13.04.2012 Һүрәттәрендә – йәнтөйәгебеҙҙең мең йәме
Флүр Ғазин хикәйәләре, фотоһүрәттәре менән халыҡҡа күптән таныш. 2004 йылда “Йәшлек” гәзитенең идея-тематик йөкмәткеһен байытыуға ҙур өлөш индергәне өсөн баҫманың “Аҡ яурын сал бөркөт” премияһы лауреаты исеменә лайыҡ булғайны.
Бөрйән егете – республикала ғына түгел, унан ситтә лә танылыу яулаған фоторәссам, “Һыбайлы ҡыҙ” һәм “Эш алтында түгел” исемле ике китап авторы. Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй дәүләтенә ҡушылыуының 450 йыллығын билдәләгән йылда “Мәңгелеккә Рәсәй менән” республика фотоконкурсында “Башҡортостан тәбиғәте” номинацияһында 3-сө урын яулаусы, 2007, 2010 йылдарҙа ТӨРКСОЙ сиктәрендә үткән төрки телле фоторәссамдар конкурсында ҡатнашып, ҙур уңыштарға өлгәшкән. Уның һигеҙ шәхси күргәҙмәһе ойошторолдо.
Бөрйән районының Иҫке Монасип ауылында тыуып үҫкән ир-уҙамандың ижадында төп тема – гонаһһыҙлыҡ, һүрәттәре аша сафлыҡ бөркөлгән образдар менән танышырға мөмкин. Тәбиғәт күренештәре, бала, урман хайуандары ҙур урынды ала. Паҡ донъяны һүрәтләп, һәр кемдең күңелендә уға ҡарата һөйөү тәрбиәләргә теләй еребеҙҙең илаһи матурлығын йәйғор төҫтәрендә сағылдыра белеүсе оҫта фоторәссам.
Флүр Ғазин “Башҡортостандың мең йәме” тигән фотоальбом сығарырға йыйына. Ул киләсәктә өс телдә алты томлыҡ китап булып донъя күрер, тип көтөлә.
Күркәм юбилейы айҡанлы Флүр Сабирйән улы ижад емештәрен һеҙҙең иғтибарығыҙға тәҡдим итә.