20.04.2012 Халыҡтар дуҫлығы. Уны кем нисек аңлай?
«Единая Россия» – «Башкортостан» гәзитенең быйыл 16 февралдә сыҡҡан 6-сы һанында республикабыҙҙың элекке хәрби комиссары, генерал, Башҡортостан рустары соборының етәксеһе лә булып торған Тимофей Азаров менән әңгәмә баҫылған. Әлбиттә, мин, был йәмәғәт, сәйәсәт эштәренә тығылып маташҡан хәрби рус халҡының уй-фекерен белдерә, тип әйтә алмайым. Уның интервьюһындағы тик бер фекеренә генә үҙемдең ҡарашымды белдергем килә.
Унан: «Һеҙгә ниндәй ҡаҙаныштарың өсөн Салауат Юлаев ордены бирҙеләр?» – тип һорайҙар. «Алманым мин уны, баш тарттым. Мин рус офицеры һәм ҡасандыр рус офицерҙарын аҫҡан кешенең һүрәте булған орденды тағырға хоҡуғым юҡ тип иҫәпләйем», – тип яуап бирә. Бына һиңә иҫке ауыҙҙан яңы хәбәр! Саҡ ҡына логик фекер йөрөтөп ҡарайыҡ.
Беренсенән, Салауат Юлаев яугирҙары менән башҡорт еренән ситкә сыҡмай, урыҫ ерҙәренә ике аяғының береһе менән дә баҫмай. Ә ҡайҙан аҫырлыҡ рус офицерҙарын тапҡан һуң? Пугачев ихтилалын баҫтырырға каратель ғәскәрҙәренә бөйөк полководец Суворов үҙе етәкселек итә, башҡорт ерҙәрен тапай. Ә нисек һуң уны Салауат Юлаев эләктерә алманы икән? Ә ҡалған офицерҙар беҙҙең аҫаба еребеҙҙә нимә ҡарап йөрөгән? А. Пушкин үҙенең «Капитанская дочка» китабында телен рустар ҡырҡҡан башҡорт тураһында яҙа. Ябай рус һалдаты күрәләтә ярлы башҡортто тотоп телен киҫмәй бит инде. Салауатты һәм күп кенә башҡортто Рогервик ҡәлғәһендә тереләй серетеүҙәре тураһында Азаров ләм-мим.
Икенсенән, беҙҙең Президент ни башы менән ошо рус милләтсеһенә Салауат Юлаев орденын биреү тураһында Указ сығара? Бер ҡатлы милләт шул беҙ. Иң юғары вазифа биләгәне лә, һабан тотоп ер һөргәне лә бер ҡатлы. Хәҙер быны, менталитетыбыҙ шулай ул, тип аҡлайҙар.
Артабан Азаров әфәнде хатта тел мәсьәләһенә лә ҡағыла. «Изучение башкирского языка – это дикость. Этого делать нельзя категорически», – тип һығымта яһай. Үәт бит, әй! Хатта батша заманында ла бындай фекер йөрөтмәгәндәр.
Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһы адресына ла «әсе» һүҙҙәр әйтә Азаров. «Ассамблея никак не работает. Нам необходимо создать умную Ассамблею. Поставить русского во главе и пусть он за все отвечает». Ә нишләп «русского»? Ассамблея етәксеһе һайланып ҡуйыла баһа! Ә «поставить» түгел.
Азаров, шулай итеп, милли мәсьәләлә «перестройка» яһарға ниәтләй.
Азаровтар күп әле ул илебеҙҙә. Үткәндәргә ҡарата ностальгия ҙур уларҙа. Әле Н. Хрущев заманында башҡорттарҙы тик рус телендә генә уҡытып маташтылар ҙа баһа мәктәптәрҙә. «У нас есть одна нация – советский народ» тигән һылтау менән милли телдәрҙе юҡҡа сығарыу сәйәсәте алып барҙылар. Нимә килеп сыҡты? Яуап бирә белергә кәрәк ана шул Азаров кеүектәргә!
Ғ. ЯППАРОВ.
Күгәрсен районы,
Исем ауылы.