«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Китапханала... күңел астыҡ



24.04.2012 Китапханала... күңел астыҡ

Китапханала... күңел астыҡ
Ошо көндәрҙә илебеҙҙә Бөтә Рәсәй Китапхана төнө уҙғарылды. Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһы ла был саранан ситтә ҡалманы.
Ҙур ҡалаларҙа төнгө ял итеү, күңел асыу урындары етерлек. Шулай ҙа улар араһында йәнең тыныслыҡ, рухың байырлыҡ ерҙе еңел генә тапмаҫһың. Бер төркөм танышыма: “һеҙҙе шәп урынға ял итергә саҡырам”, – тигәс, күҙҙәре янып китте, әммә китапханала үтәсәк сараға әйҙәүемде ишеткәс тә кире һүрелделәр. Ни бары берәүһе генә минең менән барырға риза булды.
Китапханаға етеп килгәндә үк күңелле музыка яңғырай ине, халыҡтың шау-гөр килгәне ишетелде. ҡыҙ-егеттәр, ейәндәрен етәкләгән олатай-өләсәйҙәр, урта йәштәгеләр бина алдындағы күргәҙмәләр менән таныша. “Мине үҙең менән ал” тип аталған китап кәштәһендә бигерәк күп халыҡ йыйыл­ған. Әле бер, әле икенсе китапты асып ҡарап, берәйһен ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырып, юлын артабан дауам итәләр. Юлдашым иһә француз яҙыусыһы Жюль Верндың әҫәре менән хушһынды. ҡатын-ҡыҙҙар аш-һыу, төрлө илдәр кухняһына арналған китаптар янынан китмәне.
Китапхана хеҙмәткәрҙәре сараға ентекле әҙерләнгән. Лариса Шәрипова халыҡты сәләмләп, яратҡан шиғырҙарҙы бергәләшеп ятларға тәҡдим итте. Александр Пушкиндың “Руслан һәм Людмила” поэмаһын кисә ҡунаҡтары эстафета рәүешендә һөйләне. “Был ниндәй шиғыр?”, “Авторы кем?” конкурстарында барыһы ла дәррәү ҡатнашты, мәктәп уҡыусылары иң зирәге булып сыҡты. Поэзия һөйөүселәргә иҫләлекле бүләктәр тапшырылды.
Шунан Марат Кәримов, Марсель Сәлимов, Фәниә Чанышева, Риф Әхмәҙиев, Мотал Рәмов һәм башҡалар шиғри шәлкемдәрен тәҡдим итте.
Артабан Башҡорт дәүләт университеты ҡарамағындағы “Йәнгүзәл” фольклор ансамбле ҡыҙ төшөрөү йолаһын сағылдырҙы. Ә М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттары башҡорт уйындарын сәхнәләштерҙе.
Китапхананың икенсе ҡатында “Уҡыусы ҡатын-ҡыҙ” картиналар күргәҙмәһе ойошторолғайны. Унда егермеләп эш тәҡдим ителгән. Сәйхурҙарға ҡытайҙарҙың сәй церемонияһы менән танышырға мөмкинлек булды. Шулай уҡ самауыр сәйенән дә ауыҙ иттер­ҙеләр. БДМУ студенты, Бангладеш гражданы Чаудхури Редванур, һөтлө һәм мәтрүшкәле сәйҙе баллап эскәс: “Тик Баш­ҡортостанда ғына ошондай эсемлекте эсергә мөмкин. Ғөмүмән, миңә һеҙҙә бик оҡшай, мәҙәниәтегеҙ бик бай, халыҡ аң-ғилемгә ынтыла, милли традициялар һаҡлана”, – тине. Егет беҙҙеңсә әллә ни һупаламаһа ла, урыҫ әҙәбиәте менән таныша башлаған.
Китапхананың өсөнсө ҡатында 1812 йылғы Ватан һуғышына арналған гравюралар күргәҙмәһе ойошторолған. Унда күберәк яу яланындағы күренештәр, рус һәм француз яугир­ҙары сағылдырылған.
Яҙма һәм һирәк китаптар бүлеге етәксеһе Антонина Гезикова боронғо китаптар менән таныштырҙы. Уникаль баҫмаларҙы уҡып-тотоп ҡарау бәхете тик ошо акция мәлендә генә мөмкин ине. З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы студенттарының француз телендәге йыр-моңо күргәҙмәнән алған тәьҫораттарҙы айырыуса көсәйтте.
Китапханала... күңел астыҡ
Акция барышында китапханала амнистия иғлан ителгән. Тапшырыу ваҡыты күптән үткән бурыслыларҙан китаптар бер дәғүәһеҙ кире ҡабул ителде (ә элек штраф түләргә кәрәк ине). Ошо кистә юридик ярҙам алырға, бушлай интернет менән ҡулланырға мөмкинлек булды.
Үткән быуаттың 20-cе йылдарында төшөрөлгән, “телһеҙ” стилдәге аҡ-ҡара франк-бельгия “Артист” (The Artist) фильмы күрһәтелде. Был картина бик күп наградаға лайыҡ булған. Фильмдан һуң Страсбург ҡалаһынан килгән Матильда Галиссо менән картина хаҡында һөйләшеү булды. Европаса ҡарашлы ханым йәшәйебеҙ тураһында фекерен дә белдерҙе.
Осрашыуҙы дәртле “ритайым” йомғаҡланы. Ғөмүмән, китапханалағы күркәм байрам һәр кемдең күңеленә ятты. Уртаҡ ҡыҙыҡһыныуҙарың булған кешеләр менән аралашыу, үҙенсәлекле сәнғәт өлгөләре менән танышыу һәр кемдең эске донъяһын байытты, мәғлүмәтле итте. Күңелемде ҡыймаҫ өсөн генә миңә эйәргән танышым да бынан ары китап йортона йышыраҡ килергә булды. Ошондай юҫыҡтағы саралар даими уҙһа, китап­ханалар­ҙың гөрләп тороуына шик юҡ.
Тормошобоҙға реклама, пиар ныҡ үтеп ингән. Етештереүселәр тауарын ҡулланыусыларға көсләп тағыр өсөн төрлө алымдар, хәйләле ысулдар ҡуллана. Ә ни өсөн халыҡҡа рухи ҡиммәт, тәрбиә, әхлаҡ таратҡан системаға ла уны индермәҫкә?! Дәүләт учреждениеларында ла оҫта маркетолог булыуҙы заман күптән талап итә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға