«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Белореттың яңы “рәссам”дары



15.05.2012 Белореттың яңы “рәссам”дары

– Аҙыҡ-түлеккә хаҡ арта, бензин ҡиммәтләнә, газ-ут өсөн дә күберәк түләргә кәрәк… Их-х, ни өсөн атайым Билл Гейтс түгел икән? – Морат, ҡарашын түбәгә терәп, зәңгәр хыялдарында йөҙә бирҙе. – Йә булмаһа, аҡса һуға торған аппаратым да юҡ…
– Аппарат? Морат, уныһын ғына булдырабыҙ ул, – тип һүҙгә килде дуҫы Искәндәр.
Ике егет был аҡыллы уйын тағы ла ике дуҫының ҡолағына киртә. Тегеләре уларҙы хуплай. Әйтелгән – эшләнгән. 23 – 26 йәшлек дүрт егет шарт та шорт… аҡса һуға башлай. Кәпийкәләр менән бысранып та тормағандар, шундуҡ мең һумлыҡ купюраны эшләгәндәр. Төҫлө принтер ярҙамында аҡсаның күсермәһен сығарғас, уны махсус иретмә менән эш­кәрткәндәр, унан һуң ме­талл таҫма йәбештергәндәр. Ысын меңлеккә бик оҡшаған ялған аҡсаны ҡапыл-ғара айырмаҫһың да.
“Рәссам” егеттәр тәүҙә Белорет районының төнгө магазиндарында “сәнғәт өлгөләре”н әйләнешкә индерә. Бер аҙҙан республиканың башҡа райондарында, шулай уҡ Силәбе өлкәһендә лә тауар һатып алалар. ҡулдарына һуғыусы булмағас, егеттәр иркен тын ала. Бер ҡурҡыуһыҙ “аҡса” эш­ләүен дауам итәләр, яҡынса ун мең һумлыҡ ялған банкнотты һатыу­сылар­ға тотторғандар.
Сәнғәтте аңламаған кешеләр ҙә була бит. Бындай “һәләт” өсөн погонлылар баштан һыйпамай икән. Улар “рәссам”дарҙы һаҡ аҫтына алған, әле тикшереү эштәре бара. “Рәшәткә” артында булған ваҡытта егеттәр аҡсаны намыҫлы юл менән эшләргә кәрәклеген аңлар, моғайын.

Г. БИКМӘТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға