24.04.2012 Ҡыҙыҡлы һорауҙар һәм яуаптар
Аҡ айыу бал ашаймы?
Айыуҙар, башлыса, йыртҡыс булһа ла, улар бөтә нәмәне лә тиерлек ашай. Улар, мәҫәлән, степлерҙы ашҡаҙанына оҙатырға ла оҙаҡ уйлап тормай. Һоро айыу урманда йәшәй, шуға ла уға күпселек осраҡта еләк, ҡайсаҡ бал ашарға тура килә. Тюленде рәхәтләнеп ашап торған һоро айыуҙы күҙ алдына ла килтереп булмай. Ә аҡ айыуҙар үҙҙәренең ҡарлы донъяһында осраусы ошо йәнлек менән генә мөрхәтһенергә мәжбүр.
Тимәк, аҡ айыуҙың ҡаршыһына бал һалынған батман тотоп барып сыҡһаң, ул һине лә, балды ла “ыһ” та итмәй ашап ҡуясаҡ.
Кем ғәйепле?
Сиам игеҙәктәренең береһе енәйәт ҡылған осраҡта уларҙы нисек язаға тарттыралар икән? Ни тиһәң дә, игеҙәктәрҙең фекерҙәре тап килмәҫкә, береһе енәйәткә барғанда, икенсеһе закон боҙорға бөтөнләй теләмәҫкә лә мөмкин.
Әгәр сиам игеҙәктәренең береһе етди енәйәт ҡылһа, уларҙы йорттарынан сығып йөрөүҙән тыялар йәки психиатрия клиникаһына ятҡыралар. Нимә генә булһа ла, язаны игеҙәктәрҙең икеһе лә күтәрә. Тәндең икенсе өлөшөнөң бер генә зыяны булмаһа ла, ул да енәйәтсе иҫәпләнә.
Аҡ менән йәшелде кем бутай?
Моғайын, һәр кем аңлайҙыр – зебраның тәнендәге аҡ-ҡара һыҙаттар ҡыҙыҡ өсөн түгел, файҙа өсөн кәрәк. Был һыҙаттар зебраларға төрлө йыртҡыстарҙан ҡасып ҡалырға ярҙам итә. Эш шунда – зебралағы аҡ-ҡара буйҙар Африканың бейек үләне менән тап килә. Үләндең йәшел-һары төҫтә булыуында проблема юҡ – арыҫландар төҫ айырмай. Әйткәндәй, эттәр ҙә төҫтәрҙе бар тип тә белмәй. Шунлыҡтан зебраларҙың ҡан дошманы – арыҫландар үлән араһында баҫып торған был хайуан янынан бер ни күрмәй үтеп китә.
Тик был һаҡланыу юлы өйөрөнән айырылып йөрөгән зебраларға ғына ҡағыла. Арыҫлан дальтоник булһа ла, бер көтөү зебраны күрмәй ҡалмаясаҡ.