«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Тел дә өйрәнелә, йолалар һаҡлана, халыҡ йәшәй һәм эшләй



24.04.2012 Тел дә өйрәнелә, йолалар һаҡлана, халыҡ йәшәй һәм эшләй

Тел дә өйрәнелә,   йолалар һаҡлана, халыҡ йәшәй һәм эшләй
Башҡортостан татарҙарының Өфөлә уҙған төбәк милли-мәҙәни автономияһының өсөнсө конференцияһында милләтте борсоған һорауҙар күтәрелде
Баш ҡалабыҙҙың «Нур» дәүләт татар драма театрында шәмбелә үткән сараға республиканың төр­лө район-ҡалаларынан 300-ләп делегат, власть органдары вәкилдәре һәм байтаҡ ҡунаҡтар саҡырылғайны. Улар араһында БР Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Марат Мәрҙәнов, Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Румил Аҙнабаев, Бөтә донъя татарҙары конгресы рәйесЕ урынбаҫары Марс Туҡаев, Татарстан Республикаһының Башҡортостандағы вәкиле Альберт Мәҡсүтов, Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин һ.б. бар ине.
Тәүҙәге сығыштарҙа башҡорт һәм татарҙың бер туғандай йәшәүенә баҫым яһалды. Был, ысынлап та, шулай. Тарихтан билдәле булыуынса, Башҡор­тос­­танға татарҙар күсеп килә башлау менән, башҡорттар улар­ҙы туғанылай күреп ҡабул иткән, кемеһе ерен һатып биргән, кемеһе ярты хаҡын алып та тормаған, берәүҙәргә бүләк иткән. Ғөмүмән, иңгә-иң терәп көн итә башлаған был ике халыҡ, бер-береһен аңлар өсөн тәржемәсе лә кәрәкмәгән. Быуаттар дауамында был тап шулай дауам итә. Бергәләп күпте кисергән, үҙ иңендә күтәргән, шатланған-ҡыуанған башҡорт менән татар. Ирекһеҙҙән Рәшит Солтан­гәрәевтың «Башҡорт менән татар» тигән хикәйәһе иҫкә төшә. Үҙаллылыҡ яулап йөрөгән «дауыллы» бер көндә майҙандан «рәшәткә артына» эләккән, арыу ғына һүҙгә лә килешкән, артабан бер-береһенән айырылырға теләмәгән башҡорт менән татар хаҡында бара һүҙ. Нишләһәк тә, бергә, тигән мәғәнә һалынғаны тойола был әҫәрҙә.
Беҙҙе айырырға, сәкәләштерергә маташыусылар ҙа бар ул. Татарҙар Башҡортостан Республи­каһында ҡыйырһытыла, тип әленән-әле сәүек шикелле өрөп-өрөп ала бәғзеләре. Власть органдарында, башҡа урындарҙа етәкселектә эшләгән, вуздарға инеп, бер кәртәһеҙ белем алған, үҙ телендә кинәнеп һөйләшкән, йырлаған, ижад иткән халыҡ вәкилдәре нисек ҡыйырһытыла торғандыр – был аңлашылмай. Эйе, бөгөнгө замандың проблемалары ике, улай ғына түгел, башҡа халыҡ­тар­ға ла берҙәй йоғонто яһай. Ә инде әлеге автономия рәйесе Рәмил Бигновтың сығышында билдәләнеүенсә, татар ауылдарында мәктәптәр ябыла икән, был хәҙерге мәғарифты оптималләштереү мәлендә шулай уҡ башҡорт ауылдары мәктәптәренә лә ҡағыла. ҡалаларҙа балалар үҙ телен белмәй икән, быға милли мәктәптәрҙең булмауы, йә әҙ булыуы ғәйепле түгел – туған теленә бала тәү сиратта ғаиләлә өйрәнергә тейеш.
Әйткәндәй, Бигнов әфәнде, милли-мәҙәни автономияның эшмәкәрлеге хаҡында һөйләгәндә, бер нисә тапҡыр әлеге ойошманың бығаса йыйылырға урыны булмауын, элекке властың кәртәләр ҡуйыуын телгә алды. Бәлки, ғәйеп уның тап үҙендәлер? Башҡорт халҡы уның ҡасандыр әйткәндәрен дә онотмай әле. Рәмил Бигновтың сығышында шулар алҡышланды:
− Әгәр татар теленә, башҡорт һәм рус телдәре менән бер рәттән, дәүләт теле статусы бирелһә, берәү ҙә зыян күрмәйәсәк. Беҙ – республиканың тулы хоҡуҡлы халҡы… Беҙ Рәми Ғарипов исемендәге республика баш­ҡорт гимназия-интернатына көнсөллөк менән ҡарайбыҙ. Беҙгә, татар­ҙарға ла, һәләтле балаларыбыҙҙы уҡытырға шундай гимназия кәрәк… Өфөнөң РТИ (УЗЭМИК) мәҙәниәт һарайы ла беҙгә бөтөнләйгә бирелеп, татарҙарҙың милли-мәҙәни үҙәге шунда урынлашһа, яҡшы булыр ине.
Конференцияла республикала эшләп килеүсе барлыҡ милли-мәҙәни үҙәктәрҙе айырым бер урында туплаусы, эшләргә иркен шарттар булдырылған бина кәрәклеге тураһында ла әйтелде. Шулай уҡ автономияға яңы етәксе һайланды, резолюция ҡабул ителде. Әйткәндәй, унда шундай пункт­тар бар:
− ата-әсәләр араһында милли мәғариф, әхлаҡи-рухи тәрбиә биреү өлкәһендә татар ғаиләһенең ролен көсәйтеү һәм һаҡлау­ға йүнәлтелгән аңлатыу эштәре алып барырға;
− татарҙарҙың милли-мәҙәни проблемаларын хәл итеү өсөн ижтимағи ойошмалар, власть органдары менән һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек итеүҙе дауам итеү;
− урындағы татар милли-мәҙәни автономияларының эшенә шарттар булдырыу, республика һәм муниципаль власть органдары яғынан финанс булышлығы алыу юлдары механизмдарын булдырыу;
− Башҡортостан татарҙары музейын булдырыу;
− Башҡортостан Хөкүмәтендә «2012 − 2020 йылдарға Баш­ҡортостан татарҙарының милли-мәҙәни үҫеше» дәүләт программаһын ҡабул итеү.
Эшләнгән эштәрҙе барлайыҡ, унан бигерәк проблемалар хаҡында һөйләшәйек, тигән маҡсат менән йыйылғайнылар был сараға. Шунлыҡтанмылыр, әллә башҡа берәй сәбәптәнме, Бал­тас районы миҫалында уңыштар менән сығыш яһаусыны ризаһыҙ алҡыштар менән туҡтаттылар. Ә сығыш татар балаларының туған телен тулыһынса өйрәнеүе, был милләт халҡының бер сикләүһеҙ көн итеүе, эшләп йөрөүе, районда билдәле кешеләрҙең татар телен­дә китаптар сығарыуы тураһында, мәҙәниәт өлкәһендәге уңыштар хаҡында ине. Хәйер, бер Балтас яғында ғына түгел, республиканың һәр төбәгендә лә, бигерәк тә, татар халҡы йәшәй, тигән көнбайыш райондар­ҙа күҙәтелә ошондай күренеш. Кемдер йәшәйешендә тик проблема күрергә теләй икән, ниәттәре, күҙаллауҙары, хыялдары менән алыҫ китә алмаясаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға