«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Шифаһы ла, даны ла үҙе менән



05.10.2010 Шифаһы ла, даны ла үҙе менән

Шифаһы ла, даны ла үҙе менән«Живая вода» («Тере һыу») яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Вячеслав Анатольевич Лоскутовтың кабинетындағы түр яҡтағы стенала Маҡтау грамотаһы эленеп тора. Етәксе өсөн бик тә ҡәҙерле ул. Сөнки уны Вячеслав Анатольевичҡа үҙе етәкселек иткән коллектив ағзалары биргән. «Яҡшы ойоштороу һәләте, юғары һөнәри оҫталығы, «Живая вода» йәмғиәтен үҫтереүгә индергән шәхси өлөшө һәм иҡтисади көрсөк шарттарында һөҙөмтәле етәкселеге өсөн» тип яҙғандар һәм яҙманың икенсе яғына барыһы ла ҡултамғаларын ҡуйған.
Вячеслав Лоскутов йыл ярым элек тамам көрсөккә терәлгән, зыянға эшләүсе предприятиены ҡабул итеп ала һәм ошо ваҡыт эсендә уны табышлы производствоға әүерелдерә. Бының сере Маҡтау грамотаһындағы ихлас һүҙҙәрҙә бик тә асыҡ сағыла.

Вячеслав Анатольевич Лоскутов ҡаҙан ҡалаһында тыуып үҫкән. А. Туполев исемендәге ҡаҙан авиация институтын тамамлағас, хеҙмәт юлын вертолет заводында башлай. Аҙаҡ Мәскәүҙә илдең Оборона министрлығы системаһында эшләй. Шул осорҙа байтаҡ ваҡыт Афғанстанда командировкала була.
90-сы йылдарҙан уның хеҙмәт биографияһы бизнес өлкәһе менән бәйле. 2009 йылдың апрелендә Вячеслав Лоскутов «Салауат­нефтеоргсинтез» предприятиеһы ҡарамағындағы «Живая вода» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры итеп тәғәйенләнә.


Һәр хәлдә, үҙе етәкләгән коллективтан Маҡтау грамотаһы алыу – һирәк кенә етәкселәр өлөшөнә төшкән бәхет. Был коллективта сәләмәт мөхит булыуын, үҙ-ара ихтирамды, аңлашып, «йөк»тө бергә тартыу, берҙәм ынтылыш менән эшләүҙе дәлилләй. «Живая вода» йәмғиәтенең эшмәкәрлеге дөйөм мәнфәғәткә һәм халыҡ сәләмәтлегенә хеҙмәт итә. Атап әйткәндә, предприятие халыҡтың минераль һыуға булған ихтыяжын ҡәнәғәтләндереүгә ҙур өлөш индереп, мөһим социаль бурысты ғәмәлгә ашыра. Мәғлүм булыуынса, 2001 йылда «Башҡортостан Республикаһында эсәр һәм минераль һыуҙар» Президент программаһы ҡабул ителгәйне. Әлеге программа дөйөм сәләмәтлекте һаҡлау маҡсатында халыҡты сифатлы һыу менән тәьмин итеүгә, йәғни юғары сифат категорияһы нормативтарына тура килгән эсәр һәм минераль һыу сығанаҡтарын рациональ файҙаланыуға, шул уҡ ваҡытта тәбиғәтте һаҡлауға йүнәлтелгән. «Живая вода» әлеге республика әһәмиәтендәге мөһим бурыстарҙы үтәүгә хеҙмәт итә.
Дөрөҫ, магазин кәштәләрендә хәҙер минераль һыуҙарҙың төрлөһөн күрергә мөмкин. Әммә күптәр «Живая вода» йәмғиәте сығарған «Красноусольская» минераль һыуына өҫтөнлөк бирә. Сөнки тәме һәм шифаһы буйынса уның сифаты айырыуса юғары. «Живая вода» йәмғиәте, башҡа төрҙәш предприятиеларҙан айырмалы булараҡ, донъяға билдәле «Красноусол» шифаханаһы биләмәһендә урын­лашҡан һәм уның ҡарамағындағы 12-се шифалы һыу сығанағынан минераль эсәр һыу ала. 12-се сығанаҡтың шифахананың төп дауалау факторы булыуын да әйтәйек. Пятигорск, шулай уҡ, үҙәк курортология һәм физиотерапия фәнни-тикшеренеү институттары һәм Екатеринбург профилактика һәм һаулыҡ һаҡлау медицина фәнни үҙәге тикшеренеүҙәре раҫлауынса, 12-се сығанаҡтың һыуы, ГОСТ талаптарына ярашлы, хроник гастритты, ашҡаҙандың һәм бөйәндең сей яраһын, хроник колит һәм энтероколит, бауыр һәм үт юлдарын, хроник панкреатит, матдәләр алмашыныуы, бәүел юлдарының хроник ауырыуҙарын дауалай. Шифаһы ла, даны ла үҙе менәнҡыҫҡаһы, уның шифалы үҙенсәлектәре баһалап бөткөһөҙ. Предприятиела шифалы минераль эсәр һыу (газландырылған һәм газһыҙ) 0,5 һәм 1,5 литрлы полимер шешәләргә тултырыла. Һыу тултырыу цехы – юғары камиллыҡтағы производство. Цехта заманса йыһаздар урынлаштырылған, тултырыу процесы берҙәм цикл булараҡ башҡарыла. Йәғни технологик процесс 12-се сығанаҡ һыуын, дауалау үҙенсәлектәрен тулыһынса һаҡлап, тәбиғи хәлендә ҡулланыусыларға еткереүгә ҡоролған.
Һыу тултырыу тулыһынса автоматлаштырылған. Минераль һыу өс этапта таҙартыу үтә. Үткәргестән килгәс, тәүҙә картриджтар аша үтеп, ҡаты ҡатнашмаларҙан арындырыла. Унан мембраналы фильтр аша үткәрелә. Ә инде өсөнсө этапта һыу бактерицид лампалар ярҙамында бактерияларға ҡаршы эшкәртелә. Һыуҙың сифаты көнөнә ике тапҡыр үҙҙәренең лабораторияһында анализлана.
– Иң мөһиме – һыуҙың юғары сифатлы булыуы һәм ҡулланыу­сыларҙың ышанысы, – тип һөйләй директор Вячеслав Лоскутов. – Технологик процестарҙы ҙур теүәллек менән башҡарған бер ваҡытта, фильтрҙарҙы даими алмаштырып торабыҙ һәм уға аҡсаны ҡыҙғанмайбыҙ. Сөнки таҙартыу системаһының сифатлы эшмәкәрлеге ҙур әһәмиәткә эйә.
Нәҡ шуға ла «Красноусол» һәм эргәләге балалар шифаханалары дауалау маҡсатында «Живая вода» предприятиеһы эшләп сығар­ған «Красноусольская» һыуын ала. Был үҙе үк уларҙың продукцияһына ышаныстың ни дәрәжәлә ҙур булыуын дәлилләй.
«Красноусольская» һыуы ҡулланыусылар баҙарын ышаныслы яулай. Тәү сиратта республика халҡының ихтыяжын ҡәнәғәтләндергән бер ваҡытта, ул Ырымбур, Силәбе, Пермь өлкәләренә, Удмуртияға, Татарстанға оҙатыла. Себерҙән, хатта Сәғүд Ғәрәбстанынан, Африка илдәренән дә һорап сығалар.
ҡулланыусыларҙың географияһы киңәйгәндән-киңәйә. Был үҙ сиратында предприятиеға яңы бурыстар йөкмәй. 2000 йылда, әле ул яңы ғына эшләй башлаған саҡта, тәүлегенә 1,5 литрлы ун мең шешә һыу етештерелһә, хәҙер был күрһәткес 100 мең шешә тәшкил итә.
ҡулланыусыларҙың үҫә барған ихтыяжын күҙ уңында тотоп, быйыл апрель айында яңы линияны эшкә ҡушҡандар. Һөҙөмтәлә һыу реализациялау 30 процентҡа артҡан.
Директорҙың уй-ниәттәре киләсәккә йүнәлтелгән. Производство­ны тағы ла киңәйтеп, 19 литрлы һауыттарҙа эсәр һыу сығарыу өсөн бөгөн үк иҡтисади саралар күрелә.
– Был иһә производствоны йылдың барлыҡ миҙгелдәрендә лә тотороҡло итергә, яңы эш урындары булдырырға мөмкинлек бирәсәк, бюджетҡа өҫтәмә аҡса инәсәк, – тип фекере менән уртаҡлашты Вячеслав Анатольевич.
Әйткәндәй, «Живая вода» йәмғиәте районда, «Красноусол» шифаханаһынан ҡала, икенсе булып урындағы бюджетҡа иң ҙур керемде бирә һәм барлыҡ дәрәжәләге түләүҙәрҙе лә ваҡытында ғәмәлгә ашырып бара.
Коллективта даими рәүештә 70 кеше эшләй. Хеҙмәт хаҡы ваҡытында түләнгәс һәм хеҙмәткәрҙәр социаль яҡлаулы булғас, предприятиеға эшкә урынлашырға теләүселәр күп. Күпселекте предприятие асылған көндән башлап эшләүселәр тәшкил итә.
«Красноусольская» минераль һыуы күп тапҡыр республика һәм Рәсәй кимәлендәге күргәҙмә-йәрминкәләрҙә дипломдар, миҙалдар менән бүләкләнгән. Ағымдағы йылдың февралендә Кавказ шифаханаларының Көньяҡ Рәсәй форумы сиктәрендә «Рәсәйҙең тере һыуы» конкурсында гран-приға лайыҡ булған.
Эйе, «Живая вода» йәмғиәте маркаһы менән сығарылған һыуҙың шифаһы ла, даны ла юғары.

Лира КӘРИМОВА.
Ғафури районы.
.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға