«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Иҫләйһеңме ырыуыңды, тамғаңды?



27.04.2012 Иҫләйһеңме ырыуыңды, тамғаңды?

Иҫләйһеңме ырыуыңды, тамғаңды?
Үҙеңдең ата-бабаларыңдың кем булыуын белеү электән үк изге бурыс һанала. Һәр кем үҙенең шӘжәрәһен кәм тигәндә етенсе быуынға тиклем белергә тейеш. Был айырыуса кәләш алып, ҡыҙҙы кейәүгә биргән осраҡта бик тә кәрәк. Борон ваҡыттан уҡ туғанлашҡан ике яҡ тәү сиратта ҡоҙаларының кем булыуын белгәндән, нәҫелдәре насар дан тотмауын асыҡлағандан һуң ғына туғанлашыр­ға, йәғни туй үткәреүгә ризалыҡ биргән. Был йәһәттән шәжәрәләр төҙөп, уны быуындан-быуынға тапшыра килеү яҡшы ғәҙәт булып киткән.
Йылдар, быуаттар үтеү менән шәжәрә үҙенең абруйын, кәрәклеген һис кенә лә юғалтмай. Аталар − улдарына, олатайҙар ейәндәренә һөйләп йәшәткән был рухи хазина бөгөн дә иғтибарҙы күп йәлеп итә. Шәжәрәне ололар ҙа, балалар ҙа ҙур теләк менән өйрәнә. Мәктәптә уҡыған уҡыусылар ҙа ете генә түгел, хатта унынсы быуынға тиклем үҙенең ата-бабаһы кем булғанын белә. Район, республика кимәлендә ойош­торолған шәжәрә байрамдарын ғына алһаң да, уларҙың ниндәй кимәлдә үтеүе күптәрҙе һоҡландыра. Шулай итеп, үҙеңдең нәҫел-нәсәбеңде юллау, тарих төпкөлөнә инеп, яңы асыштар яһау – күптәрҙе ылыҡтырған эш.
Илеш районының Күктау ауылында йәшәүсе Фидан Мәрүәров та – үҙ шәжәрәһен өйрәнеүгә ғүмеренең байтаҡ ваҡытын, көсөн һалған кеше­ләрҙең береһе. Ул бер нисә йыл элек республика кимәлендә уҙған Шәжәрә конкурсында гран-при яулағайны. Ә бөгөн иһә, йыйыл­ған мәғлүмәттәрҙе бергә туплап, быуаттар буйы һаҡланырлыҡ рухи мираҫ – китап итеп баҫтырып сығарҙы.
Иҫләйһеңме ырыуыңды, тамғаңды?
“Иҫке Күктау ауылы тарихы” исемле китаптың донъя күреүен Илеш халҡы бик ҡыуанып ҡабул итте. Был ваҡиға айҡанлы район үҙәге Үрге Йәркәй ауылының мәҙәниәт йортонда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты менән район хакимиәте берлектә сағыу кисә ойошторҙо. Сараға авторҙың ауылдаштары, райондаштары, ҡәрҙәштәре йы­йыл­ды. Китаптың исем туйында ҡатнашыу өсөн улар барлыҡ эштәрен ҡалдырып, тормош мәшәҡәттәрен онотоп, үҙ яҡташтарының хеҙмәтен баһаларға килде.
Үҙ ырыуының, ауылының тарихы менән Фидан Садиҡ улы үткән быуаттың туҡһанынсы йылдарында ҡы­ҙыҡһына башлай. Быға Әнүәр Әсфән­диә­ров­тың “Башҡортостан ауылдары тарихы” тигән китабы ҙур этәргес көс бирә. Унда ул үҙ нәҫеленең башында торған Ғайсарҙың ХIХ быуат башында хәрби хеҙмәттә булған ейән­дәренең исеме яҙыл­ғанын күреп ҡала. Ә ауыл­дашы, “Уңыш” колхозы рәйесе Р. Нурлы­ғаяновтың ки­тап­тарында сағылған ауыл тарихы менән танышыу ҡулына ҡәләм алып, ең һыҙғанып тарих биттәрен яңыртыу эшенә тотонор­ға мәжбүр итә. Һөнәре буйынса инженер-механик булған Фидан Мәрүәровтың быуаттар төпкөлөнә мөрәжәғәт итеп, үҙенең һәм ауылдаштарының тарихын тулы­һынса сағылдырыу­ға ынтылыуы һоҡланғыс күренешкә әүерелә.
Тәү сиратта үҙ тикшеренеүҙәрен Фидан Садиҡ улы 1912 йылда Ғәбделнасир Мөхәмәтсадиҡ мулла яҙып ҡалдырған үҙенсәлекле ҡулъяҙма ҡомартҡы − шәжәрәне өйрәнеүҙән башлай. Ғәрәп алфавиты менән ҡағыҙ битенә төшөрөлгән яҙмаларҙы тәржемә итеү өсөн генә ул ғәрәпсә уҡый белгән әллә күпме кешегә, ауылдаштарына, Өфө һәм ҡаҙан ғалимдарына мөрәжәғәт итә. Был эште башҡарып сыҡҡансы айҙар үтеп китә. Ошолай итеп, ҡырғыҙ ырыуы башҡорттары шәжәрәһенең авторы Фидан Мәрүәров үҙ ырыу тарихын юллауға ирешә. Ләкин бының менән генә уның шәжәрә төҙөү эше тамамланмай. ХХ быуатта йәшәүсе туғандарының исемен асыҡлау өсөн уға ауылының оло кешеләренә, һуңынан архив материалдарына мөрәжәғәт итергә тура килә. ХIV быуаттан алып алты йөҙ йыл эсендә йәшәгән 22 быуын кешеләренең исемлеген асыҡлау менән генә сикләнмәй, тарихи ваҡиғаларға ла иғтибар бирә һәүәҫкәр тарихсы.
Шулай итеп, тыуған Иҫке Күктау ауылының барлыҡҡа килеүен, әлеге урынға халыҡтың нисек килеп төпләнеүен, халҡының XVIII, XIX, XX быуаттарҙағы йәшәйеше, төрлө һуғыш, ихтилалдарҙа ҡатнашыуын үҙ эсенә алған матур китап яҙыуға ирешә. Үҙ ауылдаштары араһынан күренекле шәхестәр, тыуған ауылының ер-һыу атамалары менән дә таныштыра.
– Мин был китапты уҡығас, көнләшеп ҡуйҙым. Ырыу тарихын сағылдырған бындай баҫмалар һәр кемдә лә юҡ. Был китап ҡырғыҙ ырыуының бөйөк ырыу икәнлеген күрһәтә. Енисей буйҙарынан үҙҙәрен һаҡлап Башҡортостанға килеп, ошо ерҙәрҙә башҡорт халҡын хасил иткән ырыуҙарҙың береһе, башҡорт халҡының нигеҙ ташы бит улар. Ғүмер-ғүмергә башҡорт ерен бер кем дә яулай алмаған. Сөнки ырыуҙар бер-береһенә ярҙам итеп йәшәгән. Шуға күрә, әгәр ҙә үҙебеҙҙең ырыуыбыҙҙы, башҡорт икәнлегебеҙҙе онотһаҡ, ата-бабаларыбыҙ үҙҙәренең ҡәберендә беҙгә бик әрнеп ятыр ине. Был китап йәштәргә ата-бабаларының кем булыуын белеү өсөн бик әһәмиәтле, − тине сығышында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Румил Аҙнабаев.
Китаптың исем туйында авторҙың яҡташтары, ауылдаштары һәм Өфөнән килгән ҡунаҡтар ҡатнашты. Һәр кем үҙенең аҙ ғына ваҡыт менән сикләнгән сығышында уй-фекерҙәре менән уртаҡлашырға тырышты, китапты уҡыған ваҡытта тыуған һорауҙарын авторҙың үҙенә бирергә ынтылды. Быға тиклем татар телендә генә һөйләшеп йәшәгән ауыл халҡы үҙҙәренең ҡырғыҙ ырыуы башҡорттарына ҡарағанын төрлөсә ҡабул итте.
– Был китапты ике тапҡыр уҡып сыҡтым. Ысынлап та, уға хәҙерге, киләсәк быуынға фәһем алырлыҡ бик күп мәғлүмәт баҫылған, – тине Фидан Мәрүәровтың ауылдашы Рәүфәт Ғәзизов. – Китапты ҡулға алғас та уның тәүге биттәренә күҙ һалаһың, инеш һүҙҙе уҡып сығаһың. Әгәр ҙә бында яҙылған әйберҙәр күңелеңә ятырҙай булһа ғына уҡыуыңды дауам итәһең, ә оҡшамаһа, алған урынына кире һала­һың. Бындай ауылыңды, халҡыңды, һәр бер танышыңды һәм дуҫыңды яҙған китапты һис кенә лә ситкә һалып ҡуйыу мөмкин түгел ине. Фидан Садиҡ улының китабы бик ваҡытлы булды, ул беҙгә бик кәрәк ине. Һәр бер мәғлүмәтте эҙләп табып, ҡағыҙ битенә теркәүе унан ҙур тырышлыҡ, ваҡыт һәм сығымдар ҙа талап иткән. Техник белем алып сыҡҡан кешенең шундай яҡшы китап яҙғаны өсөн уға беҙ, ауылдаштары, бик рәхмәтлебеҙ.
Фидан Мәрүәров – һәр кемгә лә үрнәк була алырлыҡ шәхес. ҡырғыҙ ырыуы башҡорттарының шәжәрәһен сағылдырған китабы менән ул ата-бабаларының тарихына ысын мәғәнәһендә һәйкәл ҡуйҙы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға