«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Төнгө һунар



15.05.2012 Төнгө һунар

Шаран ауылында йәшәүсе 80 йәшлек бабай таңғы сәғәт дүрттә ишек йоҙағын емергән тауышҡа тертләп уяна. Тороп та өлгөрмәй, башына ойоҡ кейгән ике егет уны дөмбәҫләй ҙә башлай. “Аҡсаң ҡайҙа? Бир, юғиһә йәнең менән хушлашасаҡһың...” – муйынына һалҡын бысаҡ терәгән егеттең ҡәтғи талабын ҡарт үтәргә ашыға – аҡсаһы һаҡланған шкафҡа төртөп күрһәтә.
Төнгө юлбаҫарҙар уның 23 мең һум аҡсаһын тартып алғас, шундуҡ эҙен ялтырата. Ә бабай иҙәндә ятып ҡала. Ул ҡыбырлай ҙа алмай – бер нисә ҡабырғаһы һынған, башынан ҡан аға. Иртәнсәк уны күршеләре күреп, талау хаҡында полицияға хәбәр итә. Бабай полицияға енәйәтселәрҙең берәүһе генә һөйләшеүе, уның тауышы уға күптән түгел хужалыҡ эштәре буйынса ярҙам иткән бер ирҙең тауышына оҡшағанлығы хаҡында еткерә.
Икенсе көндө Шаран районының тәртип һаҡсылары Туймазыла төнгө ҡараҡтарҙың берәүһен эләктерә. Ул еңел эләккән аҡсаға мулығып, хәмер байрамы ҡороп та өлгөргән. Уның аша енәйәтселәрҙең икенсеһе асыҡлана. Ул... ҡарттың яҡын туғанының улы булып сыға.
Талаусыларҙың икеһенең дә элек закон менән проблемалары булған, шуға күрә уларға ҡарата хөкөм ҡарары ҡаты буласаҡ. Төнгө һунар өсөн икеһе лә 12 йылға тиклем иркенән мәхрүм ителәсәк.

Г. ЯХИНА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға