«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Күрһәтә «Тамыр», ҡарағыҙ «Тамыр»!



20.04.2012 Күрһәтә «Тамыр», ҡарағыҙ «Тамыр»!

Күрһәтә «Тамыр», ҡарағыҙ «Тамыр»!
Нимә генә тимә, шәп ил һин, бала саҡ! Зиһендәр яҡтыра, күңелдәр ҡыуана, йөрәктәр сафлана һиндә. Бынан егерме йыл элек «зәңгәр экран»да «Тамыр» тигән тапшырыу­ҙы асып ебәргәндәргә ысын күңелдән рәхмәт әйтке килә бөгөн. Хәҙер был сабый ғына тапшырыу олпатлана бара: башта – студияға, һуңыраҡ, ҡоласын киңерәк йәйеп, айырым каналға әйләнде. Шәп канал ғына түгел, ә Башҡортостандың оло ҡаҙанышы ла ул. Ошо «Тамыр»ға йәбешеп илебеҙҙең күпме аҡыллы ул-ҡыҙы үҙҙәре тамыр ебәрҙе, үҙҙәре емеш бирә хәҙер. «Тамыр»ҙың тапшырыуҙарын ҡарағанда ла, иҫ китмәле ҡыҙыҡ һәм фәһемле проекттары тормошҡа ашҡанда ла, «Бөтә һәйбәт нәмә – балаларға!» тигән девиз беҙҙә иҫкермәгән әле, тип ҡуям.

«Тамыр» балалар телеканалының 20 йыллығына арналған «Тамыр» менән бергә үҫәбеҙ» исемле байрамға илебеҙҙең төрлө тарафтарынан балалар, ата-әсәләр йыйылды. Һәм шуныһы күҙгә салына: йолаға әйләнеп барған «Тамыр» байрамына республикабыҙҙың күренекле шәхестәре лә күп килә. Баш­ҡорттарҙың бер бәләкәй ҡоролтайы кеүек күренә ул ҡайсаҡ. Шәхестәр балаларын, йә ейән-ейәнсәрҙәрен етәкләп килә был рухи ҙа, сағыу ҙа тамашаға. Тимәк, ул үҙебеҙҙең милли бер байрамға әйләнеп бара инде. Уйлаһаң, бының сере ябай: Баш­ҡортос­тандың һәр балаһы күңелендә «Тамыр» донъяһы ла йәшәй, шуға барыһы ла яҡын, барыһы ла ҡәҙерле.
Байрамға улым менән барҙыҡ. Тамашанан ҡайтҡас, әсәһе һәм әлегә «Сәңгелдәк» менән генә дуҫ булған кескәй һеңлеһе менән шатлығын уртаҡлашып, улымдың:
– Әсәй, мин тағы ла Тыр-Тырҙы күрҙем. Бауырһаҡ апай менән фотоға төштөк. Ул йылмайып ҡына тора, беҙҙе яратып, бауырһаҡтар бирҙе. Тәмле-е, – тип һөйләнеүе шулай тип уйларға ерлек бирә.
Малай кешенең иң яратҡан тапшырыуы, әлбиттә, «Шәп арба» инде. Уны алып барыусы Фәрғәт ағаһы нимә генә эшләп күрһәтмәй малайҙарға, тағараҡ-умартаһы ла, термос-люстраһы ла ҡалмай. Ул бер тылсым эйәһе кеүек күренә улыма.
– «Шәп арба»лағы ағайҙы ла күрҙем. Ул концертты алып барҙы. Арбаһын да күрһәттеләр. Тәгәр­мәс­тәре ватылып китмәһен тип, ҡурҡып ултырҙыҡ әле... – барыһы ла ябай, барыһы ла ысын был тормошта, балалар күңеленә юл таба белһәң.
– Суверенитеттың ғүмерле берҙән-бер емеше ошо! – тип кемдер һүҙ ҡатты. «Тамыр»ҙың әсәһе – Луиза апай булды, буғай. Теркәп ҡуйҙым был һөйләмде. Юҡ, бынан ниндәйҙер сәйәси, йә ижтимағи буяу һылар өсөн түгел. Ә уйлаһаң, милләттең үҙаңында миллилекте уятыу, туған теленә, тарихына ҡарата һөйөү биреү (тәрбиәләү генә түгел) өсөн күп тә кәрәкмәй. Теле асылғанда, аң ингәндә «Сәңгел­дәк»те күрһәтеү ҙә, бишек йырын йырлау ҙа етә. Әле мин, атай кеше, ике баламды ике тубығыма ултыртам да, ҡәҙерлеләрем менән көлөп-йылмайып, һөйөнөп «Сәңгелдәк»тә бәүеләм дә, үҙ телемдә, башҡортса, бишек йыры яңғырай икән, тимәк, телем үлмәй, Башҡортостан йәшәй әле, тип балаларымды ҡосағыма нығыраҡ ҡыҫам. Ысынлап та, үҙаллылыҡ емеше бит был.
Ә байрам шәп булды. Бала саҡта «Тамыр»ҙан һут алып, хәҙер билдәле йырсы булып киткән Гөлсөм Бикбулатова, Марсель ҡотоев, Гөлнур ҡарабулатова һәм башҡалар бөгөнгө кескәй «Тамыр»ҙар менән бергә мәж килде. Һәр йыр, һәр сығыш бер, оло тамаша ине. Әкиәттәгесә, ҡәләм менән генә яҙып аңлатып булмаҫлыҡ ине байрам. Иң һәйбәте – уны үҙ күҙең менән күреү, бер ҙә булмаһа, «зәңгәр экран» аша ҡарау. Ә бының өсөн мөмкинлек етерлек. Сөнки беҙҙең данлыҡлы, аҡыллы, заманса «Тамыр» исемле телеканалыбыҙ бар! Унда мотлаҡ был тамашаны күрһәтерҙәр.

Мөнир ҡУНАФИН.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға