18.05.2012 Өс айҙа 35 миллиард доллар
РФ Иҡтисади үҫеш министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, апрелдә генә илдән һигеҙ миллиард доллар капитал ситкә сығарылған. Ә йылдың тәүге өс айында был күрһәткес 35 миллиард доллар тәшкил итә. Эйе, беҙҙән аҡса “ҡаса”.
Белгестәр, быны үткән йыл менән сағыштырып, майҙа ла шул уҡ хәл буласағын иҫкәртә. Капитал ситкә сығарылмаһа, доллар ҙа әлегеләй 29 – 30 һум түгел, ә арзаныраҡ булыр ине. Аҡса долларҙа сығарылғас, улар илдә кәмей һәм ҡиммәтләнә. Был импорт тауарҙар алыусыларға насар.
ҡыуанырғамы, әллә ҡайғырырғамы? Әйҙә, аҡса сит илдәргә сыҡһын, беҙ былай ҙа йәшәрбеҙме?
Lenta.ru сайтынан Айсын АҡБУЛАТОВА әҙерләне.