. Университет – ул йәмғиәттең үҫеш күрһәткесе, тимәк, яңынан бер 200 – 300 йылдан беҙҙә лә һайлауҙар тигеҙ, матур үтер, тип көтөргә мөмкин. Университеттарҙы үҫтереү бөгөн төп иғтибар үҙәгендә булырға тейеш.
Университет йәмғиәттең үҫешен күрһәтә, ә йәмғиәттә йәшәгән кешеләр, беҙ кем әле, беҙҙең ниндәй ҡаҙаныштар бар, башҡалар менән сағыштырғанда, ниндәй кимәлдә торабыҙ, тигәнде байҡар өсөн милләт үҙенең энциклопедияһын булдырырға тейеш. Был өлкәлә беҙ үҙебеҙҙе ыңғай яҡтан күрһәтә алдыҡ – 1995 йылда «Башҡортостандың ҡыҫҡаса энциклопедия»һын сығарыуға өлгәштек. БР Фән, юғары һәм урта профессиональ белем биреү буйынса дәүләт комитетының күренеп торған ҙур эше тип әйтәм. Сөнки уны нәшер итеү өсөн комитет күп кенә аҡса бүлде, хатта Австрияға алып барып, 40 мең дана баҫтырып алдыҡ. Тарихҡа күҙ һалһаҡ, сит илдә энциклопедиялар ХVII – ХVIII быуаттарҙа барлыҡҡа килгән. Рәсәйҙә иһә «Ҙур совет энциклопедияһы» революциянан һуң донъя күрә. Илебеҙ төбәктәре араһында иһә беҙ иң тәүгеләрҙән булып энциклопедия сығарҙыҡ. Энциклопедия сығарыу – ул йәмғиәттә йәшәгән кешеләрҙең тарихын, урынын билдәләү. Әлбиттә, бында филология фәндәре докторы Рәшит Шәкүрҙең хеҙмәте бик ҙур булды. Уның тырышлығы, уның энергияһы менән был эш атҡарып сығарылды.
«Теүәл фәндәр туған телдә уҡытылырға тейеш»
– Теүәл фәндәрҙе туған телдә уҡытыу кәрәк, тигән фекергә нисек ҡарайһығыҙ?
– Йыш ҡына был турала бәхәс алып баралар, төрлөсә аңлаталар. Минеңсә, кеше был фәндәрҙе үҙ туған телендә уҡып үҙләштерһә, төплөрәк белемгә эйә була. Физиканы йәиһә химияны башҡортса уҡыны, шуға белмәй, тигән һүҙ дөрөҫ түгел. Элек, ниндәй генә ауыр заман булмаһын, физиканы ла, математиканы ла, химияны ла, башҡа фәндәр буйынса ла дәреслектәрҙе башҡорт теленә тәржемә итеп сығарҙылар һәм ул ваҡытта мәктәпте тамамлаған уҡыусыларҙың был фәндәрҙән белеме бер ҙә түбән түгел, хатта үҙләштереү кимәле күпкә юғарыраҡ. Кеше фәндәрҙе үҙе фекерләгән телдә өйрәнергә тейеш, шул ваҡытта ғына төплө, ныҡлы белемгә эйә буласаҡ. Сөнки милли телдә уҡыған бала тәүҙә үҙ телендә фекер йөрөтәсәк, шунан уны руссаға тәржемә итәсәк, йә, киреһенсә, ниндәйҙер төшөнсәне аңлау өсөн ул тәүҙә уны үҙ теленә тәржемә итергә тейеш була. Был иһә үҙләштереү кимәлен ҡатмарлаштыра.
– Үткән тормош юлығыҙға күҙ һалып, тормоштан уңдым, тип әйтә алаһығыҙмы?
– Уҡытыусыларымдан уңдым, мәктәптә уҡығанда ла, университетта ла үҙ эшен яратҡан һәләтле, тәжрибәле уҡытыусылар төплө белем бирҙе. Урал дәүләт университетында ғилми етәксем – күренекле ғалим Виталий Николаевич Конев бик көслө булды. Уның ҡулы аҫтында кандидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертациялары өҫтөндә эшләнем. Үҙемдең уҡыусыларымдан уңдым. Улар араһында фән докторҙары, фән кандидаттары, юғары белемле белгестәр күп. Барыһы ла талантлы, бик уңышлы эшләп йөрөйҙәр. Ғаиләмдән уңдым, ике балаға атай булһам, әле биш ейән-ейәнсәргә олатаймын. Балаларым да, ейән-ейәнсәрҙәрем дә мине уңыштары менән ҡыуандырып тора.
– Кеше олоғайған һайын тыуған яғы нығыраҡ тарта, тыуған ауылығыҙға йыш ҡайтып йөрөйһөгөҙмө?
– Үкенескә күрә, йыш тип әйтә алмайым, әммә ҡайтып торабыҙ. Балаларыбыҙҙы ла ауыл мөхитендә тәрбиәләргә тырыштыҡ. Атай-әсәйем иҫән булғанда йәйгеһен балаларыбыҙҙы гел ауылға алып ҡайтып, каникулды улар шунда үткәрә ине. Ауыл һауаһын һулап, матур итеп башҡортса һөйләшергә, әҙәпкә, тәртипкә өйрәнеп килә торғайнылар. Әле ейән-ейәнсәрҙәремде ауылға алып ҡайтып, ауыл тормошон күрһәтеп, ҡаҫмарт йылғаһында һыу индереп, ауыл рухын һеңдереп алып киләм. Шуның өсөн тыуған ауылымда өй һатып алдым. Ваҡыт булғанда бергәләп шунда ҡайтып киләбеҙ. Ғөмүмән, ейән-ейәнсәрҙәремдә милли үҙаң тәрбиәләргә тырышабыҙ, үҙенең милләтен белеп үҫһен, мин башҡорт, тип әйтерлек булһын. Өфөлә лә улар башҡорт мәктәбендә белем ала.
– Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Барлыҡ «Йәшлек» гәзите уҡыусылары исеменән юбилейығыҙ менән ҡотлайбыҙ.
Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.