27.04.2012 Һаумы, навигация – 2012!
Был аҙнала Башҡортостан йылға пароходсылығы хеҙмәткәрҙәре 2012 йыл навигацияһын тантаналы асты. Байрам сараһы Өфө йылға портында, матур биҙәлгән майҙанда үтте. Унда Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Сергей Афонин, БР Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Андрей Быковский, йылға флоты хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары, йылға училищеһы уҡыусылары һәм башҡа ҡунаҡтар ҡатнашты. Йылға киңлектәрен гиҙергә әҙер буксирҙар, баржалар һәм катерҙар рейдта торҙо.
– Башҡортостан йылға флоты, илдең транспорт системаһының бер өлөшө булараҡ, республика талаптарын ышаныслы ҡәнәғәтләндерә, Рәсәй төбәктәре менән иҡтисади бәйләнештең үҫешенә ярҙам итә, − тине “Башҡортостан йылға пароходсылығы” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Рауил Нафиҡов. – Башҡортостан йылға пароходсылығы республикала Рәсәй Федерацияһының Берҙәм тәрән һыу системаһы маршруттарында эшләүсе, юл һәм төҙөлөш комплексы өсөн төҙөлөш материалдарын сығарыусы һәм ташыусы иң ҙур предприятиеларҙың береһе һанала.
Уның һүҙҙәренсә, быйыл 940 мең тонна йөк ташыу һәм 110 мең кешене йөрөтөү күҙаллана. Бының өсөн навигацияға барлыҡ йылға флоты әҙерләнгән. Быйылғы миҙгел алдынан караптарҙы ремонтлауға сығымдар 43 миллион һум тәшкил иткән.
БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Сергей Афонин үҙ сығышында, йылға флотында байтаҡ проблема килеп сығыуына ҡарамаҫтан, Башҡортостан пароходсылығының эшмәкәрлек йүнәлештәрен һаҡлап ҡалыуын, ә коллективтың үҙ бурысына етди ҡарауын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Шулай уҡ ул флот ветерандарына рәхмәт белдерҙе.
Әйткәндәй, йылға пароходсылары дүртенсе йыл рәттән уңайһыҙ тәбиғәт шарттарында эшләргә мәжбүр: ташҡын кимәле кәмеү сәбәпле, йылғалар һайыға, фарватер (суднолар йөрөй алырлыҡ һыу юлдары) тарая. Быйыл да һыу кимәленең күп йыллыҡ уртаса күрһәткестәрҙән түбәнерәк булыуы күҙаллана. Ошо шарттарҙа ла Башҡортостан йылға пароходсылығы теплоходтары Ағиҙел, Кама, Волга, Ока, Мәскәү йылғалары буйлап круиздарҙа меңәрләгән туристы хеҙмәтләндерә.
Пароходсылыҡтың алдынғы эшселәрен бүләкләү сараға сағыулыҡ өҫтәне. Һуңынан тантаналы рәүештә навигация вымпелы күтәрелде. Шул уҡ ваҡытта рейдта торған караптар бергә тауыш бирҙе, һауаға төҫлө шарҙар осоролдо. Шулай итеп, йөк тейәгән баржалар быйыл тәүге рейстарына сыҡты.
Самат ҡОТЛОЕВ.