24.04.2012 Анһат ҡына фирма хужаһы булырға уйлаған
Ишембайҙа йәшәүсе бер «зирәк» 32 йәшлек ир-егет бала саҡтан эшҡыуар булырға хыялланған, әммә бер нисек тә быны тормошҡа ашыра алмаған. Шунан ул хәйләкәрлеген эшкә егергә булған.
Был йылғыр әҙәм, бер фирма исеменән дәүләт реестрына үҙгәрештәр индереү тураһында ялған ҡултамға ҡуйып, урындағы һалым инспекцияһына ғариза яҙып биргән. Йәнәһе лә, әлеге фирманың генераль директоры тиҙ арала эштән киткән, ә урынына нәҡ ошо «аҡыллы баш» ҡалған. Ғаризаны ҡабул иткәндәр ҙә, яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең етәксеһе яңы, йәғни әлеге граждан, тип теркәп ҡуйғандар.
Фирмаһының урамдан килеп ингән кеше ҡулына эләгеп барыуын белеп ҡалып, ысын хужаһы ла эҫе мәлдә хоҡуҡ һаҡлау органына мөрәжәғәт итә һалған. Теге ир иһә ғәйебен танымай бер булған. Прокуратура уға ялған документ эшләгәне өсөн 110 мең һум күләмендә штраф һалған.
А. АҡБУЛАТОВА.