«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » «Һәр ғаиләнең үҙ архивы булып, ул ҡәҙерләп һаҡланырға, балалар-ейәндәргә мираҫҡа, иҫтәлеккә ҡалырға тейеш»



17.04.2012 «Һәр ғаиләнең үҙ архивы булып, ул ҡәҙерләп һаҡланырға, балалар-ейәндәргә мираҫҡа, иҫтәлеккә ҡалырға тейеш»

«Һәр ғаиләнең үҙ архивы булып, ул ҡәҙерләп һаҡланырға, балалар-ейәндәргә мираҫҡа, иҫтәлеккә ҡалырға тейеш»
Өфөлә иғтибарҙы йәлеп итеп торған биналар бик күп. Һоҡланғыс театрҙарҙан тыш, улар йыш ҡына йә берәй банк, йә бизнес-үҙәк, тағы ла шундайыраҡ ойошманың офисы булып сыға. Тыштан түгел, эстән әһәмиәтле булырға тейештер был мөһабәт йорттар, тиеүселәр ҙә табылыр. Килешәм. Бына Совет майҙанынан аҙ ғына эстәрәк урынлашҡан «Йәмәғәт берекмәләренең үҙәк архивы» дәүләт учреждениеһы тап шул үҙендәге мәғлүмәттәре менән ҡиммәт тә. Шундай мөһим урын ул. Мәҫәлән, район-ҡаланың юбилейы булһынмы, предприятиеныңмы йә берәй шәхестекеме, мотлаҡ архив документтары күтәрелә.
Ғөмүмән, архив тигәс тә барыһы ла аңлашылалыр. Бында кешелектең тарихы һаҡлана. Уның ни тиклем әһәмиәтле булыуын айырыуса тарихсы яҡшы төшөнә торғандыр.
Әйткәндәй, әлеге архивтың директоры Юлай Юлдашбаев − тарих фәндәре кандидаты. Үҙ эшенә етди ҡараусы, архив документтарын беҙҙең үткәнебеҙҙән ҡалған ҡомартҡы, мираҫ тип иҫәпләгән алдынғы ҡарашлы етәксе ул. Юлай Хәйрулла улы менән осрашып, архив тарихына, етәксенең үҙенең хеҙмәт юлына байҡау яһаныҡ.

Тарих һаҡлаусының тарихы

− Рәсәйҙә Башҡортостандың йәмәғәт берекмәләренең үҙәк архивы иң ҙурҙарҙан һанала, − ти директор. – Ул партия архивы нигеҙендә төҙөлгән һәм тарихы 1929 йылдың 16 апреленә барып тоташа. Тап ошо көндә Башҡорт өлкә комитеты секретариаты сәйәси, фәнни һәм ғәмәли әһәмиәте булған партия һәм комсомол документтарын һаҡлауҙы яҡшыртыу маҡсатында республикала дөйөм партия архивын ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул итә. Һаҡланған документтарҙың йөкмәткеһендә граждандар һуғышы, революция хәрәкәте, аслыҡ йылдары, ауыл хужалыҡтары барлыҡҡа килеүе, республиканың Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы яҙмышы, ауыл йәштәре, студенттар, комсомол эшмәкәрлеге тураһында бик күп мәғлүмәт тупланған. Һәм, әлбиттә, шул ваҡиғалар уртаһында ҡайнаусы шәхестәрҙең биографиялары ла бар. Архив 1991 йылдан − БР йәмәғәт берекмәләренең дәүләт архивы, ә 2011 йылдың авгусынан БР йәмәғәт берекмәләренең үҙәк архивы дәүләт ҡаҙна учреждениеһы исеме менән йөрөтөлә, 172 ойошма иҫәптә тора. Улар – Рәсәй сәйәси партияларының төбәк бүлексәләре, милли-мәҙәни үҙәктәр, республика гәзит-журналдар редакциялары, профсоюз, йәштәр, ҡатын-ҡыҙҙар ойошмалары, шулай уҡ коммерция булмаған башҡа төрлө ижтимағи ойошмалар.

Архив – бөгөн

Бында Башҡортос­тандың билдәле шәхестәренең шәхси фондын булдырыу 1993 йылдан башланған. Әле 70-тән ашыу дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәренең, фән һәм мәҙәниәт белгестәренең фонды бар. Мәҫәлән, мәғариф өлкәһенән Фатима Мостафина, Министрҙар Кабинетында эшләгән Рамаҙан Өмөтбаев, медицина фәндәре докторы Әмир Шамаев, композитор Хөсәйен Әхмәтов, яҙыусы-шағирҙар – Мостай Кәрим, Яныбай Хамматов, Хәким Ғиләжев, Ғәли Ибраһимов, Александр Филипповтарҙың фонды айырым урынды биләй.
Юлай Хәйрулла улы әйтеүенсә, иң ҙур эштәрҙең береһе − «Дәүләт телдәре: тарих һәм заман» йыйынтығы. Әле китаптың өс томы донъя күргән, дүртенсе өлөшө әҙерләнә. Был бик мөһим эш. Әлеге йыйынтыҡтың беренсе томы, дәүләт идаралығында һәм халыҡ хужалығында дәүләт телдәрен ҡулланыуға арналғаны, 2007 йылда сыҡҡайны, икенсе йылына уҡ мәғарифта һәм яҙма төрҙә дәүләт телдәрен бойомға ашырыу тураһындағыһы донъя күрҙе. Өсөнсө том үткән йөҙ йыллыҡтың 20 – 30-сы йылдарында мәҙәниәттә, сәнғәттә, матбуғатта дәүләт телдәрен бойомға ашырыу мәсьәләләренә бағышланған. Дәүләт теле тигәс тә, бында Башҡортостанда дәүләт теле булараҡ башҡорт теленең статусы хаҡында һүҙ бара.
Республика тарихында тәүгә «Архив фондтары хаҡында белешмә» әҙерләнгән. Бында архив хаҡында тулы мәғлүмәт тупланған. Белешмә теге йәки был документты юллап килеүселәргә кәрәк нәмәһен тиҙерәк табырға ярҙам итә.
Социалистик Хеҙмәт Геройҙары һәм Хеҙмәт даны орденының тулы кавалерҙары тураһында китап сыҡҡан.
− Архивтың уҡыу залына килеүселәр һаны йылдан-йыл арта. Студенттар, фән белгестәре, тарихты өйрәнеүселәр килә. Шулай уҡ пенсионерҙар төрлө справкалар юллап даими мөрәжәғәт итә. Уларға эш стаждарын дөрөҫләү, партия, комсомол осорондағы хеҙмәт хаҡтарын дәлилләгән справкалар, башҡа төрлө раҫлауҙар кәрәк була, − ти Юлай Юлдашбаев. − Һуңғы йылдарҙа шәжәрәһе, ата-бабаларының биографияһы менән ҡыҙыҡһыныусылар артты. Был бик һәйбәт. Минеңсә, ғаилә архивы булдырыу кәрәк ул. Барлыҡ документтар, фотолар һ.б. ҡәҙерләп һаҡланырға, балаларға, ейәндәргә тапшырылырға тейеш. Йәш быуын өлгө алырҙай ата-бабаларының үткән юлын мотлаҡ белһен, ғорурланһын, үҙҙәре уларҙан өлгө алһын ине.
Бөгөн бында алты бүлек эшләй. Туғыҙ меңдән ашыу фондта һаҡланған берәмектәр һаны ғына ла бер миллиондан ашып китә.
Архивта йыйынтыҡтар әҙерләү эше бөгөн көнүҙәк һанала. Дәүләт органдарын, муниципаль берәмектәрҙе лә мәғлүмәт менән тәьмин итеүҙә ҙур эш алып барыла.
Юлай Хәйрулла улы эшкә килгәс тә, документтарҙы тейешле кимәлдә һаҡлауға ҙур иғтибар биреп, махсус ҡорамал ҡуйҙырған. Етәксе фекеренсә, яңы технологияларҙы үҙләштереү ҙә мәғлүмәттәрҙе маҡсатлы рәүештә сифатлы кимәлгә күтәреүгә ярҙам итә. Маҡсатлы рәүештә ғилми-тикшеренеү, нәшер эше менән шөғөлләнә.
− Кеше үҙенә кәрәк документын табып, мәғлүмәттәр алып сығып киткән һайын архивтың үтә лә әһәмиәтле урын икәненә тағы бер инанып ҡалаһың. Йылына бер нисә мең мөрәжәғәтте ҡарайбыҙ. Граждандар республиканан, Рәсәйҙән генә түгел, ә сит илдәрҙән дә мөрәжәғәт итә, − ти ул.

Етәксенән уңған ойошма уңышлы була

Эшкә килеү менән ең һыҙғанып үҙ бурыстарын үтәй башланы, тиҙәр директорҙары хаҡында архив коллективында. Алға ҡуйылған маҡсатына ирешергә ынтылыуы тамырҙарынан киләлер.
Юлай Хәйрулла улы Юлдашбаев Ейәнсура районының Башҡорт Үргене ауылында тыуған. Үҙ ауылындағы мәктәптә бер аҙ уҡығандан һуң Өфөгә, беренсе интернат-мәктәпкә (хәҙер ул Р. Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернаты) килә. Юлдашбаевтар ғаиләһе ишле була һәм бында балаларҙың уҡыуына ҙур иғтибар бирәләр. Алғараҡ китеп шуны әйтергә кәрәк – һигеҙ баланың (Луиза, Лениза, Лена, Лира, Юлай, Юлдаш, Юныс, Юнай) барыһы ла юғары белемле. Улар бөтә Рәсәйгә таралып, төрлө урында эшләй, ғаилә ҡороп, балалар үҫтерәләр.
Юлай Юлдашбаев интернатты тик «бишле» билдәләренә генә тамамлағас, БДУ-ның тарих факультетына уҡырға инә. Студент сағында уҡ ғилми-тикшеренеү эше менән шөғөлләнә, мөмкинлек сыҡҡанда республика, төбәк, Бөтә Рәсәй конференцияларында ҡатнаша. Ғилми-ғәмәли саралар сигендә ҡаҙан, Мәскәү, Әстерхан, Петропавловск һ.б. ҡалаларҙа була.
Университеттан һуң йәш белгесте Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына, этнография бүлегенә, йүнәлеш буйынса эшкә ебәрәләр.
1984 – 1990 йылдарҙа Мәскәүҙә, ул саҡта СССР Фәндәр академияһының М. Маклай исемендәге Этнография институтының Балтик, Волга буйы һәм Европаның СССР-ҙағы төньяҡ өлөшө халыҡтары этнографияһы бүлегендә стажировка үтә, аспирантурала уҡый. Ошо ваҡыт арауығында этносоциология буйынса тикшеренеү алымдарын тулыһынса камил үҙләштерә. Шул йүнәлештә Башҡортостанда, Мари Иле, ҡалмыҡстан һәм Мәскәүҙә үткән дүрт ҙур экспедиция составына индерелә, Башҡорт-Америка этносоциология экспедицияһында ла ҡатнаша. Бында ул үҙенә иҫ киткес ғилми багаж туплай.
Юлай Хәйрулла улының кандидатлыҡ диссертацияһы темаһы «Заман шарттарында Баш­ҡортостан Республи­ка­һында милли-рус ике теллелеге» була. Был – республика өсөн, ысынлап та, мөһим тема.
1999 йылда, яҙмышмылыр, әллә эшкә ҡарашын, эшмәкәрлеген юғары баһалаумылыр, БР Министрҙар Кабинеты ҡарары менән ошо ведомствоның Эштәр идаралығының социаль-гуманитар бүлеге мөдире урынбаҫары итеп күсерелә. Артабан БР Хөкүмәте Аппаратының гуманитар мәсьәләләр һәм милләттәр эше буйынса бүлеге мөдире урынбаҫары булып ете йыл эшләй.
Был вазифаларҙа республикала киң мәғлүмәт саралары, мәҙәниәт, сәнғәт, мәғариф, физик культура, спорт, туризм, архив, ижади берлектәр, йәштәр һәм милли хәрәкәттәр үҫеше мәсьәләләрен контролләй. Шулай уҡ бәлиғ булмағандар эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау комиссияһы эшмәкәрлеге кураторы ла була.
Ошо тармаҡтарға ҡағылышлы Президент Указдары, Хөкүмәт ҡарарҙары проекттарын әҙерләүҙә ҡатнаша. Шул иҫәптә «Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһында» Законды бойомға ашырыу буйынса положениелар әҙерләү, Рәсәйҙең туғыҙ төбәгенең Мәғариф министрлыҡтарының Башҡортостан Мәғариф министрлығы менән хеҙмәттәшлек килешеүе проектын әҙерләү бар. БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай сығарған «Баш­ҡортостандың закондар һәм норматив хоҡуҡи акттар йыйынтығы» күп томлығының мөхәрририәт ағзаһы ла булып тора.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: беҙҙә эш кешеһен баһалай беләләр.
Юлай Хәйрулла улы ла намыҫлы хеҙмәте өсөн «2002 йылда Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡаҙаныштары өсөн», «Рәсәй профсоюздарына 100 йыл» миҙалдары, БР Президентының, Премьер-министрының Рәхмәт хаттары, БР Хөкүмәте янындағы Архив эштәре буйынса идаралыҡтың Почет грамотаһы, Рәсәй тарихсылары һәм архивсылары йәмғиәтенең Почет билдәһе менән бүләкләнгән. «Башҡортостанда бөгөнгө шарттарҙа этнотел процестары» темаһына ғилми эше өсөн Әхнәф Харисов исемендәге премияның тәүге лауреаты (1995 йыл).
«Алтын» юбилейын билдәләгән шәхес тормош мәғәнәһен эштә һәм ғаилә именлегендә күрә.
− Эштә үҙеңдең бурысыңды намыҫлы башҡарыу − эшеңдең һәйбәт һөҙөмтәһе нигеҙе ул, − ти Юлай Хәйрулла улы. – Ғаиләлә иһә ышаныслы тормош юлдашы, атай, олатай булыу – бәхет.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға