«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Балаң өсәүме? Бушлай ер ал!



24.04.2012 Балаң өсәүме? Бушлай ер ал!

Балаң өсәүме? Бушлай ер ал!
Өфөлә күп балалы ғаиләләргә бушлай ер биреү өсөн документтар ҡабул ителә башланы
Башҡортостанда күп балалы ғаиләләргә йорт һалыу өсөн бушлай ер биреләсәге тураһында хәбәр иткәйнек инде. Был өс һәм унан да күберәк балаһы булған ғаиләләргә ҡағыла. Алдан уҡ шуны билдәләге килә, бушлай ер алыу өсөн торлаҡ шарттарын яҡшыртыу маҡсатында ҡайҙалыр сиратта тороу талап ителмәй. Ғаиләнең матди хәле лә иғтибарға алынмай. Бер генә нәмә мөһим – ғаиләләге балалар бәлиғ булмаһын. Шуға ла участкалар биреү “тере” сират буйынса, граждандар мөрәжәғәт иткәндән һуң теркәлгән исемлеккә ярашлы биреләсәк.
Йорт төҙөү өсөн ер дәүләт һәм муниципаль милектә булған участкаларҙан бирелә. Уларҙың бөтәһе лә индивидуаль торлаҡ төҙөү тәғәйенләнешендә булырға тейеш. Торлаҡ төҙөү өсөн тәғәйенләнгән участкаларға юл булыуы, ут, газ кеүек уңайлыҡтарҙың да алыҫ булмауы шарт. Шунлыҡтан әлегә бөтә уңайлыҡтары ла булған ерҙәрҙе бүлә башлаясаҡтар. Тормош дауам итә, шөкөр, күп бала ҡараған ғаиләләр ишәйә, шуға ла артабан торлаҡ төҙөү өсөн яңы ер майҙандарын да үҙләштерәсәктәр. Әлегә әҙер булғандарын таратыу маҡсат итеп ҡуйылған. Билдәле булыуынса, ерҙе участкалар итеп бүлеү матди сығымдар ҙа талап итә. Был сығымдарҙы ҡаплау өсөн аҡсаны дәүләт бүлә.
Инвалидтарға ла ҡағыла

Башҡортостан Республикаһында тормошҡа ашырыла башлаған ҡағиҙәләргә ярашлы, бушлай ер участкалары күп балалы ғаиләләргә генә түгел, инвалид бала тәрбиәләгәндәргә лә бирелә. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Башҡор­тостанда өс һәм унан да күберәк бала ҡараған 34 мең ғаилә бар. Инвалид балаһы булған ғаиләләр һаны 14 мең тирәһе. Әлбиттә, был ғаиләләрҙең бөтәһе лә участка алыу өсөн ғариза яҙасаҡ, тип уйларға ярамай. Беренсенән, алынған ерҙе тәғәйенләнешенә ярашлы ҡулланырға, тиҙ арала унда йорт төҙөргә кәрәк. Бының өсөн теләк тә, мөмкинлек тә талап ителә. Дәрте лә, дарманы ла кәрәк, тигәндәй. Икенсе­нән, бушлай ер алыу хоҡуғын быға тиклем файҙаланған ғаиләләр ҙә бар. Билдәле булыуынса, индивидуаль торлаҡ төҙөү өсөн ер ҡуртымға түгел, шәхси милек итеп бирелә. Был граждандарға ерен, теләһә − һатырға, теләһә − бүләк итергә лә мөмкинлек аса. Инвалид балалар өсөн − айырым, күп балалы ғаиләләр өсөн айырым исемлек төҙөләсәк. Әммә уларға ер участкалары параллель рәүештә бүленә.
Закон буйынса торлаҡ төҙөү өсөн тәғәйенләнгән бер участканың ҙурлығы 8 сутыйҙан 20 сутыйға тиклем ҡаралған. Ләкин һәр кем шуны аңларға тейеш: участканы кемгә һәм ҡайһы ерҙән биреү мәсьәләһен урындағы тейешле органдар хәл итәсәк. ҡағиҙә булараҡ, участкалар, башлыса, 10 сутый самаһы була. Әммә был “алтын ҡағиҙә” түгел һәм ерҙең майҙаны төрлө урында төрлөсә билдәләнәсәк. Етмәһә, ер майҙаны дүртмөйөш рәүешендә булған урындар бик һирәк. Был да участкаларҙың майҙаны төрлөсә булыуына килтерә.
Өс һәм унан да күберәк балаһы булғандар ҙа, инвалид сабый ҡарағандар ҙа Өфөлә етерлек. Ошоға бәйле, яңыраҡ Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең ер ресурстары идаралығында яңы Законды тормошҡа ашырасаҡ, көйләйәсәк белгестәр менән осрашыу булды. Унда хәбәр итеүҙәренсә, Өфөлә ер участкалары 2012 йылдың июнь – июль айҙарында бирелә башлаясаҡ. Әле күп йәки инвалид бала ҡараған ғаиләләрҙән ғаризалар, кәрәкле документтар туплау эше әүҙем бара. Шул уҡ ваҡытта баш ҡалабыҙға ҡараған ер майҙандарында ошо категорияға ингән ғаиләләргә бирерлек ер участкаларын барлау, был ерҙәрҙең сиктәрен билдәләү кеүек эштәр ҙә башҡарыла. Өфөлә йәшәп, ер алырға теләүселәр тулыраҡ мәғлүмәт алыу маҡсатында телефондан 279-03-66 номеры буйынса шылтырата ала. Был Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең торлаҡты иҫәпкә алыу һәм бүлеү бүлегенең номеры. Әлегә участкаларҙы баш ҡалабыҙҙың Калинин районында урынлашҡан Федоровка ауылы тирәһенән биреү тураһында һүҙ бара.
Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең торлаҡты иҫәпкә алыу һәм бүлеү бүлегендә граждандарҙы һәр аҙнаның шишәмбеһендә ҡабул итәләр. Кәрәкле мәғлүмәт www.ufacity.info сайтында ла бар. Ә инде райондарҙа йәшәүсе халыҡ урындағы хакимиәткә мөрәжәғәт итергә тейеш. Ер участкалары граждандар­ҙың йәшәү урыны территорияһында бирелә.

Ниндәй документ кәрәк?

Өс һәм унан да күберәк балаһы булған ғаиләләргә ер участкаһын алыу өсөн урындағы хакимиәткә ғариза менән мөрәжәғәт итергә кәрәклеген үрҙә аңлатып үттек. Ер алыуға хоҡуҡты билдәләү өсөн, ғаризаға ҡушып, түбәндә билдәләнгән документтар тупланмаһын биреү ҙә талап ителә:
− ата-әсәнең (баланы яңғыҙ кеше тәрбиәләгәндә тик шул кешенең) шәхесен раҫлаған документтар;
− никах танытмаһының күсермәһе (булған осраҡта);
− балаларҙың тыуыу тураһындағы таныҡлыҡтарының күсермәләре, улар 14 йәшен тултырған осраҡта паспорттарының күсермәләре;
− опека һәм попечителлек органдарынан ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителеү йәки ителмәү тураһында белешмә;
− балаларҙың ата-әсәһенең бер ваҡытта ла бушлай ер алыу хоҡуғын файҙаланмауын күрһәткән белешмә. Был белешмә урындағы үҙидаралыҡ органдарынан алына;
− ата-әсәнең мөлкәте булып иҫәпләнгән күсемһеҙ милек объекттарына хоҡуҡты күрһәткән белешмә. Был белешмә Берҙәм дәүләт теркәүе («Росреестр») реестрынан алына. Унда күсемһеҙ милек менән башҡарылған төрлө операциялар ҙа күрһәтелергә тейеш.
Ғаиләһендә инвалид бала булған ғаиләләр үрҙә билдәләнгән документтар тупланмаһына өҫтәп, баланың сирле булыуын раҫлаған белешмәнең күсермәһен дә килтерергә тейеш. Был белешмә дәүләт медицина-социаль экспертиза хеҙмәте учреждениеһынан алына.

Өс һәм унан да күберәк бала ҡараған, ғаиләһендә инвалид бала булған ғаиләләргә ярҙам итеү уңайынан ҡабул ителгән яңы ҡағиҙәләрҙе тормошҡа ашырыу буйынса эш әүҙем башланды. Әлегә ата-әсәләрҙән йәһәтләп документтар йыйып биреү, ғариза менән урындағы үҙидаралыҡ органдарына мөрәжәғәт итеү талап ителә. Бушлай ер алыу хоҡуғын бер ваҡытта ла файҙаланма­ғанһығыҙ икән, рәхим итеп, участка алығыҙ.

Лилиә СИРАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға