«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Яҡшы кәйеф кемдән башлана?



04.05.2012 Яҡшы кәйеф кемдән башлана?

Яҡшы кәйеф кемдән башлана?
Һәр иртә “Юлдаш” радиоһында беҙҙе сәләмләп, яҡшы кәйеф бүләк итеүсе Марсель Байдәүләтовтың тауышын танымаған, яратмаған кеше юҡтыр. Көйөргәҙе районының Кинйәбай ауылы егете эфирҙы ҡыҙыҡлы, кинәйәле һәм оҫта итеп ойоштороуы менән радио тыңлаусыларҙың һөйөүен яулаған популяр алып барыусы. Бөгөн һеҙгә йәш, әммә, шуға ҡарамаҫтан, үҙ эшенең оҫтаһы булған егет менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.
– Марсель, халыҡтың күпселеге радионы эшкә барғанда, ҡайтҡанда тыңлай. Республика халҡын һәр иртә сәләмләгәнеңде белеү ҙур яуаплылыҡтыр ул?
– Эш көндәрендә сәғәт иртәнге һигеҙҙән унға тиклем тура эфирҙа эшләйбеҙ. Яуаплылыҡ ҙур, әлбиттә. Ни тиһәң дә, барса радио тыңлаусыға көнө буйына етерлек яҡшы кәйеф тә бирергә, ниндәйҙер еңелсә, әммә кәрәкле мәғлүмәттәрҙе лә еткерергә тейеш. “Иртәнге сәфәр” программаһының күңел асыу өлөшөн алып барыусылар булараҡ, Филүс ҡасимов менән эфирға ныҡлы әҙерләнеп киләбеҙ, иң мөһиме – бер-беребеҙҙе аңлап эшләйбеҙ. Бер-беребеҙҙән көлөп алған минуттар ҙа булғылай. Шулай ҙа барыһы ла дуҫтарса, ысын хеҙмәттәштәрсә килеп сыға, тип уйлайым. Һәр хәлдә, халыҡ яратып тыңлай.
Иртәнге тура эфирҙы үҙенсәлекле зарядка менән тиңләйем. Ниндәй генә кәйеф менән килһәң дә, эш башланыңмы – барыһы ла онотола, радио тыңлаусылар менән бер тулҡынға инеп китеп, йырлы-моңло, юморлы көндө башлайһың. Сәғәт унда тура эфирҙағы эшебеҙҙән һалҡын душ алған, зарядка эшләп дәртләнгән кеүек килеп сығабыҙ.
– Эш көнөгөҙ иртә тамамлана икән. Эшкә юлланған халыҡты оҙатып ҡуяһығыҙ ҙа, ҡайтырға йүнәләһегеҙ булып сыға инде?
– Кешеләр шулайыраҡ фекер йөрөтә: имеш, алып барыусылар эфирҙағы эшен йомғаҡлай ҙа, иркенләп өйөнә ҡайтып китә. Тик был дөрөҫлөккә тап килмәй шул. Эфир алып барыуҙан тыш, беҙгә әллә күпме башҡа эш тә йөкмәтелгән. Мәҫәлән, “Юлдаш” радиоһында креатив төркөм бар. Мин шул төркөмдө етәкләйем. Ниндәйҙер иҫтәлекле даталар, байрамдар уңайынан төрлө саралар, акциялар, концерттар ойоштороу менән тап ошо креатив төркөм шөғөлләнә. Республикабыҙ район-ҡалалары буйлап командировкаларға йөрөү, бай материалдар ижади кәйеф биреп кенә ҡалмай, күп кенә ваҡыт та талап итә. Тура эфирҙа эшләү өсөн дә алдан әҙерлек кәрәк.
Быларҙан тыш, ике йыл рәттән “Башҡорт йыры” конкурсында алып барыусымын. Эшемде яратҡас, барыһына ла өлгөргө килә. Тик ваҡыт ҡына етеңкерәмәй шул.
– Сәғәт нисәлә уянаһың?
Һәр ваҡыт ете тулғанға тиклем торам. Тәүҙәрәк иртәнге эфирҙа йоҡомһорап ултыр­ған замандар ҙа булманы түгел. Эфирҙы коллегам менән икәү алып барған ваҡытта бигерәк тә ҡыҙыҡ хәлдәр килеп сығыусан. “ҡыҙыл төймә”нең янғанын күрмәйенсә үҙеңдең хәбәреңде һатҡан, иҫнәп ебәргәнеңде һиҙмәй ҡалған саҡтар ҙа булды. Барыһы ла тәжрибә менән килә, көтөлмәгән хәлдәрҙе “майлап”, шымартып ебәрә белеү беҙҙең эштә ҙур ярҙамсы. Меңләгән кеше тыңлай бит һине, һәр һүҙеңде ете ҡат уйлап ҡына әйтәһең.
