«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Балаларҙың йәйге ялын бөгөндән хәстәрләргә кәрәк



17.04.2012 Балаларҙың йәйге ялын бөгөндән хәстәрләргә кәрәк

Балаларҙың йәйге ялын бөгөндән хәстәрләргә кәрәк
Унда һауыҡтырыу лагерҙары, турагентлыҡтар, ата-әсәләр һәм балалар ялын ойоштороусылар ҡатнашты. Сараға Өфө, Шишмә, Бөрйән, Миәкә, Әлшәй һәм башҡа райондарҙаН, Салауат, Ишембай, Күмертау, Мәләүез ҡалаларында урынлашҡан лагерҙар вәкилдәре килде.
Бындай күркәм сара, профсоюз ойошмалары менән бергә, ата-әсәләргә лә балалар лагерҙарының шарттары менән алдан танышырға, быйылғы миҙгелгә путевкалар һатып алыуҙы хәстәрләү мөмкинлеге бир­ҙе. Бында те­ләгән һәр кем һауыҡтырыу лагерҙарының етәкселәренә туранан-тура үҙен ҡы­ҙыҡһындыр­ған һорауҙар­ҙы бирҙе, бе­леш­мәләр ал­ды. Йәр­мин­кә­лә тәҡдим ителгән һауыҡтырыу лагерҙарының беренсе сменаһы июнь башына тура килһә, путевка хаҡтары яҡынса 12 мең һумдан башланды.
– Республикала бөгөн 95 ҡала яны лагеры бар. Уларҙың күп өлөшө был йәрминкәлә ҡатнашты, – ти БР Профсоюздар федерацияһының социаль-гуманитар бүлеге етәксеһе Лида Иҫәргәкова. – Был сараға заездарына путевкалары һатылып бөтмәгән лагер­ҙар килә. Ә ҡайһы бер лагерҙарға, мәҫәлән, “Ал елкәндәр”гә путевкалар март башында уҡ бөттө. Быйылдан Башҡортостанда балаларға башҡа төбәктәрҙә урынлашҡан һауыҡтырыу урындарында, ҡара диңгеҙ буйында ял итеп, һаулыҡтарын нығытыу мөмкинлеген биреү ҡаралды.
Әйтергә кәрәк, бөгөн һәр баланың ял йортонда дауаланыу хаҡын – көнөнә 622 һумдан, ә һауыҡтырыу лагер­ҙарында көнөнә 535 һум күләмендә республика үҙе ҡаплай. Ә ҡалған сумманы ата-әсәләр йә предприятие өҫтәп түләй. Балаларға республикалағы һаулыҡ йорттары, һауыҡтырыу лагерҙарында ял итеү мөмкинлеге табип ҡушыуы буйынса ғына бирелә. Әгәр табиптар ҡара диңгеҙ буйында урынлашҡан берәй ял йортонда дауаланырға кәңәш итһә, кәрәкле документтар менән ата-әсәләр вәкәләтле органдарға − мәғариф бүлегенә йә хакимиәткә мөрәжәғәт итә. Уларҙың путевкаһының һәр көнөн республика ял йорттары һәм һауыҡтырыу лагерҙарына билдәләнгән хаҡтар­ҙан сығып хөкүмәт ҡаплай, ә ҡалғаны – предприятие йә ата-әсәләр кеҫәһенән.
Путевкалар йәрминкәһе лагер­ҙар­ҙы балалар менән тултырыу, ә профсоюз ойошмаларына һәм ата-әсәләргә балалары өсөн хаҡтары, урынлашҡан урыны уңайлы булған лагерь һайлауға булышлыҡ итеү өсөн тағы ла 16 майҙа, 7 июндә уҙғарыласаҡ.

С. РӘШИТОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға