«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » “Еңел” аҡса бәхет килтермәй



13.04.2012 “Еңел” аҡса бәхет килтермәй

Уңға баҫһаң да, һул барһаң да ришүәтселеккә тап булабыҙ. Йылдан-йыл ил башлыҡтары ҡатыраҡ закондарға ҡул ҡуйһа ла, аҡса “төртөүселәр” һәм “алыусылар” кәмемәй.
Федераль һалым хеҙмәтенең Өфө ҡалаһының Киров районы буйынса район-ара инспекцияһының баш дәүләт инспекторы 275 мең һум ришүәт алған мәлдә ҡулға алына.
Тәфтишселәр әйтеүенсә, инспектор ҡатын бер шәхси эшҡыуарға түләгән һалымының (НДС) бер өлөшөн кире ҡайтарырға вәғәҙәләгән. Эш­ҡыуар үҙ хоҡуҡтарын яҡшы аңла­ған, чиновник ярҙам ит­мәһә лә, был сумманы законлы нигеҙҙә алырға тейеш булыуын белгән. Шуға күрә әлеге тәҡдим хаҡында тәртип һаҡсыларына хәбәр итә. Улар инспекторҙы енәйәт өҫтөндә тотор өсөн “контроль һатып алыу” үткәрә. Әлеге мәлдә чиновникҡа ҡарата енәйәт эше асылған.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: ришүәт тәҡдим иткән өсөн дә граждан яуаплылыҡҡа тарттырыла.

Г. ЯХИНА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға