«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Тормош үҙе детектив



10.04.2012 Тормош үҙе детектив

Нефтекама ҡалаһының енәйәти эҙләү бүлегенә 25 йәшлек Лена (исемдәр шартлы) өс йәшлек ҡыҙының урланыуы тураһында хәбәр итә.
Уның әйтеүенсә, урамда уйнап йөрөгәнендә баланы билдәһеҙ ҡатын машинаға ултыртып алып киткән. Бер нисә сәғәттән Ленаның Артур исемле танышының телефонына смс-хәбәр килә: “ҡыҙҙың әсәһенә әйт, аҡса әҙерләһен. Юғиһә уны башҡа тере күрмәйәсәк. Осрашыу урынына балаларымды алып кил”. Хәбәрҙең авторы ирҙең күптән түгел законлы айырылған ҡатыны Рәсимә булып сыға. Улар өс бала үҫтергән. Айырылған саҡта ҡатын балаларынан рәсми рәүештә баш тартҡан. Материалдар опека органына тапшырылған, яҡын арала ҡатын әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителергә тейеш булған. Рәсимәнең тәртипһеҙ ҡыланыуы арҡаһында Артур балаларына әсәһе менән осрашыуҙы тыйған.
Полиция наряды осрашыу буласаҡ урынды алдан уҡ ҡамау­ға ала.
Билдәле ваҡытта Лена менән Артур баланы урлаусы ҡатынды көтә башлай. Ул икенсе урамда таксиҙан төшә лә, улар янына атлап килә. Ә машина эсендә урланған бала ултырған була.
Рәсимә был икәү менән бер нисә минут һөйләшкәс, иргә бысаҡ менән һелтәнә башлай. Тәртип һаҡсылары баланы әсирлектән ҡотҡара. Таксист хәлдең айышын бөтөнләй белмәгән. Әлеге мәлдә яуыз ҡатынға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылды. Уның ун биш йылға иркенән мәхрүм ителеүе ихтимал.
Г. ЯХИНА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға