«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Бер аҙ азатлыҡ еле ҡағылды



04.05.2012 Бер аҙ азатлыҡ еле ҡағылды

1993 йылдың 3 майында БМО-ның Генераль ас­сам­­блеяһы 3 май көнөн Бөтә донъя матбуғат азатлығы көнө итеп иғлан итеү тураһында ҡарар сығара.
Был дата Африка илдәренең матбуғат вәкилдәре башланғысы буйынса һәм ЮНЕСКО тарафынан хупланғандан һуң билдәләнә башлай. 1991 йылдың 3 майында Намибияла, Африка матбуғатын үҙаллылыҡ һәм плюрализм (фекерҙәр төрлөлөгө) менән тәьмин итеүгә булышлыҡ итеү буйынса семинарҙа, донъяның барлыҡ илдәрендә лә матбуғат азатлығын тәьмин итеүҙе эсенә алған «Виндхук декларацияһы»на ҡул ҡуйыла.
Бөтә донъя матбуғат азатлығы көнө − матбуғат азатлығы һәм фекерҙәреңде әйтеү ирке Кеше хоҡуҡтары декларацияһында нығытылған төп хоҡуҡтар икәнен иҫкә төшөрөү көнө ул.
Йыл һайын Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы Генераль секретарының әлеге дата уңайынан мөрәжәғәтнамәһе баҫылып сыға. Уларҙың береһендә, мәҫәлән, киң мәғлүмәт саралары ҡотҡо таратыу, деградация йә нәфрәтте пропагандалау ҡоралы булып хеҙмәт итергә тейеш түгел, тип билдәләнгән.
1997 йылдың майынан матбуғат азатлығы эшенә өлөш индергән өсөн ЮНЕСКО премияһы тапшырыла.
Киң мәғлүмәт сараларының булыуы мөһим, сөнки улар йәшәйешкә йоғонто яһай ала. Иҡтисад проблемалары, экология торошо кеүек мәсьәләләрҙе яҡтыртыу ғына ла йәмғиәттә төрлө фекерҙәр тыуҙыра, ҡарарҙар ҡабул итергә мәжбүр итә. Гәзит-журналдар­ҙы, радио-телевидениены контролләү ҙә һәр саҡ иғтибар үҙәгендә. Бөгөн, демократия заманы тип һаналған заманда, цензура әҙме-күпме иҫкергән төшөнсә булараҡ ҡабул ителә. Әммә күп баҫма дәүләттең йә төбәк етәкселегенең генә «йырын йырлай», халыҡ проблемалар менән ҡаңғырғанда ла йыш ҡына тик ыңғай яҡтарҙы яҡтыртып маташа. Шулай ҙа беҙҙең матбуғатҡа һуңғы йылдарҙа азатлыҡ еле иркен ҡағылды.

Айсын АҡБУЛАТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға