«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Илһамлы илһам



24.04.2012 Илһамлы илһам

Илһам Ғәлимйән улы бәләкәйҙән үк уҡытыусы булыр­ға хыяллана. Башҡорт дәүләт университетында белем ала, төркөм старостаһы була, профессор Ғ. Сәйетбатталов етәкселегендә «Шакир Янбаевтың «Беүә буйҡайҙары һары тал» романының теле» темаһына диплом эше яҙа һәм уны уңышлы яҡлай. Юғары белемле филологҡа уңыш тиҙ килә: уҡыусылары район олимпиадаһында еңеп, Өфөгә тел-әҙәбиәт бәйгеһенә барып ҡайта. Үҙе район семинары үткәрә, асыҡ дәрестәр күрһәтә.
Тора-бара, тәжрибә туплағас, Илһам Ғәлимйән улы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының «Йыл уҡытыусыһы» конкурсында ҡатнаша башлай: призлы урындар ала, «Һөнәремә тоғро ҡалам», «Ил, тел, милләт өсөн яныусыға», «Уҡытыусы − эҙләнеүсе» номинацияларында еңеп сыға. 2005 йылда район күләмендә беренсе урынға сыға һәм диплом менән бүләкләнә.
Тырыш уҡытыусы үҙ белемен камиллаштырыу өҫтөндә даими эшләй: Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институтында курстар үтә, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа сығыш яһай. Һәләтле педагогта практика үтеүселәр остазын тик ыңғай яҡтан иҫкә ала. «Талапсан да, кешелекле лә, − ти улар. − Етәксебеҙ методик алымдар менән оҫта эш итә».
Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тип бик дөрөҫ әйтелгән. Стажлы педагог төрлө гәзит-журналдарға мәҡәләләр ебәреп тора. Хеҙмәте баһаланмай ҡалмай. Ул «Йәншишмә» республика балалар гәзитенең Маҡтау ҡағыҙына лайыҡ була, ошо баҫманың лауреаттары исемлегенә инә. Йәнә «Йәшлек» гәзите ойоштор­ған шиғыр, таҡмаҡ, шахмат конкурстарында еңеп, дипломдар менән бүләкләнә.
Илһам Ғәлимйән улы үҙе эшләгән белем усағында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса «Йыл уҡыусыһы» конкурсын үткәрә, программаһын төҙөй, был сараға балаларҙы мөмкин тиклем күберәк ылыҡтырыу буйынса күп эшләй. Төрлө йылдарҙа Азат Солтанов, Руслан Сәйфитов, Алһыу Мәүлитбирҙина «Йыл уҡыу­сыһы» исемен яуланы. Үҙ фәнен яҡшы белгән педагог «Тел һәм әҙәбиәт донъяһында» түңәрәген етәкләй, башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә уҡыу­сылар­ҙың ижади әүҙемлеген үҫтереү өҫтөндә эшләй.
Хеҙмәтенә күрә хөрмәте. Илһам Латиповтың емешле хеҙмәте 2001, 2005 йылдарҙа БР Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы менән билдәләнә.
Эйе, кеше эше менән матур. Үҙ һөнәреңдән ҡыуаныс алыуға ни етә?! Абруйлы уҡытыусының яулаясаҡ үрҙәре, өлгәшәсәк уңыштары алда әле.

Ғәҙилә ЙӘРМӨХӘМӘТОВА.
ҡыйғы районы,
ҡолбаҡ ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға