13.04.2012 Өй эйәһеме, әллә фәрештәме?
Донъяла ғәжәп хәлдәр йыш була. Шуларҙың береһе хаҡында яҙып ебәрергә булдым. Мин Әбйәлил районының бер ауылында тыуып үҫкәнмен. Әлеге мәлдә тыуған йортомда атай-әсәйем, ике балам менән йәшәйем.
Бала саҡтан уҡ беҙҙең өйҙә ниндәйҙер көс, тулҡын йөрөгәнен һиҙә инем. Һәр ваҡыт мине кемдер туҡтауһыҙ күҙәтә төҫлө ине. Ә йоҡлағанда берәү йә аяғымды ҡытыҡлай, йә ҡулымдан тотоп ала. Йоҡо аралаш янымда кемдер торғанын һиҙә торғайным, ә күҙемде асһам, ул юҡҡа сыға. ҡайһы саҡ төндәр буйы йоҡларға ҡурҡып, дер ҡалтырап сыға инем. Әсәй: “Өй эйәһе һиңә бер ниндәй ҙә зыян килтермәй. Киреһенсә, беҙҙе насарлыҡтарҙан һаҡлай”, – тип тынысландырҙы. Ә бына кесе һеңлемә был йән эйәһе үҙе хаҡында бер ҡасан да белдермәне.
Ун өс йәштәр тирәһендә булғанмындыр, өйҙө йыйыштырып бөттөм дә, ҡыҙыҡ күреп, залдағы өҫтәл менән ҡәнәфиҙе икенсе урынға күсереп ултырттым. Бүлмә тарыраҡ күренһә лә, өйҙәгеләр ҡаршы килмәне. Шул төндә ҡолаҡ төбөндә генә асыулы тауыш ишетәм. “Миңә оҡшамай, насар”, – ти. Шунан өҫтөмә таҫтамал килеп төшмәһенме (ә ул кискеһен кухняла ята ине)?! ҡот осто! Тыныс ҡына мышнап ятҡан һеңлем янына һыпырттым. Иртәнсәк барыһына ла был хәлде һөйләһәм, атай, һаташҡанһыңдыр, тине. Һаман да үҙемдекен ҡат-ҡат тылҡығас, әсәй мине тыйҙы. “Ул үҙе тураһында һөйләгәнде яратмай. Мебелде кире урынына ултырт, бер нәмәнән дә ҡурҡма”, – тине. Һәм шул уҡ көндө ул бесәй балаһы алып ҡайтты. Өй эйәһе бесәй менән уйнарға ярата икән. Муркабыҙ төнө буйы йүгереп, шаярып сыға ине.
Шунан алып теге йән эйәһе мине бимазаламаны. Мәктәпте тамамлағас, Сибай ҡалаһында урта махсус белем биреү йортонда уҡыным. Тыуған йортҡа ялға ҡайтҡанда, төн уртаһында берәү башымдан һыйпағанға, йә наҙлап ҡосаҡлағанға уяна торғайным.
Әсәй һөйләүенсә, төндә һыйыр быҙаулай башлаһа, өй эйәһе тәҙрә ҡағып, әсәйемдең исемен ҡысҡырып, уны һәр саҡ уята. Ә бер мәл төнгөлөккә солан ишеген элергә онотоп йоҡларға ятҡандар. Теге йән эйәһе әсәйҙе әрләп-әрләп уятып, уны бикләргә ҡушҡан. Биш-ун минут үтеүгә, ауылдың “атҡаҙанған” ҡарағы һәм эскесеһе ишегебеҙҙе шаҡып, араҡы һорай. Әгәр ҙә шул саҡта солан асыҡ торған булһа, ә өйҙәгеләр бер ни белмәй йоҡлап ятҡанда ниндәй хәл килеп тыуыуы хаҡында уйлауы ла ҡурҡыныс.
Кейәүгә сыҡҡас, атай йортона ирем менән ҡайта башланым. Ул беҙҙә бөтөнләй йоҡлай алмай этләнде. “Берәү күкрәгемә ултырып ала ла, быуа башлай, етмәһә, ҡайтып кит, тип әрләй“, – ти ине ул. Килгән һайын әйберҙәрен юғалтып бер була, йә бүрекһеҙ, йә бейәләйһеҙ ҡайтып китер ине. Һуңынан әсәй юғалтҡан нәмәһен күренеп кенә ятҡан урындан таба.
Иптәшем менән ун ике йыл торғас, айырылыштыҡ. Ул шешәне минән һәм ике балаһынан өҫтөн ҡуйҙы. Ғаилә тормошо һуңғы сиккә барып терәлгәс, өй эйәһенең ҡылыҡтарын иҫкә төшөрөп, уның мине был әҙәмдән араларға теләүен аңланым. Балаларымды алдым да атайым һәм әсәйем янына күстем.
ҡайтҡан төндә өй эйәһе һеңлем сүрәтендә яныма килде: “Әйттем бит һиңә – ул бысраҡ кеше. Эсе тулы ҡорт. ҡайғырма, шулай ғына ҡотолғаныңа ҡыуан. Өс йылдан һәйбәт кешегә кейәүгә сығырһың”, – тине. Был хаҡта берәүгә лә һөйләп торманым, йә, “ҡыйығы” китә башлаған, тип уйларҙар…
Иремдең йәберләүҙәренән, яҙмышҡа булған асыуымдан янған йөрәкте эш менән баҫырға булдым. Кеше яллап, йортҡа төкәтмә төкөттөк, шунан өйгә тулыһынса ремонт эшләнек. Көн дә сүкеш-бысҡы тауышы тынманы, ҡулдан бумала төшмәне. Эш бөткәс, яңы мебель алып ултырттыҡ. Донъябыҙ сынъяһауға әйләнде. Тик әсәй генә ваҡыты-ваҡыты менән хафаланды, тегегә оҡшармы икән, тип үрһәләнде. Ремонт бөтөүҙең өсөнсө төнөнә йорт хужаһы яныма килеп, аңлайышһыҙ нимәлер лыбырланы ла, ишекте шарт ябып сығып китте. Шунан алып ул үҙе хаҡында оҙаҡ һиҙҙермәне. Ә бына күптән түгел өлкән ҡыҙым (уға 10 йәш) йоҡлар алдынан, берәү төнө буйы аяғымды ҡытыҡлайсы, тип һөйләнеп ойоҡбаш кейеп торғанын күргәс, көлөп ебәрҙем. Тимәк, өй эйәһе беҙҙән китмәгән!
Был изге йән өс йылдан кейәүгә сығырһың тигәненә бер йыл ваҡыт ҡалды. Ана шул өмөт менән әлеге мәлдә йәшәп ятам.
Йортҡа килеп ингәс тә өй эйәһе менән иҫәнләшегеҙ. Ә сығып киткәндә: “Хужа, донъяға күҙ-ҡолаҡ булып тор”, – тип әйтергә кәрәк. Был йән әрләшкәнде, эскелекте, бысраҡлыҡты яратмай. Әгәр ҙә уның менән татыу булһағыҙ, өйөгөҙҙө күп бәлә урап үтер.
Гөлсинә Ш.
Әбйәлил районы.