18.05.2012 Ололар, һаҡ булығыҙ!
Өфө ҡалаһында йәшәүсе әбей менән бабайҙың ишеген үҙҙәрен, газ хеҙмәтенән, тип таныштырыусы өс егет ҡаға. Улар бөтә йортта иҫке газ плиталарының алмаштырыласағы тураһында хәбәр итә.
“Ни бары 20 мең һумға бөтә эште атҡарасаҡбыҙ”, – ти улар. Әбей менән бабай ҡуш ҡуллап риза була. Улар, килешеүгә ҡул ҡуйғас, бар сумманы егеттәргә тоттора.
Һуңынан асыҡланыуынса, егеттәр газ хеҙмәтенән түгел, ә алдау юлы менән байығыусылар булып сыға. Шул көндә Өфөлә шундай уҡ бер нисә осраҡ теркәлгән. Әлеге мәлдә полиция енәйәтселәрҙе эҙәрлекләй.
Ололар, төрлө хеҙмәттән тип, өйҙәренә килеүселәргә ышанмаһын, уларға аҡсаһын бирмәһен ине.
БР буйынса Эске эштәр министрлығының
матбуғат хеҙмәте.