– “Юлдаш” радиоһы хеҙмәткәрҙәре тыңлаусылар менән бик яҡын аралаша. Шуға ла тура эфирға шылтыратыусылар бик күп. ҡайсаҡ радиоға көн һайын бер үк кешеләрҙең шылтыратыуы һиҙелә. Был башҡа тыңлаусыларҙы ялҡытып та китәлер?
– Әлбиттә, беҙ радио тынлаусыларыбыҙҙың һәр береһен яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ. Һәр радио тыңлаусы иғтибарға лайыҡ. Шулай ҙа тура эфир­ға бер үк кешеләрҙең йыш шылтыратыуына юл ҡуймаҫҡа кәрәк. Шаярып әйткәндә, артыҡ йышайып китеүселәрҙе бер-ике айға “отставка”ға ебәреп алабыҙ, матур ғына аңлатып, бер аҙ шылтыратмай то­роу­ҙарын үтенәбеҙ. Радио тыңлаусылар был сараны аңлап ҡабул итә.
Туғандарымды, яҡындарымды мин эшләгән ваҡытта радиоға шылтыратыуҙан ҡәтғи тыйып ҡуйғанмын. Эфирға килеп сыҡһалар, шундуҡ хәбәрҙе йомғаҡлап, тамамлау яғын ҡарайым. Әҙәп һаҡлау мөһим. Халыҡ күңеле бик һиҙгер бит.
– Радиола башҡортса алып барыусылар араһында дәғүәселек бармы?
– Әлбиттә, бөтә тармаҡтарҙағы кеүек үк алып барыусылар араһында ла ниндәйҙер дәғүәселек барҙыр. Шулай ҙа кемдең рейтингыһы юғары икәнлеген билдәләү өсөн махсус тикшереүҙәр алып барылғанын күргәнем юҡ. Эшебеҙҙең күрһәткесе былай ҙа билдәле – халыҡтың шылтыратыуы, беҙҙе тыңлауы иң ҙур баһа. Рейтинг халыҡ яратыуында сағыла, башҡа бер нәмә лә талап ителмәй.
– Үҙеңдең рейтингыңды нисек баһалай­һың?
– Маһайыу кеүек сифаттар миндә юҡ. Шулай ҙа артабан да һәйбәт эшләү, ҡаҙаныштарыңды ла, кәмселектәреңде лә билдәләү өсөн эшеңдең баһаһын белеү мотлаҡ кәрәк. Халыҡ эшемде яратып ҡабул иткәндәй, был ҡыуаныс менән бергә яуаплылыҡ та һала. Ғөмүмән, аҡыл эйәһе, ябайлыҡта бөйөклөк, тип юҡҡа ғына әйтмәгән. Халыҡсан итеп фекерләүсе, һөйләүсе радио алып барыусыларын халыҡ яҡын күрә, тип һанайым.
– Үкенескә күрә, бөгөн телмәребеҙҙе сит телдәрҙән ингән һүҙҙәр сыбарлай, көнитмештә күбебеҙ саф башҡортса ғына һөйләшмәй, тип әйтергә була. Туған телебеҙҙә матур итеп һөйләшергә өйрәнеү ауырмы?
– Саф, матур телдә һөйләшеү бәләкәй саҡтан, ғаиләнән килә, әлбиттә. Телде байытыу, төплө итеп фекерләү, фекеренде матур һәм анлайышлы рәүештә башҡаларға еткерә белеү – радиола, телевидениела алып барыу­сы булып эшләүселәр өсөн мотлаҡ кәрәк булған сифаттар. Телемде байытыу өсөн башҡорт әҙәбиәтенең классикаһы булған бөйөк әҫәрҙәрҙе ҡат-ҡат уҡыйым. Зәйнәб Биишева, Мостай Кәрим, Рәми Ғарипов һәм башҡа бик күп әҙибебеҙ ижад иткән шедевр­ҙар һәр беребеҙҙең дуҫы, өҫтәл китабы булыр­ға лайыҡлы. Китап уҡыйыҡ, тип ҡат-ҡат әйткем килә.
Бер урында туҡталып ҡалмаҫҡа тырышырға кәрәк. Быны әйтеүе генә еңел, тормошҡа ашырыу ныҡлыҡ талап итә. Камиллыҡтың сиге юҡ, тип әйтәләр бит. Бөгөн яулаған ниндәйҙер уныштар менән генә мөрхәтһенеү кешене шәхес булараҡ үҫеүҙән туҡтата. Булғанға шөкөр итә белеү менән бер рәттән, даими рәүештә үҙ өҫтөңдә эшләргә, мәғлүмәт тупларға, алған мәғлүмәтте анализлай белергә өйрәнеү – эштә лә, көнкүрештә лә талап ителгән һыҙаттар.
Сәләмәтлек кешенең тауышында ла, тышҡы ҡиәфәтендә лә сағыла. Радиола, телевидениела алып барыусы булып эшләүсе башҡа кешеләр кеүек, мин дә тулыһынса сәләмәт тормош алып барырға тырышам. ҡолаҡҡа ятышлы тауышлы булам тиһәң, тәмәке тартыуҙан, спиртлы эсемлектәр менән мауығыуҙан, һимереүҙән алыҫ торорға кәрәк. Быны алып барыусы, диктор кеүек һөнәр һайларға теләүсе һәр кем иҫендә тотор­ға бурыслы. Эшләй башлар алдынан һәр бер хәрефте, өндө дөрөҫ, аңлайышлы итеп әйтеү өсөн күнекмәләр үткәрә инем. Был әле лә шулай дауам итә.
– Үҙеңә ниндәй программалар алып барыу нығыраҡ оҡшай?
– Юмор менән һуғарылған тапшырыу­ҙарҙы алып барыу күңелгә яҡын. Кешене көлдөрә белеү еңел түгел, шунлыҡтан юморлы телевидение, радио тапшырыуҙарын тыңлап барыр­ға тырышам. Был кемделер ҡабатлау өсөн түгел, фәһем алыу өсөн кәрәк.
– Һин ғаиләлеме?
– Өйләнгәнмен, ҡатыным иҡтисад өлкәһендә эшләй. Атайым – Илдар Нурғәле улы, әсәйем – Гөлсөм Булат ҡыҙы. Форсаттан файҙаланып, уларҙың икеһенә лә миңә тәрбиә биргәндәре, ныҡлы терәк булғандары өсөн рәхмәт әйткем килә.
– Тормошта ниндәй ҡиммәттәрҙе өҫтөн ҡуйып йәшәргә тырышаһың?
– Ябай ғына, әммә бик кәрәкле ҡиммәттәр бар һәм улар быуаттар буйына ла үҙгәрмәй. Кешелекле, мөхәббәтле булыу, уңғанлыҡ, белемгә ынтылыу – һәр замандың өҫтөнлөклө сифаттары.
Тағы ла шуны әйткем килә: китап уҡыу, тарихыбыҙҙы өйрәнеү бөгөн йәштәрҙе ылыҡтырған, хатта буйһондорған интернетта ултырыу менән йәнәш барһын ине. Заман менән бергә атлау өсөн әлеге ваҡытта популяр булған нәмәләрҙе генә өйрәнеү бик аҙ. Милләтебеҙҙең, илебеҙҙең шәхестәрен белмәй, өйрәнмәй тороп, бөгөнгө заманда ла урын таба алмаҫбыҙ. Китап уҡыуҙан алыҫлашмаһын ине йәштәребеҙ. Уларҙа беҙҙең тормош сағылған, улар беҙҙе уйларға өйрәтә. Тормош ҡуйған һорауҙарға яуап табыу өсөн дә кәрәкле улар.
– Әңгәмәбеҙ һуңында пландарың менән уртаҡлаш әле.
– Иңемдәге бурыстарҙы лайыҡлы үтәргә кәрәк. Был эшемә лә, ғаиләмә лә ҡағыла. Быйыл йәйгеһен Башҡортостаныбыҙҙың тарихи урындары буйлап йөрөп сығырға ине. Исмаһам, ярты республикабыҙҙы булһа ла иңләп сыҡһам, шәп буласаҡ. Халҡыбыҙ күңелендә, телендә әллә күпме хазина йәшәй. Йөрөгән урындарҙа быға тиклем билдәле булмаған йырҙар, көләмәстәр туплау хыялы менән янам. Шуларҙы китап итеп сығарыу ҙа алдыма ҡуйған пландарға инә. Башҡорт дәүләт университетында аспирантурала уҡып йөрөйөм. Уны ла уңышлы тамамларға ниәтләнәм.
ҡыҫҡаһы, яратып йәшәргә, яратып эшләргә ине.
– Әңгәмә өсөн рәхмәт, Марсель! Һине, коллегаларыңды етеп килгән һөнәри байрамығыҙ менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Уңыштар, тоғро тыңлаусылар һеҙгә!
– Рәхмәт!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға