«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Бер миллиард һум – яңы телеканалға



20.04.2012 Бер миллиард һум – яңы телеканалға

Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев илдә ижтимағи телевидение ойоштороу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Каналға генераль директорҙы һәм баш мөхәррирҙе тап Президент тәғәйенләйәсәк. Оборона министрлығының «Йондоҙ» телеканалы базаһында төҙөлгән ижтимағи канал тапшырыуҙары 2013 йылдың беренсе ғинуарынан экранға сыға.
Шуныһы шәп – бында реклама булмаясаҡ. Сериалдар, музыка менән дә мауыҡмай, бары тик сәйәси, мәҙәни, фәнни-популяр, йәнә лә белем биреүгә бәйле программалар ғына әҙерләнәсәк. Илдә телеканалдар күплегенә ҡарамай булдырыласаҡ был телевидениеға дәүләт быйылдан бер миллиард һум аҡса бүлә. Бынан тыш, хәйриә иҫәбенән 30 миллиард һум самаһы маҡсатлы капитал йыйыу бурысы тора.
ОТР (Общественное телевидение России), ижтимағи канал шундай атама менән йөрөтөләсәк, тамашасылар өсөн бушлай федераль каналдар исемлегенә индерелә.
www.vedomosti.ru сайтынан Айсын АҡБУЛАТОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға