«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Беҙ үҙебеҙҙе ҡасанға тиклем үгәйһетелгән итеп тойорбоҙ



20.04.2012 Беҙ үҙебеҙҙе ҡасанға тиклем үгәйһетелгән итеп тойорбоҙ

(«Исеме бар ҙа, есеме юҡ йәки Һуғыш осоро балаларын хәстәрләргә ваҡыт етте түгелме?», «Йәшлек», № 16, 28 февраль, 2012 йыл)
Быйыл РФ Президенты Д. Медведев ауыҙынан бер нисә тапҡыр халыҡҡа үҙҙәренең Рәсәй гражданы булыуы менән ғорурланырға саҡырыу ишетелде.
Мәктәп йылдарында беҙҙең быуын кешеләре − һуғыш балалары мәшһүр Мостай Кәримдең «Россиянмын» шиғырын ҙур ғорурлыҡ менән, ауыҙ тултырып, бар донъяға ишеттерерлек итеп һөйләй ине. Заман башҡа − заң башҡа, тигәндәй, хәҙер беҙҙә ул хис-тойғоларҙың бермә-бер кәмеүе һиҙелә. Бының сәбәптәре бихисап.
Беҙҙән еңелгән Германия үҙҙәренең һуғыш балаларына хөкүмәт кимәлендә ихтирамын да, иғтибарын да йәлләмәй, яҡшы матди ярҙам күрһәтә. Беҙҙә, ниһайәт, һуғыш ветерандарын, һуңлап булһа ла, иҫкә алдылар, ярҙам иттеләр. Ә бына һуғыш балалары етемлектең әсе һурпаһын ғүмер буйы татыны һәм бөгөн дә татыуын дауам итә. Сөнки РФ Дәүләт Думаһы коммунистар фирҡәһе тәҡдим иткән һуғыш балаларына ҡағылышлы закон проектын тереләй «күмеп» ҡуйҙы. Үҙебеҙ һайлаған депутаттар бит, уларға ни һүҙ әйтәһең?!
Һуғыш беҙҙе бер етем итһә, парламентыбыҙ икеләтә етем итте. Әйтерһең дә, беҙ − килмешәктәр, Рәсәйҙең үгәй балалары.
Бәлки, яңы һайланған Президен-тыбыҙ беҙҙе иҫкә төшөрөр һәм сараһын күрер? Өмөттө өҙмәйек әле, алда ғүмер бар әле. Тик һуңлап ҡуйыу ихтималлығы ҙур: рәсми мәғлүмәттәр буйынса, беҙҙең илдә ғүмер оҙонлоғо бик самалы, ә беҙҙең быуын вәкилдәренең күбеһе етенсе тиҫтәһен түңәрәкләп, һигеҙенсеһенә аяҡ баҫҡан.

Н. ЙӘНОҘАҡОВ,
хеҙмәт ветераны.
Сибай ҡалаһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға