«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Балалар өсөн телетапшырыу әҙерләү еңелме?



20.04.2012 Балалар өсөн телетапшырыу әҙерләү еңелме?

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығында «Тамыр» балалар телеканалына 20 йыл тулыуға арналған матбуғат конференцияһы үтте. Унда «Класс!» телекомпанияһы директоры, Рәсәй телевидениеһы академияһы ағзаһы Людмила Зайцева, ҡаҙағстандың һәм Татарстандың балалар каналдары вәкилдәре ҡатнашты. Балалар өсөн тапшырыуҙар ниндәй маҡсатҡа ҡорола, кескәй тамашасының һөйөүен яулау өсөн ниндәй тапшырыуҙар кәрәк, уларҙы әҙерләүҙә ниндәй ауырлыҡтар, проблемалар бар – һөйләшеүҙә ошо һәм башҡа һорауҙар күтәрелде.
– Балалар аудиторияһы өсөн телепрограммалар эшләү – үҙенсәлекле процесс, – ти «Класс!» телекомпанияһының генераль директоры Людмила Зайцева. – Балалар бөтә нәмәгә лә ихлас ышана, уларға барыһы ла ҡыҙыҡ. Был иһә материалды төрлөсә биреү мөмкинлеген бирә. Әммә шул уҡ ваҡытта уларҙың тормош тәжрибәһе булмауы, һығымта яһай белмәүе ҡыйынлыҡтар ҙа тыуҙыра. Уларҙың башындағы уйын да белеп булмай, шул уҡ ваҡытта эш барышында быны иҫәпкә алырға кәрәк. Әммә балалар менән эшләүҙең үҙ матурлығы ла бар. Улар менән аралашыуҙан әллә күпме көс һәм илһам алырға мөмкин.
– Балалар менән эшләү – оло яуаплылыҡ та ул, сөнки эскерһеҙ бала күңелен алдау мөмкин түгел, әҙ генә дөрөҫ эшләмәнең, ялҡауландыңмы, яңылышлыҡты ул шунда уҡ һиҙә. Тамашасы балалар иһә яҙылмаған аҡ ҡағыҙ кеүек. Беҙ унда телевизион программалар менән һүҙҙәр, образдар яҙабыҙ, ә бала уны ғүмер буйына иҫендә ҡалдырырға тейеш, – ти Татарстандың «Яңы быуат» балалар һәм йәштәр тапшырыуы ижади берекмәһенең баш мөхәррире Рәмилә Сәхәбетдинова.
Һөйләшеүҙә ҡатнашыусыларҙың барыһы ла балалар өсөн тапшырыуҙарҙың телевидение өсөн бер ниндәй ҙә килем килтермәүен, шунлыҡтан уларҙың тик хөкүмәт ярҙамы менән генә эшләй алыуын билдәләне.

С. ЛОТФУЛЛИНА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға